Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Атайлыҡты нисек раҫларға?

Ҡыҙымды әле яңғыҙым тәрбиәләйем. Уға тиҙҙән ике йәш тула. Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығында "атай" тигән графала – һыҙыҡ. Әммә бәләкәсемдең атаһы беҙҙең менән бергә йәшәй ине, йыл ярым элек ул беҙҙе ташланы. Мин алимент юллай аламмы? Бының өсөн башта нимә эшләргә?

Әнүзә.

Илеш районы.

Иң тәүҙә һеҙгә балағыҙҙың атаһы кем булыуын дәлилләргә кәрәк. Бының өсөн атай кешенең йәки ҡыҙығыҙҙың йәшәү урыны буйынса (һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ) атайлыҡты тергеҙеү һәм алимент юллау тураһында дәғүә ғаризаһы яҙығыҙ. Бындай эштәр буйынса генетик экспертиза үткәрелә, әммә яуап биреүсенең унан баш тартыуы ихтимал. Шуға һеҙгә ошо ирҙең ҡыҙығыҙҙың атаһы икәнлеген раҫлаусы дәлилдәр – бергә төшкән фотолар, видео, аудиояҙмалар, хаттар, шаһиттарҙың күрһәтмәләре – кәрәк.
Атайлыҡты раҫлағандан һуң ғына алимент юлларға мөмкин. Әммә миҙал ике яҡлы бит. Атай кешенең балаһын тәрбиәләүгә һеҙҙең кеүек үк хоҡуҡтары барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, ҡайһы бер сит илдәргә ял итергә сыҡҡанда ла уның рөхсәтен алыу талап ителәсәк. Бынан тыш, икенсе урынға йәшәргә күскәндә лә атайҙың рөхсәте кәрәк.


Фатирҙың ҡыҙыбыҙҙыҡы ғына булыуын теләйбеҙ

Ҡыҙыбыҙ яңы төҙөлгән йорттан фатир алыу өсөн үҙ аҡсаһын тотондо. Бер йылдан һуң был йорт сафҡа инәсәк. Тимәк, ул торлаҡҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ та аласаҡ. Әле ҡыҙыбыҙ бер ир менән йәшәй, ауырлы. Улар сабый тыуғансы мөнәсәбәттәрен законлаштырырға теләй. Әгәр фатир улар никахҡа ингәндән һуң теркәлһә, дөйөм милек тип һаналасаҡмы? Беҙ торлаҡтың ҡыҙыбыҙҙыҡы ғына булыуын теләйбеҙ.

Мирза Рәшит улы.

Бәләбәй ҡалаһы.

Дөрөҫ борсолаһығыҙ. Ысынлап та, фатир никах ваҡытында алынһа, дөйөм мөлкәт тип һаналасаҡ. Әммә бынан ҡотолоуҙың бер нисә юлы бар. Беренсенән, никахҡа тиклем, хоҡуҡтарҙы тапшырыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, фатирҙы атай менән әсәйҙең береһенә теркәтергә мөмкин. Артабан ул уны ҡыҙына бүләк итә ала. Никах килешеүе төҙөп, унда фатирҙың, туйға тиклем үк ҡатын тарафынан һатып алыныуы сәбәпле, фәҡәт үҙенеке генә булыуын күрһәтергә мөмкин.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә