Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы быйыл яҙ баш ҡалабыҙҙағы банктарҙы талаған ике йәш егеткә ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Улар финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәрен ҡорал менән ҡурҡытып аҡса таптырған. Енәйәтселәр банкоматтарҙағы видеокамералар ярҙамында тотолоп, ҡулға алынды.
Ваҡиғалар барышы Голливуд фильмын хәтерләтә. Тәүге талау осрағы мартта теркәлә. Эш көнө аҙағында офисҡа битен ҡаплаған йәш егет килеп инә лә, банк хеҙмәткәрен пистолет менән ҡурҡытып, кассалағы 4 мең һум самаһы аҡсаны алып сыға.
Полиция хеҙмәткәрҙәре офистағы видеокамераларҙы өйрәнә. Бер кеше шик аҫтына алына. Әммә, тикшереү тамамланып та өлгөрмәй, ҡаланың икенсе яҡ осондағы банкта ла ошондай уҡ хәл ҡабатлана. Бында иһә һөжүм итеүселәр икәү була. Видеояҙманан күренеүенсә, ҡоралланған әшнәләр үҙҙәрен ысын гангстерҙар тип хис итә, әммә юлдары уңмай: улар офистан буш кеҫә менән сыға. Уңышһыҙлыҡ талаусыларҙы яңы енәйәткә этәрә – улар ҙурыраҡ банкка һөжүм итә. Шул саҡ халыҡты ҡурҡытыр өсөн береһе пистолеттан һауаға ата. Тап ошо мәлдә банк хеҙмәткәрҙәре ваҡиға тураһында полицияға хәбәр итеп өлгөрә. Егеттәр енәйәт урынынан ҡасып ҡотола алмай.
– Банктан алыҫ түгел ерҙә ике егеттең йорттан сығып килеүен күреп ҡалдыҡ. Тышҡы ҡиәфәте менән енәйәтселәргә оҡшағайны. Яҡын бара башлағайныҡ, ҡасырға тотондолар. Уларҙы ҡулға алдыҡ, – тип һөйләй Өфө ҡалаһы буйынса эске һаҡ идаралығының енәйәтселәрҙе тотоу төркөмө етәксеһе Вадим Сәхәпов. Егеттәрҙең береһенең ҡулынан пневматик пистолет тартып алына. Икенсеһе ҡоралын ташлаған була, әммә аҙаҡ уныһын да табалар.
Енәйәтселәр банк талау юлына баҫыуҙарын аҡса кәрәк булыуы менән аңлата. Әлеге ваҡытта уларҙың икеһенә лә «ҡорал ярҙамында талау» статьяһы буйынса 12 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Ғәйепләнеүселәрҙең береһенә – 17, икенсеһенә – 20 йәш.
Үс алам тип...Нефтекама ҡалаһында 11 йәшлек Динар Хариповтың юғалыуы, бер нисә көн үткәс уның мәйете табылыуы тураһындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте.
Малай 31 майҙа өйөнән сығып китә лә ғәйеп була. Уны эҙләүҙә барлыҡ ҡала халҡы, ирекмәндәр ҡатнаша. Ике аҙна үткәс, үҫмерҙең мәйете урманда табыла. Ул ергә күмелгән була.
Экспертиза асыҡлауынса, Динарҙы дүрт кеше быуып үлтергән. Әле шик тыуҙырған кешеләр – малайҙың үгәй атаһы, 24 йәшлек ир һәм 16 һәм 17 йәшлек ике үҫмер – ҡулға алынған. Уларҙың башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә.
– Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, малайҙы, әсәһенә үс итеп, үгәй атаһы урлаған. Үҫмерҙе баҡсалағы мунсала бикле тотҡандар. Енәйәтселәрҙе Динарҙың әсәһенең фатиры булыуы, уны һаттырып аҡса эшләү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырған. Әммә, Интернет селтәрендә малайҙың юғалыуы һәм үлгәнлеге тураһында хәбәр сыҡҡас, енәйәтселәр уның йәнен ҡыйырға ҡарар иткән. Тикшереү эше дауам итә, – тип билдәләне Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
Әле ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла ҡулға алынған. Уларҙың башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә. Бәлиғ булмаған ике үҫмерҙең – 10 йылға тиклем, ә ҡалған ирҙәрҙең ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Еңел аҡса бәхет килтермәйБылтыр яҙ дүрт егет Өфө ҡалаһында урынлашҡан ломбардтарҙың береһенән килограмдан ашыу алтын урлағайны. Уның хаҡын белгестәр 1 миллион һумға баһалаған.
Бурҙарҙы хоҡуҡ һаҡсылары шунда уҡ ҡулға ала алмай. Ваҡиғанан һуң бер аҙна үткәс, Өфөлә алтындың ҙур партияһы һатылыуы асыҡлана. Төп маҡсатын бойомға ашырырға маташҡанда, егеттәр ҡулға алына. Енәйәтселәрҙең береһе элек ломбардта ҡарауылсы булып эшләгән һәм, еңел аҡса көҫәп, дуҫтары менән алтын ояһын “таҙартырға” булған икән.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Октябрь районы суды уларға хөкөм ҡарары сығарҙы. Бурҙар 2-шәр һәм 3-әр йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.