Уҙған аҙнала НАТО-ла етәкселек алышыныуы, АҠШ-тың Польшала ҡанатлы ракеталар урынлаштырыуы иғтибар үҙәгендә булды.
1 октябрҙә НАТО-ға Норвегияның элекке премьер-министры Йенс Столтенберг етәкселек итә башланы. Ул был вазифаға быйыл мартта тәғәйенләнгәйне. Белеүебеҙсә, һуңғы биш йылда НАТО-ның генераль секретары булған Андерс Фог Расмуссен илебеҙ етәкселеге менән уртаҡ тел табыуға өлгәште, тик Украиналағы хәлдәр генә ике яҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереп ебәрҙе.
29 сентябрҙә АҠШ президенты Барак Обама НАТО-ның Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асмаясағы хаҡында белдерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡеүәтле альянс Көнбайыш Европала хәрби көсөн нығытҡандан-нығыта. Әйтәйек, яңыраҡ Балтик буйы илдәрендә өҫтәмә көс тупланылар, АҠШ Польшаға ҡанатлы ракеталар һатты. Бер-бер артлы уҙғарылған хәрби күнекмәләр ҙә юҡтан ғына түгел. Әлбиттә, илебеҙ етәкселеге лә бындай сараларға битараф ҡалмай, улар беҙҙә лә үтә. Быйыл 3-4 сентябрҙә Бөйөк Британияла НАТО саммиты уҙғайны. Унда Төньяҡ Атлантика альянсы илдәре етәкселәренә хәрби сығымдарҙы арттырыу бурысы ҡуйылды. Ошондай шарттарҙа илебеҙ етәкселеге лә ҡоралланыуға аҡса йәлләмәҫкә бурыслы. Был үҙе үк “һалҡын һуғыш” йылдарын хәтерләтә.
НАТО-ның яңы етәксеһенә килгәндә, ул Норвегияның премьер-министры булған дәүерендә Рәсәй башлығы Владимир Путин менән бер нисә тапҡыр эшлекле осрашыу уҙғарғайны. Тик был ғына ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә нигеҙ була алмай. Унан килеп, НАТО Украинаны партнеры тип иҫәпләй, уға хәрби ярҙам күрһәтмәһә лә, теләктәшлек итә. Украинала иһә, ҡораллы бәрелеште туҡтатыу тураһындағы килешеү булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш һаман да туҡтамай, ҡорбандар көн дә өҫтәлеп тора. Юғары Радаға һайлау алды марафоны башланғас, радикаль төркөмдәр эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштерҙе. Улар илдең бер нисә ҡалаһында, шул иҫәптән Харьковта, В.И. Лениндың һәйкәлен вәхшиҙәрсә емереп ташланы. Бының менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмайынса, Юғары Рада депутаттарына ҡаршы бер-бер артлы һөжүм ойошторҙолар. Украинаның эске эштәр министры Арсен Аваков был хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе. Уныңса, эш ошолай дауам итә ҡалһа, Европа илдәре лә, АҠШ та Украинаға ярҙам итеүҙән баш тартасаҡ. Шуға ла ул “Уң көстәр” радикалдар төркөмөн депутаттарға һөжүм итеүҙе туҡтатырға саҡыра. “Люстрацияны беҙ закон нигеҙендә бойомға ашырасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе Аваков. Билдәле булыуынса, Юғары Рада “Люстрация тураһында” (власты “таҙартыу”) закон ҡабул иткәйне. Парламент спикеры Александр Турчинов уны президентҡа раҫлауға ебәрҙе. Петр Порошенко әлегә был законға ҡул ҡуймаған, мәсьәләнең йәмәғәтселек менән фекер алышҡандан һуң ғына хәл ителәсәге хаҡында белдергән. Илдең премьер-министры Арсений Яценюк билдәләүенсә, ошо ҡанун нигеҙендә Украинаның меңәрләгән чиновнигын эштән бушатыу ҡаралған. Күрәһең, уларҙың урынына “Уң көстәр” төркөмө кешеләре килеүе ихтимал. Был үҙе үк Украина етәкселегенең фашизмды яҡлауына ишара. Көнбайыш илдәре халҡы ла быны яҡшы аңлай башланы. Һөҙөмтәлә протест акциялары ойошторорға тотондолар. Ошондай саралар, мәҫәлән, Канаданың бер нисә ҡалаһында булды. Ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан кешеләр үҙ иле етәкселәрен Украина фашистарына ярҙам итмәҫкә саҡыра.
Бына шулай, НАТО етәкселеге алышынһа ла, Төньяҡ Атлантика альянсының эшмәкәрлеге үҙгәрешһеҙ ҡала, һәм уларҙың ҡоралы Рәсәйгә ҡарай тоҫҡалған. Йенс Столтенберг аҙна башында тәүге рәсми эш сәфәре менән Польшала булды. Был илгә килеүе юҡтан ғына түгел: 1999 йылдан башлап НАТО составында булған Польша Украина менән сиктәш, Төньяҡ Атлантика альянсы төп көстәрен ошо илдә һәм Румынияла тупларға йыйына. НАТО, ғөмүмән, Европаның көнсығышынараҡ үтеп инеп, Рәсәй биләмәләренә мөмкин тиклем яҡынайырға иҫәп тота, киләсәктә Грузия, Молдова һәм Украинаны ла үҙ составында күрергә теләй.