14 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республикала 22 һайлау кампанияһы үтәсәк. Шуларҙың иң мөһиме – Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү.
9 июлдә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы кандидаттарҙың документтарын ҡабул итеүҙән туҡтаны.
– Беҙгә Башҡортостан Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ҡултамғалар йыйыу тәртибен боҙоуы хаҡында рәсми мөрәжәғәттәр булманы, – тип белдерҙе Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһы барышында.
Ҡултамғаларҙы кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһына 19 июлдә киске сәғәт 6-ға тиклем тапшырырға тейеш.
* * *Башҡортостанда сәйәси партияларҙың республика Президенты вазифаһына кандидаттар күрһәтеүе тамам.Төбәк башлығы вазифаһына 10 кеше дәғүә итә. Улар: “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күрһәтелгән Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, “Рәсәй патриоттары”нан Илдар Бикбаев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Константин Шаһиморатов, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин, “Рәсәй коммунистары”нан Рәсих Хәмитов, “Рәсәй пенсионерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы”нан Ришат Мәғәсүмов, “Рәсәй халыҡ идараһы партияһы”нан Павел Ксенофонтов, “Рәсәйҙең “ЯБЛОКО” берләштерелгән демократик партияһы”нан Сергей Наумкин, “Достоинство” партияһынан Нурислам Усманов. Үҙәк һайлау комиссияһының эш төркөмө уларға документтарҙы ҡабул итеү тураһындағы раҫлау ҡағыҙын тапшырҙы һәм һайлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәп асыуға рөхсәт бирҙе.
“Граждандар көсө” партияһынан әүәлерәк теркәлгән кандидат Раил Сарбаев исемлектә юҡ. Уны күрһәткән партия Үҙәк һайлау комиссияһына үҙҙәренең кандидатын алыу тураһында ғариза ебәрҙе. Быны “Граждандар көсө” ағзалары кандидаттың партия мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән ғәмәлдәр ҡылыуы менән аңлата.
Килеп тыуған хәлгә аңлатма биреүҙәрен үтенеп, сәйәсмән-экcперттарға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уларға:Дмитрий МИХАЙЛИЧЕНКО, философия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры:– Әлбиттә, был яңылыҡ мине бер аҙ ғәжәпләндерҙе. Партияның үҙе күрһәткән кандидаттан баш тартыуы – көтөлмәгән хәл. Минеңсә, был осраҡта Раил Сарбаевтың сәйәси технологтары хата ебәргән. Ни өсөн тигәндә, Раил Сәлих улы – элекке премьер-министр, билдәле сәйәсмән һәм идарасы. Ә «Граждандар көсө” партияһы беҙгә либераль фирҡә булараҡ таныш. Ябай ғына итеп әйткәндә, уларҙың ҡараштары, позициялары, сәйәсәте бер түгел. Партияның ни өсөн уны күрһәтеүе лә аңлашылмай. Хәҙер, күрәһең, үҙ электоратының ышанысын юғалтмау өсөн ҡараштарын үҙгәртергә булғандарҙыр. Шуға күрә һүҙҙе “Сарбаев яҡшы” йәки “Сарбаев яман” тип борорға ярамай, әлеге хәлдә ни бары партияның үҙ хатаһын төҙәтергә тырышыуы тип баһаларға була. Ә бына ҡайһы бер рәсми сығанаҡтарҙағы “партия үҙ кандидатынан милләтсе булыуы, халыҡтарҙы ҡаршы ҡуйырға тырышыуы арҡаһында баш тартҡан” тигәненә ышанырға кәрәкмәй. Раил Сәлих улына бит башҡорттарҙың ғына тауышы кәрәк түгел, Президент итеп һайланыр өсөн бөтә милләт вәкилдәренең дә ихтыяры мөһим. Тәжрибәле сәйәсмән ундай ғына нескәлектәрҙе белә. Быны иһә партияның йәмәғәтселеккә үҙ эсендәге низағтарҙы күрһәтергә теләмәүҙән генә әйтелгән һылтауы тип ҡабул итәйәк.
Николай ЕВДОКИМОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы:– Нисек кенә булмаһын, быны партия эсендәге ығы-зығы тип ҡарарға кәрәк. Ул кандидатты билдәләргә теләй икән, үҙе унан баш тартырға хоҡуҡлы. Тәүҙә үк Раил Сарбаев менән “Граждандар көсө” партияһының союзы сәйер тойола ине. Уларҙың идеологиялары, позициялары тура килмәй. Әлбиттә, бындай аҙымға барыу партия эсендә проблемалар барлығы тураһында һөйләй. Тимәк, улар үҙ-ара килешә алмаған, ниндәй юл менән барырға икәнлеген хәл итеп бөтмәгән. Был ҡарарҙы кандидаттар тәҡдим итеүҙең һуңғы көнөндә белдереүҙәрендә сәйәси хәйлә юҡтыр тип иѕәпләйем. Ни өсөн тигәндә, быны алдараҡ эшләгәндә лә, башҡа сәйәси фирҡәләр үҙ кандидаттарын күрһәтеп бөткәйне, һәм Сарбаев барыбер икенсе партия таба алмаѕ ине. Шуныһын айырым билдәләйек: уны милләтселектә ғәйепләү ысынбарлыҡҡа тура килмәй.
Ә. ИЛДУСОВА яҙып алды.