Аҡ эттең бәләһе – ҡара эткә22.07.2014
Украиналағы һуғыш менән бәйле халыҡ-ара хәл ҡатмарлаша бара. 17 июлдә үҙаллылыҡ иғлан иткән Донбасс Халыҡ Республикаһы биләмәһендә Малайзия авиакомпанияһына ҡараған “Боинг-777” пассажир самолеты әлегә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында һәләкәткә осраны.
Был ваҡиға донъя кимәлендә ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Амстердамдан Куала-Лумпур ҡалаһына табан осҡан самолетта 298 кеше, шул иҫәптән 85 бала һәм экипаждың 15 ағзаһы булған. Һәләкәткә тарығандар араһында СПИД ауырыуын өйрәнеүсе байтаҡ ҡына ғалим, белгес тә бар ине, тиҙәр. Улар Мельбурн ҡалаһына СПИД-ты өйрәнеү буйынса халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыр өсөн юлланған икән. Ҡорбандар иҫәбендә Австралия, Голландия, Германия, Бөйөк Британия, Малайзия һәм башҡа ил граждандары ла бар.
Ун километр бейеклектә осҡан самолетты кем бәреп төшөргәнен асыҡлау бик бәхәсле бара. Әлегә бер-береһен ғәйепләүҙән уҙа алмайҙар. Украина етәкселәре һәләкәттең сәбәбен Донбасс ополчениеһы вәкилдәренә һәм Рәсәйгә япһарһа, Донбасс һәм Луганск халҡы бының киреһен раҫлай. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, “Боинг-777” самолеты “Бук” тибындағы зенит-ракета комплексы тарафынан бәреп төшөрөлгән. Бындай хәрби ҡоролма Украинаның хәрби-һауа көстәре ҡарамағында бар, һәм тап уларҙың ҡотҡо таратыу маҡсатында Донбасс күгенән осҡан сит ил самолетын бәреп төшөрөүе ихтимал.
Самолет Рәсәй сигенә 50 километр етәрәк Донбасс Халыҡ Республикаһы биләмәһендә ҡолаған. Был төбәктең етәксеһе Александр Борадай белдереүенсә, уларҙың ҡарамағында 10 километр бейеклектәге объектты бәреп төшөрөрлөк ҡорал юҡ, был – Украина хәрби көстәренең генә эше. Киев иһә барлыҡ ғәйепте Рәсәйгә ауҙармаҡсы. Йәнәһе лә, “Бук” зенит-ракета комплексын беҙҙекеләр йәшертен рәүештә халыҡ ополчениеһына биргән. Рәсәйҙең Хәрби-Һауа көстәрен туранан-тура ғәйепләүселәр ҙә бар. АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәре, мәҫәлән, самолет ҡолап төшөп етер-етмәҫтән тиерлек был ваҡиғала Рәсәйҙең ҡатнашлығын тикшерә башланы. Бер ниндәй тикшереү һөҙөмтәләрен дә көтөп тормаҫтан, Барак Обама рәсми рәүештә Рәсәйгә яла яҡты. Европа союзы илдәре етәкселәре лә бер тауыштан илебеҙгә ғәйеп ташлай.
Германия канцлеры Ангела Меркель генә үҙ фаразын асыҡтан-асыҡ белдереүҙән тартыныбыраҡ тора. Бөйөк Британия премьеры Дэвид Кэмерон иһә әлеге ваҡиға менән бәйле Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеү яғында. Ысынында иһә ҡара эттең бәләһен аҡ эткә япһарыу был. Австралия премьеры Тони Эббот та ватандаштарының үлемендә Рәсәйҙе ғәйепле тип күрә. Ул хатта илебеҙ президенты Владимир Путинды “Ҙур егерме” илдәре саммитына индермәү менән янай.
“Ҙур һигеҙ”ҙә Рәсәйҙән башҡа барыһы ла (АҠШ, Канада, Германия, Франция, Италия, Бөйөк Британия, Япония) электән үҫешкән капиталистик дәүләт булһа, “Ҙур егерме”лә илебеҙҙең Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Аргентина, Көньяҡ Африка Республикаһы кеүек ҡеүәтле союздаштары бар. Шуға ла Тони Эбботтың уй-ниәте бойомға ашмаҫтыр. Ә бына ЕС илдәренең сит ил эштәре министрҙары Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар ҡабул итмәҫ тимә.
Әле “Боинг-777” ҡолаған урында халыҡ-ара эксперттар тикшереү эштәрен башланы. Украина президенты Петр Порошенко ОБСЕ вәкилдәренә тикшереү уҙғарыуҙа ополчение көстәренең ҡамасаулауын белдерә. Донбасс һәм Луганск республикалары етәкселәре иһә “самолет ҡолаған биләмәләрҙә өс көн тыныслыҡ һаҡланасаҡ” тип бара. Халыҡ-ара эксперттар ниндәй һығымта яһарын ваҡыт күрһәтер. Әгәр “ысынлап та самолетты Рәсәй ярҙамында ополчение көстәре бәреп төшөргән” тигән фараз өҫтөнлөк ала ҡалһа, халыҡ-ара даирәлә илебеҙгә бик ауырға тура киләсәк. Украинаның хәрби-һауа көстәре ғәйепле тип табылһа, ЕС һәм АҠШ-тың рәсми Киевҡа һәм Майҙан хужаларына ҡарашы ҡырҡа үҙгәрер, моғайын.
Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары Украина хәрби-һауа көстәренең яңылыштан пассажир самолетын бәреп төшөрөү ихтималлығына өҫтөнлөк бирә. “Ошо арауыҡта Владимир Путин да Бразилиянан ҡайтышлай уларҙың күге аша осоп уҙған булырға тейеш. Ошоно белгән Украина хәрбиҙәре, Рәсәй Президенты ултырған самолетҡа атам тип, яңылыштан Малайзияның һауа транспортын бәреп төшөргән”, – тиелә бер нисә баҫмала. Был версия иҫбатлана ҡалһа, Украина хәрбиҙәре һәм был фарманды биреүселәр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Нисек кенә булмаһын, бер ғәйепһеҙ 300-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлдө, һәм был – Украиналағы мәхшәр эҙемтәһе. Һуғышты туҡтатмаған, ике яҡ та уртаҡ фекергә килергә ынтылмаған осраҡта, яңынан-яңы ҡорбандар өҫтәлеүе ихтимал.