Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һәм уның урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов республиканың рәсми делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.
Улар Цзянси провинцияһының бер нисә ҡалаһында уҙғарылған Башҡортостан бизнесы көндәрендә ҡатнашты, республиканың иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараларын үткәрҙе.
Республикабыҙ Ҡытай менән аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте продукцияһын һәм ауыл хужалығы машиналары өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә әҙер. Атап әйткәндә, бөгөн беҙҙә сыр ризыҡтары, аҡ май күпләп етештерелә. Предприятиеларыбыҙ шулай уҡ ярма, он, айырыуса арыш оно, шәкәр, ликер-араҡы, колбаса ризыҡтары, йылҡы, һыйыр, ҡош итенән нәзәкәтле ашамлыҡтар, бал, уны эшкәртеү продукттары, картуф, һуған, кәбеҫтә, ҡыяр, татлы борос, шулай уҡ төрлө ҡатнашмалар, биологик препараттар, үҫемлектәр өсөн ашламалар, ауыл хужалығы культураларын һаҡлау һәм уңышын арттырыу мөмкинлеген биргән фунгицид, гербицидтар менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә.
Республикала ауыл хужалығы машиналары етештереү яйға һалынған. Башҡортостан Ҡытайға тағылмалы һәм аҫылмалы ҡоролмалар, мал аҙығы етештереү һәм таратыу машиналары һатырға әҙер. Мәҫәлән, сәсеүлектәрҙе эшкәртеү өсөн ГАРД уникаль ҡорамалын ғына алайыҡ. Уны баҡсасылыҡта ла файҙаланырға мөмкин.
Төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына килгәндә, Николай Коваленко шуларҙың ҡайһы берҙәренә иғтибарҙы йүнәлтте. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү комбинатын (“Джут” йәмғиәте), ауыл хужалығы продукцияһын ҡалдыҡһыҙ йыл әйләнәһенә үҫтереү технологияһына эйә булған күп йүнәлешле “Эко Терра” автономиялы агросәнәғәт комплексын, алдынғы биотехнологиялар нигеҙендә киптерелгән елемсә, крахмал, мал аҙығы сүпрәһе, глюкоза-фруктоза һәм мальтоза шәрбәте алыу мөмкинлеген биргән бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексын төҙөү һәм башҡалар – улар араһында иң мөһимдәре.