Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Дәғүәселәр – унау
14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республикала 22 һайлау кампанияһы үтәсәк. Шуларҙың иң мөһиме – Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү.


9 июлдә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы кандидаттар­ҙың документтарын ҡабул итеүҙән туҡтаны.
– Беҙгә Башҡортостан Президен­ты вазифаһына дәғүә итеүсе­ләр­ҙең ҡултамғалар йыйыу тәртибен боҙоуы хаҡында рәсми мөрәжәғәт­тәр булманы, – тип белдерҙе Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһы барышында.
Ҡултамғаларҙы кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһына 19 июлдә киске сәғәт 6-ға тиклем тап­шырырға тейеш.

* * *

Башҡортостанда сәйәси партияларҙың республика Президенты вазифаһына кандидаттар күрһәтеүе тамам.

Төбәк башлығы вазифаһына 10 кеше дәғүә итә. Улар: “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күр­һәтелгән Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты ва­зифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Рөстәм Хәмитов, “Рәсәй патриоттары”нан Илдар Бикбаев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Константин Шаһи­моратов, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, Рәсәй Феде­рацияһы Коммунистар пар­­тия­һының Баш­ҡор­тостан республика бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин, “Рәсәй коммунис­та­ры”нан Рәсих Хәмитов, “Рәсәй пен­сионерҙарының ғәҙел­лек өсөн пар­тияһы”нан Ришат Мәғәсүмов, “Рәсәй халыҡ идараһы партия­һы”нан Павел Ксенофонтов, “Рәсәй­ҙең “ЯБЛОКО” бер­ләштерелгән демократик пар­тия­­һы”нан Сергей Наумкин, “Достоинство” пар­тияһынан Нурислам Усманов. Үҙәк һайлау комиссияһының эш төркөмө уларға документтарҙы ҡабул итеү тураһындағы раҫлау ҡағыҙын тапшырҙы һәм һайлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәп асыуға рөхсәт бирҙе.
“Граждандар көсө” партия­һы­нан әүәлерәк теркәлгән кандидат Раил Сарбаев исемлектә юҡ. Уны күр­һәткән партия Үҙәк һайлау комиссияһына үҙҙәренең кандидатын алыу тура­һында ғариза ебәрҙе. Быны “Граждандар көсө” ағзалары канди­даттың партия мәнфә­ғәт­тәренә ҡаршы килгән ғәмәлдәр ҡылыуы менән аңлата.




Килеп тыуған хәлгә аңлатма биреүҙәрен үтенеп, сәйәсмән-экcперттарға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уларға:

Дмитрий МИХАЙЛИЧЕНКО, философия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры:
– Әлбиттә, был яңылыҡ мине бер аҙ ғәжәпләндерҙе. Партияның үҙе күрһәткән кандидаттан баш тартыуы – көтөлмәгән хәл. Минеңсә, был осраҡта Раил Сарбаевтың сәйәси технологтары хата ебәргән. Ни өсөн тигәндә, Раил Сәлих улы – элекке премьер-министр, билдәле сәйәсмән һәм идарасы. Ә «Граждандар көсө” партияһы беҙгә либераль фирҡә булараҡ таныш. Ябай ғына итеп әйткәндә, уларҙың ҡараштары, позициялары, сәйәсәте бер түгел. Партияның ни өсөн уны күрһәтеүе лә аңлашылмай. Хәҙер, күрәһең, үҙ электоратының ышанысын юғалтмау өсөн ҡараштарын үҙгәртергә булғандарҙыр. Шуға күрә һүҙҙе “Сарбаев яҡшы” йәки “Сарбаев яман” тип борорға ярамай, әлеге хәлдә ни бары партияның үҙ хатаһын төҙәтергә тырышыуы тип баһаларға була. Ә бына ҡайһы бер рәсми сығанаҡтарҙағы “партия үҙ кандидатынан милләтсе булыуы, халыҡтарҙы ҡаршы ҡуйырға тырышыуы арҡаһында баш тартҡан” тигәненә ышанырға кәрәкмәй. Раил Сәлих улына бит башҡорттарҙың ғына тауышы кәрәк түгел, Президент итеп һайланыр өсөн бөтә милләт вәкилдәренең дә ихтыяры мөһим. Тәжрибәле сәйәсмән ундай ғына нескәлектәрҙе белә. Быны иһә партияның йәмәғәтселеккә үҙ эсендәге низағтарҙы күрһәтергә теләмәүҙән генә әйтелгән һылтауы тип ҡабул итәйәк.

Николай ЕВДОКИМОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы:
– Нисек кенә булмаһын, быны партия эсендәге ығы-зығы тип ҡарарға кәрәк. Ул кандидатты билдәләргә теләй икән, үҙе унан баш тартырға хоҡуҡлы. Тәүҙә үк Раил Сарбаев менән “Граждандар көсө” партияһының союзы сәйер тойола ине. Уларҙың идеологиялары, позициялары тура килмәй. Әлбиттә, бындай аҙымға барыу партия эсендә проблемалар барлығы тураһында һөйләй. Тимәк, улар үҙ-ара килешә алмаған, ниндәй юл менән барырға икәнлеген хәл итеп бөтмәгән. Был ҡарарҙы кандидаттар тәҡдим итеүҙең һуңғы көнөндә белдереүҙәрендә сәйәси хәйлә юҡтыр тип иѕәпләйем. Ни өсөн тигәндә, быны алдараҡ эшләгәндә лә, башҡа сәйәси фирҡәләр үҙ кандидаттарын күрһәтеп бөткәйне, һәм Сарбаев барыбер икенсе партия таба алмаѕ ине. Шуныһын айырым билдәләйек: уны милләтселектә ғәйепләү ысынбарлыҡҡа тура килмәй.

Ә. ИЛДУСОВА яҙып алды.


Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә