Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Эшҡыуарлыҡҡа ныҡлы иғтибар кәрәк
Эшҡыуарлыҡҡа ныҡлы иғтибар кәрәк
Хәбәр итеүебеҙсә, Нефтекамаға эш сәфәре барышында республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән йүнселдәр менән осрашты, Президент ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының тәүге ултырышын үткәрҙе.

Күптән кәрәк булған мөһим һөйләшеүгә республика Хөкүмәте етәкселегенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, кесе һәм урта бизнес вәкилдәренең Нефтекамала йыйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Рөстәм Зәки улы билдәләүен­сә, бында ошо ике төр эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Был шөғөлгә тотонғандарҙың һаны 5371-гә етеп, улар араһында 16 урта, 1853 бәләкәй, 3501 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Ҡалалағы хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 42,6 проценты бәләкәй бизнеста мәшғүл.
Банкротлыҡҡа дусар булған элекке “Башсельмаш” заводы майҙансыҡтарында 2010 йылда ойошторолған “Кама буйы” (Прикамье) индустриаль паркының уңышлы эшләүе – быға асыҡ миҫал. 100 гектарҙан ашыуыраҡ биләмәлә урынлашҡан 19 предприятиела 600-ҙән артыҡ хеҙмәт урыны булдырылып, ярты йылда 623,5 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән.
Рөстәм Хәмитов индустриаль парк составына ингән “Этэрус-Техно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бында пластмассанан төҙөлөштә ҡулла­ныл­ған торба, плитә һәм башҡа төр әйберҙәр етештерелә.
Элекке быраулау ҡорамалдары заводы майҙандарында урынлашҡан өс предприятиеның береһе – Нефтекама машиналар эшләү заводы – нефтселәр өсөн яңы быуын насос агрегаттары сығарасаҡ ҡеүәттәрҙе сафҡа индереүҙә һуңғы әҙерлектәр башҡара. Йәмғиәттә 200 яңы хеҙмәт урыны булдырылған.
Үҙҙәре һайлаған сәнәғәт йүнәлешендә уңышлы ғына эшмәкәрлек йәйелдергән эшҡыуарҙарҙың власть органдарына һорау­ҙары бихисап икән. Республика йүнселдәр даирәһе вәкилдәре менән осрашыуҙа ошо хәл асыҡланды. Эшҡыуарлыҡ хәрәкәтенең әле һаман һиҙелерлек үҫеш алмау сәбәптәренең береһе нәҡ шунда. Бәләкәй бизнес башлыса алып-һатыуҙы үҙ эсенә ала, шәхси эшҡыуарҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Сығыш яһаусылар фекеренсә, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ оло бизнестың лайыҡлы партнеры булырға тейеш.
Тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән тағы ла бер проблема –эшҡыуарлыҡҡа башлап тотонғандар менән беҙҙә бер кем дә шөғөлләнмәй. Уларға кәрәкле мәғлүмәт биреү ҙә юҡ кимәлендә. Хатта аяҡтарына ныҡлы ғына баҫҡан урта бизнес вәкилдәренә ярҙам да башлыса аҡса биреүгә булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш, төрлө административ кәртәләр йүнселлекте артабан үҫтереүгә тотҡарлыҡ яһай, был эшмәкәрлек менән бер нисә министрлыҡ шөғөлләнһә лә, ниндәйҙер дөйөм йүнәлеш бирерлек үҙәк юҡ. Был хәлдән сығыу йәһәтенән Президент ҡарамағында ойошторолған Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы тәүге аҙым булып тора. Уның беренсе ултырышында үрҙә билдәләнгән проблемалар ентекле тикшерелде, эш планы ҡабул ителде. Яҡын киләсәктә йүнселдәр менән маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу өсөн республика кимәлендә яңы дәүләт органы ойоштороу күҙаллана.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.



Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә