Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә!
“Беҙ Ҡырымды ҡайтарыу тураһында күптән һөйләй инек, Путинды уны алырға мәжбүр иттек. Ләкин был тәүге аҙым ғына. Артабан ул (Путин. – М.Ф.) ни эшләр, ҡарарбыҙ. Советтар Союзын бөйөк дәүләт тип танырға, иҡтисадты националләштерергә халыҡҡа социаль гарантиялар тәьмин итергә кәрәк. Әгәр ҙә беҙҙең программа Президент тарафынан үтәлә, кешеләр яҡшыраҡ йәшәй башлай икән, беҙгә власта булыу-булмауҙың әһәмиәте юҡ...”


Был юлдар – КПРФ рәйесе Геннадий Зюгановтың урынбаҫары Валерий Рашкиндың “Газета.РУ” интернет-гәзитенә биргән интервьюһынан. Имеш, “Путин, олигархтар даирәһенән булыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең коммунистик патриотик дәүләт булараҡ ҡына йәшәргә һәләтлелеген аңлай башланы”. Әҙәм ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә тигәндәй, коммунист Кремль башлығының уларға эйәреүе хаҡында, әлбиттә, шыттыра. Бында һүҙҙең мәнфәғәттәр тап килеүе тураһында ғына барыуы ихтимал.
Артабан В. Рашкин коммунистарҙың Мәскәү ҡала думаһына һайлауҙарға бәйле ВДНХ бинаһында уҙасаҡ съезында Яңы Рәсәйгә (Донбасс. – М.Ф.) гуманитар ярҙам йөҙөнән “Ҡыҙыл Мәскәү“ исемле берҙәм патриотик фронт ойоштороуы тураһындағы фекере менән уртаҡлаша. Бәлки, ирекмәндәр ҙә ебәрелер тип, урынбаҫар ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашасаҡ Рәсәй кешеләре хаҡында әйтеүҙән дә тартынмаған. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тиҙәр. Шовинизм һәм империализм идеялары аңҡып торған был фекерҙәрҙең коммунист ауыҙынан сығыуы, ысынлап та, таң ҡалдыра. Урынбаҫар үҙе лә һиҙмәҫтән Украина һәм Ҡырым ваҡиғалары өсөн өлөшләтә яуаплылыҡты үҙҙәре өҫтөнә ала. Донбасста – йәйҙән бирле дауам иткән ҡан ҡойош, миллион ҡасаҡ, емерек ауылдар һәм ҡалалар, ваҡытынан алда өҙөлгән тиҫтәләрсә мең ғүмер, етем балалар...
Коммунистар был мәхшәрҙе туҡтатырға түгел, ә дауам итергә йыйына. Геннадий Зюганов үҙе лә телевидение экрандары аша Донбасс кешеләрен “фашистлашыусы Киев хунтаһы”на ҡаршы торорға, тимәк, ҡан ҡойошто дауам итергә саҡыра. Нимә хаҡына? Был һорауға баш коммунист туранан-тура яуап ҡайтармай, ләкин һүҙ юҫығының Донбассты Украинанан айырыуға барыуы аңлашыла. Бындай саҡырыу — Икенсе донъя һуғышынан һуңғы сиктәрҙең тейелгеһеҙлеге тураһында 1948 йылда Женевала ҡабул ителгән декларацияны тупаҫ боҙоу.
Дөрөҫ, коммунистарҙың был ҡаһарманлығын “Газета.РУ“ Мәскәү ҡала думаһына һайлауҙарға бәйле пиар-аҙым тип баһалай. Йәнәһе, шул рәүешле һул көстәр һайлаусыларҙың тауышын күберәк йыйырға ынтыла. Ләкин баш ҡала граждандарының асыҡтан-асыҡ ялған патриотизм, бөйөк державасылыҡ шовинизмы, хәрби ҡорал менән ҡаршы тороу юлына баҫҡан коммунистар өсөн тауыш бирәсәгенә өмөт үҙе үк оятһыҙлыҡ һәм һөмһөҙлөк сағылышы түгелме ни? Һәр хәлдә, гражданлыҡ позицияһынан сығып ҡарағанда, ул шулай баһалана ла.
Нисек кенә булмаһын, күрше дәүләттә ил башлығын һайлап ҡуйҙылар, бер айҙан парламентлы булырға торалар. Бойондороҡһоҙ Украина дәүләтенең эске эш­тәрендә Рәсәй коммунистарының бер ҡыҫылышы ла юҡ. Улар бынан бер быуат самаһы элек “бөтә донъяла буржуйҙарға ҡаршы ут асырға” хыялланған ата-ба­баларының ҡылығын ҡабатларға йыйына икән, уның ни менән тамамланыры билдәле. Эйе, күршеләр Европа союзына ынтыла һәм уның өсөн рөхсәтте Рәсәй коммунистарынан һорарға йыйынмай. Был — уларҙың халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына һыйған изге ихтыяры.



Автор: Мөхәммәт ФӘЙРУШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә