Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Аҡ эттең бәләһе – ҡара эткә
Украиналағы һуғыш менән бәйле халыҡ-ара хәл ҡатмарлаша бара. 17 июлдә үҙаллылыҡ иғлан иткән Донбасс Халыҡ Республикаһы биләмәһендә Малайзия авиакомпанияһына ҡараған “Боинг-777” пассажир самолеты әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында һәләкәткә осраны.

Был ваҡиға донъя кимәлендә ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Амстердамдан Куала-Лумпур ҡалаһына табан осҡан самолетта 298 кеше, шул иҫәптән 85 бала һәм экипаждың 15 ағзаһы булған. Һәләкәткә тарығандар араһында СПИД ауырыуын өйрәнеүсе байтаҡ ҡына ғалим, белгес тә бар ине, тиҙәр. Улар Мельбурн ҡалаһына СПИД-ты өйрәнеү буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыр өсөн юлланған икән. Ҡорбандар иҫәбендә Австралия, Голландия, Германия, Бөйөк Британия, Малайзия һәм башҡа ил граждандары ла бар.
Ун километр бейеклектә осҡан самолетты кем бәреп төшөргәнен асыҡлау бик бәхәсле бара. Әлегә бер-береһен ғәйепләүҙән уҙа алмайҙар. Украина етәкселәре һәләкәттең сәбәбен Донбасс ополчениеһы вәкилдәренә һәм Рәсәйгә япһарһа, Донбасс һәм Луганск халҡы бының киреһен раҫлай. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, “Боинг-777” самолеты “Бук” тибындағы зенит-ракета комплексы тарафынан бәреп төшөрөлгән. Бындай хәрби ҡоролма Украинаның хәрби-һауа көстәре ҡарамағында бар, һәм тап уларҙың ҡот­ҡо таратыу маҡсатында Донбасс күгенән осҡан сит ил самолетын бәреп төшөрөүе ихтимал.
Самолет Рәсәй сигенә 50 километр етәрәк Донбасс Халыҡ Республикаһы биләмәһендә ҡолаған. Был төбәктең етәксеһе Александр Борадай белдереүенсә, уларҙың ҡарамағында 10 километр бейеклектәге объектты бәреп төшөрөрлөк ҡорал юҡ, был – Украина хәрби көстәренең генә эше. Киев иһә барлыҡ ғәйепте Рәсәйгә ауҙармаҡсы. Йәнәһе лә, “Бук” зенит-ракета комплексын беҙҙекеләр йәшертен рәүештә халыҡ ополчениеһына биргән. Рәсәйҙең Хәрби-Һауа көстәрен туранан-тура ғәйепләүселәр ҙә бар. АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәре, мәҫәлән, самолет ҡолап төшөп етер-етмәҫтән тиерлек был ваҡиғала Рәсәйҙең ҡатнашлығын тикшерә башланы. Бер ниндәй тикшереү һөҙөмтәләрен дә көтөп тормаҫтан, Барак Обама рәсми рәүештә Рәсәйгә яла яҡты. Европа союзы илдәре етәкселәре лә бер тауыштан илебеҙгә ғәйеп ташлай.
Германия канцлеры Ангела Меркель генә үҙ фаразын асыҡтан-асыҡ белдереүҙән тарты­ныбыраҡ тора. Бөйөк Британия премьеры Дэвид Кэмерон иһә әлеге ваҡиға менән бәйле Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеү яғында. Ысынында иһә ҡара эттең бәләһен аҡ эткә япһарыу был. Австралия премьеры Тони Эббот та ватандаштарының үлемендә Рәсәйҙе ғәйепле тип күрә. Ул хатта илебеҙ президенты Владимир Путинды “Ҙур егерме” илдәре саммитына индермәү менән янай.
“Ҙур һигеҙ”ҙә Рәсәйҙән башҡа барыһы ла (АҠШ, Канада, Германия, Франция, Италия, Бөйөк Британия, Япония) электән үҫешкән капиталистик дәүләт булһа, “Ҙур егерме”лә илебеҙҙең Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Аргентина, Көньяҡ Африка Республикаһы кеүек ҡеүәтле союздаштары бар. Шуға ла Тони Эбботтың уй-ниәте бойомға ашмаҫтыр. Ә бына ЕС илдәренең сит ил эштәре министрҙары Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итмәҫ тимә.
Әле “Боинг-777” ҡолаған урында халыҡ-ара эксперттар тикшереү эштәрен башланы. Украина президенты Петр Порошенко ОБСЕ вәкилдәренә тикшереү уҙғарыуҙа ополчение көстәренең ҡамасаулауын белдерә. Донбасс һәм Луганск республикалары етәкселәре иһә “самолет ҡолаған биләмәләрҙә өс көн тыныслыҡ һаҡланасаҡ” тип бара. Халыҡ-ара эксперттар ниндәй һығымта яһарын ваҡыт күрһәтер. Әгәр “ысынлап та самолетты Рәсәй ярҙамында ополчение көстәре бәреп төшөргән” тигән фараз өҫтөнлөк ала ҡалһа, халыҡ-ара даирәлә илебеҙгә бик ауырға тура киләсәк. Украинаның хәрби-һауа көстәре ғәйепле тип табылһа, ЕС һәм АҠШ-тың рәсми Киевҡа һәм Майҙан хужаларына ҡарашы ҡырҡа үҙгәрер, моғайын.
Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Украина хәрби-һауа көстәренең яңылыштан пассажир самолетын бәреп төшөрөү ихтималлығына өҫтөнлөк бирә. “Ошо арауыҡта Владимир Путин да Бразилиянан ҡайтышлай уларҙың күге аша осоп уҙған булырға тейеш. Ошоно белгән Украина хәрбиҙәре, Рәсәй Президенты ултырған самолетҡа атам тип, яңылыштан Малайзияның һауа транспортын бәреп төшөргән”, – тиелә бер нисә баҫмала. Был версия иҫбатлана ҡалһа, Украина хәрбиҙәре һәм был фарманды биреүселәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Нисек кенә булмаһын, бер ғәйепһеҙ 300-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлдө, һәм был – Украиналағы мәхшәр эҙемтәһе. Һуғышты туҡтатмаған, ике яҡ та уртаҡ фекергә килергә ынтылмаған осраҡта, яңынан-яңы ҡорбандар өҫтәлеүе ихтимал.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә