Атайлыҡты нисек раҫларға?Ҡыҙымды әле яңғыҙым тәрбиәләйем. Уға тиҙҙән ике йәш тула. Баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығында "атай" тигән графала – һыҙыҡ. Әммә бәләкәсемдең атаһы беҙҙең менән бергә йәшәй ине, йыл ярым элек ул беҙҙе ташланы. Мин алимент юллай аламмы? Бының өсөн башта нимә эшләргә?Әнүзә.Илеш районы.
Иң тәүҙә һеҙгә балағыҙҙың атаһы кем булыуын дәлилләргә кәрәк. Бының өсөн атай кешенең йәки ҡыҙығыҙҙың йәшәү урыны буйынса (һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ) атайлыҡты тергеҙеү һәм алимент юллау тураһында дәғүә ғаризаһы яҙығыҙ. Бындай эштәр буйынса генетик экспертиза үткәрелә, әммә яуап биреүсенең унан баш тартыуы ихтимал. Шуға һеҙгә ошо ирҙең ҡыҙығыҙҙың атаһы икәнлеген раҫлаусы дәлилдәр – бергә төшкән фотолар, видео, аудиояҙмалар, хаттар, шаһиттарҙың күрһәтмәләре – кәрәк.
Атайлыҡты раҫлағандан һуң ғына алимент юлларға мөмкин. Әммә миҙал ике яҡлы бит. Атай кешенең балаһын тәрбиәләүгә һеҙҙең кеүек үк хоҡуҡтары барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, ҡайһы бер сит илдәргә ял итергә сыҡҡанда ла уның рөхсәтен алыу талап ителәсәк. Бынан тыш, икенсе урынға йәшәргә күскәндә лә атайҙың рөхсәте кәрәк.
Фатирҙың ҡыҙыбыҙҙыҡы ғына булыуын теләйбеҙҠыҙыбыҙ яңы төҙөлгән йорттан фатир алыу өсөн үҙ аҡсаһын тотондо. Бер йылдан һуң был йорт сафҡа инәсәк. Тимәк, ул торлаҡҡа хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ та аласаҡ. Әле ҡыҙыбыҙ бер ир менән йәшәй, ауырлы. Улар сабый тыуғансы мөнәсәбәттәрен законлаштырырға теләй. Әгәр фатир улар никахҡа ингәндән һуң теркәлһә, дөйөм милек тип һаналасаҡмы? Беҙ торлаҡтың ҡыҙыбыҙҙыҡы ғына булыуын теләйбеҙ.Мирза Рәшит улы.Бәләбәй ҡалаһы.
Дөрөҫ борсолаһығыҙ. Ысынлап та, фатир никах ваҡытында алынһа, дөйөм мөлкәт тип һаналасаҡ. Әммә бынан ҡотолоуҙың бер нисә юлы бар. Беренсенән, никахҡа тиклем, хоҡуҡтарҙы тапшырыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, фатирҙы атай менән әсәйҙең береһенә теркәтергә мөмкин. Артабан ул уны ҡыҙына бүләк итә ала. Никах килешеүе төҙөп, унда фатирҙың, туйға тиклем үк ҡатын тарафынан һатып алыныуы сәбәпле, фәҡәт үҙенеке генә булыуын күрһәтергә мөмкин.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.