Хәбәр итеүебеҙсә, Нефтекамаға эш сәфәре барышында республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән йүнселдәр менән осрашты, Президент ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының тәүге ултырышын үткәрҙе.
Күптән кәрәк булған мөһим һөйләшеүгә республика Хөкүмәте етәкселегенең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, кесе һәм урта бизнес вәкилдәренең Нефтекамала йыйылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, бында ошо ике төр эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Был шөғөлгә тотонғандарҙың һаны 5371-гә етеп, улар араһында 16 урта, 1853 бәләкәй, 3501 шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Ҡалалағы хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 42,6 проценты бәләкәй бизнеста мәшғүл.
Банкротлыҡҡа дусар булған элекке “Башсельмаш” заводы майҙансыҡтарында 2010 йылда ойошторолған “Кама буйы” (Прикамье) индустриаль паркының уңышлы эшләүе – быға асыҡ миҫал. 100 гектарҙан ашыуыраҡ биләмәлә урынлашҡан 19 предприятиела 600-ҙән артыҡ хеҙмәт урыны булдырылып, ярты йылда 623,5 миллион һумлыҡ тауар етештерелгән.
Рөстәм Хәмитов индустриаль парк составына ингән “Этэрус-Техно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Бында пластмассанан төҙөлөштә ҡулланылған торба, плитә һәм башҡа төр әйберҙәр етештерелә.
Элекке быраулау ҡорамалдары заводы майҙандарында урынлашҡан өс предприятиеның береһе – Нефтекама машиналар эшләү заводы – нефтселәр өсөн яңы быуын насос агрегаттары сығарасаҡ ҡеүәттәрҙе сафҡа индереүҙә һуңғы әҙерлектәр башҡара. Йәмғиәттә 200 яңы хеҙмәт урыны булдырылған.
Үҙҙәре һайлаған сәнәғәт йүнәлешендә уңышлы ғына эшмәкәрлек йәйелдергән эшҡыуарҙарҙың власть органдарына һорауҙары бихисап икән. Республика йүнселдәр даирәһе вәкилдәре менән осрашыуҙа ошо хәл асыҡланды. Эшҡыуарлыҡ хәрәкәтенең әле һаман һиҙелерлек үҫеш алмау сәбәптәренең береһе нәҡ шунда. Бәләкәй бизнес башлыса алып-һатыуҙы үҙ эсенә ала, шәхси эшҡыуарҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Сығыш яһаусылар фекеренсә, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ оло бизнестың лайыҡлы партнеры булырға тейеш.
Тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән тағы ла бер проблема –эшҡыуарлыҡҡа башлап тотонғандар менән беҙҙә бер кем дә шөғөлләнмәй. Уларға кәрәкле мәғлүмәт биреү ҙә юҡ кимәлендә. Хатта аяҡтарына ныҡлы ғына баҫҡан урта бизнес вәкилдәренә ярҙам да башлыса аҡса биреүгә булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш, төрлө административ кәртәләр йүнселлекте артабан үҫтереүгә тотҡарлыҡ яһай, был эшмәкәрлек менән бер нисә министрлыҡ шөғөлләнһә лә, ниндәйҙер дөйөм йүнәлеш бирерлек үҙәк юҡ. Был хәлдән сығыу йәһәтенән Президент ҡарамағында ойошторолған Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы тәүге аҙым булып тора. Уның беренсе ултырышында үрҙә билдәләнгән проблемалар ентекле тикшерелде, эш планы ҡабул ителде. Яҡын киләсәктә йүнселдәр менән маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу өсөн республика кимәлендә яңы дәүләт органы ойоштороу күҙаллана.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.