Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Өфө гангстерҙары
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы быйыл яҙ баш ҡалабыҙҙағы банктарҙы талаған ике йәш егеткә ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Улар финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәрен ҡорал менән ҡурҡытып аҡса таптырған. Енәйәтселәр банкоматтарҙағы видеокамералар ярҙамында тотолоп, ҡулға алынды.

Ваҡиғалар барышы Голливуд фильмын хәтерләтә. Тәүге талау осрағы мартта теркә­лә. Эш көнө аҙағында офисҡа битен ҡапла­ған йәш егет килеп инә лә, банк хеҙмәткәрен пистолет менән ҡурҡытып, кассалағы 4 мең һум самаһы аҡсаны алып сыға.
Полиция хеҙмәткәрҙәре офистағы видео­ка­мераларҙы өйрәнә. Бер кеше шик аҫтына алына. Әммә, тикшереү тамамланып та өлгөрмәй, ҡаланың икенсе яҡ осондағы банкта ла ошондай уҡ хәл ҡабатлана. Бында иһә һөжүм итеүселәр икәү була. Видеояҙ­манан күренеүенсә, ҡоралланған әшнәләр үҙҙәрен ысын гангстерҙар тип хис итә, әммә юлдары уңмай: улар офистан буш кеҫә менән сыға. Уңышһыҙлыҡ талаусыларҙы яңы енәйәткә этәрә – улар ҙурыраҡ банкка һөжүм итә. Шул саҡ халыҡты ҡурҡытыр өсөн береһе пистолеттан һауаға ата. Тап ошо мәлдә банк хеҙмәткәрҙәре ваҡиға тураһында полицияға хәбәр итеп өлгөрә. Егеттәр енәйәт урынынан ҡасып ҡотола алмай.
– Банктан алыҫ түгел ерҙә ике егеттең йорттан сығып килеүен күреп ҡалдыҡ. Тышҡы ҡиәфәте менән енәйәтселәргә оҡша­ғайны. Яҡын бара башлағайныҡ, ҡасырға тотондолар. Уларҙы ҡулға алдыҡ, – тип һөйләй Өфө ҡалаһы буйынса эске һаҡ идаралы­ғының енәйәтселәрҙе тотоу төркөмө етәк­сеһе Вадим Сәхәпов. Егеттәрҙең бере­һе­нең ҡулынан пневматик пистолет тартып алына. Икенсеһе ҡоралын ташлаған була, әммә аҙаҡ уныһын да табалар.
Енәйәтселәр банк талау юлына баҫыу­ҙарын аҡса кәрәк булыуы менән аңлата. Әлеге ваҡытта уларҙың икеһенә лә «ҡорал ярҙамында талау» статьяһы буйынса 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Ғәйепләнеүселәрҙең береһенә – 17, икенсе­һенә – 20 йәш.

Үс алам тип...

Нефтекама ҡалаһында 11 йәшлек Динар Хариповтың юғалыуы, бер нисә көн үткәс уның мәйете табылыуы тураһындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте.

Малай 31 майҙа өйөнән сығып китә лә ғәйеп була. Уны эҙләүҙә барлыҡ ҡала халҡы, ирекмәндәр ҡатнаша. Ике аҙна үткәс, үҫмер­ҙең мәйете урманда табыла. Ул ергә күмел­гән була.
Экспертиза асыҡлауынса, Динарҙы дүрт кеше быуып үлтергән. Әле шик тыуҙырған кешеләр – малайҙың үгәй атаһы, 24 йәшлек ир һәм 16 һәм 17 йәшлек ике үҫмер – ҡулға алынған. Уларҙың башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә.
– Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, ма­лай­ҙы, әсәһенә үс итеп, үгәй атаһы урла­ған. Үҫмерҙе баҡсалағы мунсала бикле тот­ҡандар. Енәйәтселәрҙе Динарҙың әсәһенең фатиры булыуы, уны һаттырып аҡса эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырған. Әммә, Интернет селтәрендә малайҙың юғалыуы һәм үл­гән­леге тураһында хәбәр сыҡҡас, енәйәт­­се­­ләр уның йәнен ҡыйырға ҡарар иткән. Тикшереү эше дауам итә, – тип бил­дәләне Рәсәй Тәфтиш комитетының Баш­ҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
Әле ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған. Уларҙың башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә. Бәлиғ булмаған ике үҫмерҙең – 10 йылға тиклем, ә ҡалған ир­ҙәрҙең ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Еңел аҡса бәхет килтермәй

Былтыр яҙ дүрт егет Өфө ҡалаһында урынлашҡан ломбардтарҙың береһенән килограмдан ашыу алтын урлағайны. Уның хаҡын белгестәр 1 миллион һумға баһалаған.

Бурҙарҙы хоҡуҡ һаҡсылары шунда уҡ ҡулға ала алмай. Ваҡиғанан һуң бер аҙна үткәс, Өфөлә алтындың ҙур партияһы һаты­лыуы асыҡлана. Төп маҡсатын бойомға ашы­­рырға маташҡанда, егеттәр ҡулға алына. Енәйәтселәрҙең береһе элек ломбардта ҡарауылсы булып эшләгән һәм, еңел аҡса көҫәп, дуҫтары менән алтын ояһын “таҙар­тырға” булған икән.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Октябрь районы суды уларға хөкөм ҡарары сығарҙы. Бурҙар 2-шәр һәм 3-әр йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә