Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » НАТО Европала ҡеүәтен арттыра
НАТО  Европала  ҡеүәтен арттыра
Уҙған аҙнала НАТО-ла етәкселек алышыныуы, АҠШ-тың Польшала ҡанатлы ракеталар урынлаштырыуы иғтибар үҙәгендә булды.


1 октябрҙә НАТО-ға Норвегияның элекке премьер-министры Йенс Столтенберг етәк­селек итә башланы. Ул был вазифаға быйыл мартта тәғәйенләнгәйне. Белеүебеҙсә, һуңғы биш йылда НАТО-ның генераль секретары булған Андерс Фог Расмуссен илебеҙ етәкселеге менән уртаҡ тел табыуға өлгәште, тик Украиналағы хәлдәр генә ике яҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп ебәрҙе.
29 сентябрҙә АҠШ президенты Барак Обама НАТО-ның Рәсәйгә ҡаршы һуғыш ас­маясағы хаҡында белдерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡеүәтле альянс Көнбайыш Европала хәрби көсөн нығытҡандан-нығыта. Әйтәйек, яңыраҡ Балтик буйы илдәрендә өҫтәмә көс тупланылар, АҠШ Польшаға ҡанатлы ракеталар һатты. Бер-бер артлы уҙғарылған хәрби күнекмәләр ҙә юҡтан ғына түгел. Әлбиттә, илебеҙ етәкселеге лә бындай сараларға битараф ҡалмай, улар беҙҙә лә үтә. Быйыл 3-4 сентябрҙә Бөйөк Британияла НАТО саммиты уҙғайны. Унда Төньяҡ Атлантика альянсы илдәре етәкселәренә хәрби сығымдарҙы арттырыу бурысы ҡуйылды. Ошондай шарттарҙа илебеҙ етәкселеге лә ҡоралланыуға аҡса йәлләмәҫкә бурыслы. Был үҙе үк “һалҡын һуғыш” йылдарын хәтерләтә.
НАТО-ның яңы етәксеһенә килгәндә, ул Норвегияның премьер-министры булған дәүерендә Рәсәй башлығы Владимир Путин менән бер нисә тапҡыр эшлекле осрашыу уҙғарғайны. Тик был ғына ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә нигеҙ була алмай. Унан килеп, НАТО Украинаны партнеры тип иҫәпләй, уға хәрби ярҙам күрһәтмәһә лә, теләктәшлек итә. Украинала иһә, ҡораллы бәрелеште туҡтатыу тураһындағы килешеү булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш һаман да туҡтамай, ҡорбандар көн дә өҫтәлеп тора. Юғары Радаға һайлау алды марафоны башланғас, радикаль төркөмдәр эшмәкәр­леген тағы ла әүҙемләштерҙе. Улар илдең бер нисә ҡалаһында, шул иҫәптән Харьковта, В.И. Лениндың һәйкәлен вәхшиҙәрсә емереп ташланы. Бының менән ҡәнәғәтләнеп ҡал­майынса, Юғары Рада депутаттарына ҡаршы бер-бер артлы һөжүм ойошторҙолар. Укра­инаның эске эштәр министры Арсен Аваков был хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе. Уныңса, эш ошолай дауам итә ҡалһа, Европа илдәре лә, АҠШ та Украинаға ярҙам итеүҙән баш тартасаҡ. Шуға ла ул “Уң көстәр” радикалдар төркөмөн депутаттарға һөжүм итеүҙе туҡ­татырға саҡыра. “Люстрацияны беҙ закон нигеҙендә бойомға ашырасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Аваков. Билдәле булыуынса, Юғары Рада “Люстрация тураһында” (власты “таҙартыу”) закон ҡабул иткәйне. Парламент спикеры Александр Турчинов уны президентҡа раҫлауға ебәрҙе. Петр Порошенко әлегә был законға ҡул ҡуймаған, мәсьәләнең йәмәғәтселек менән фекер алышҡандан һуң ғына хәл ителәсәге хаҡында белдергән. Илдең премьер-министры Арсений Яценюк билдәләүенсә, ошо ҡанун нигеҙендә Украинаның меңәрләгән чиновнигын эштән бушатыу ҡаралған. Күрәһең, уларҙың урынына “Уң көстәр” төркөмө кешеләре килеүе ихтимал. Был үҙе үк Украина етәкселегенең фашизмды яҡлауына ишара. Көнбайыш илдәре халҡы ла быны яҡшы аңлай башланы. Һөҙөмтәлә протест акциялары ойошторорға тотондолар. Ошондай саралар, мәҫәлән, Канаданың бер нисә ҡалаһында булды. Ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан кешеләр үҙ иле етәкселәрен Украина фашистарына ярҙам итмәҫкә саҡыра.
Бына шулай, НАТО етәкселеге алышынһа ла, Төньяҡ Атлантика альянсының эшмәкәр­леге үҙгәрешһеҙ ҡала, һәм уларҙың ҡоралы Рәсәйгә ҡарай тоҫҡалған. Йенс Столтенберг аҙна башында тәүге рәсми эш сәфәре менән Польшала булды. Был илгә килеүе юҡтан ғына түгел: 1999 йылдан башлап НАТО составында булған Польша Украина менән сиктәш, Төньяҡ Атлантика альянсы төп көстәрен ошо илдә һәм Румынияла тупларға йыйына. НАТО, ғөмүмән, Европаның көн­сығышынараҡ үтеп инеп, Рәсәй билә­мәләренә мөмкин тиклем яҡынайырға иҫәп тота, киләсәктә Грузия, Молдова һәм Украинаны ла үҙ составында күрергә теләй.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә