Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡытайға бармай булмай
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һәм уның урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов республиканың рәсми делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.


Улар Цзянси провинцияһының бер нисә ҡалаһында уҙғарылған Башҡортостан бизнесы көндәрендә ҡатнашты, республика­ның иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараларын үткәрҙе.
Республикабыҙ Ҡытай менән аҙыҡ-тү­лек, химия сәнәғәте продукцияһын һәм ауыл хужалығы машиналары өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә әҙер. Атап әйткәндә, бөгөн беҙҙә сыр ризыҡтары, аҡ май күпләп етеш­терелә. Предприятиеларыбыҙ шулай уҡ ярма, он, айырыуса арыш оно, шәкәр, ли­кер-араҡы, колбаса ризыҡтары, йылҡы, һыйыр, ҡош итенән нәзәкәтле ашамлыҡ­тар, бал, уны эшкәртеү продукттары, картуф, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр, татлы борос, шулай уҡ төрлө ҡатнашмалар, биологик препараттар, үҫемлектәр өсөн ашламалар, ауыл хужалығы культураларын һаҡ­лау һәм уңышын арттырыу мөмкин­леген биргән фунгицид, гербицидтар ме­нән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә.
Республикала ауыл хужалығы машиналары етештереү яйға һалынған. Башҡорт­остан Ҡытайға тағылмалы һәм аҫылмалы ҡоролмалар, мал аҙығы етештереү һәм таратыу машиналары һатырға әҙер. Мәҫә­лән, сәсеүлектәрҙе эшкәртеү өсөн ГАРД уникаль ҡорамалын ғына алайыҡ. Уны баҡсасылыҡта ла файҙаланырға мөмкин.
Төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына килгәндә, Николай Коваленко шуларҙың ҡайһы берҙәренә иғтибарҙы йүнәлтте. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү комбинатын (“Джут” йәмғиәте), ауыл хужалығы продукцияһын ҡалдыҡһыҙ йыл әйләнәһенә үҫтереү технологияһына эйә булған күп йүнәлешле “Эко Терра” автономиялы агросәнәғәт комплексын, ал­дын­ғы биотехнологиялар нигеҙендә киптерелгән елемсә, крахмал, мал аҙығы сүпрәһе, глюкоза-фруктоза һәм мальтоза шәрбәте алыу мөмкинлеген биргән бой­ҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексын төҙөү һәм башҡалар – улар араһында иң мөһимдәре.


Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә