Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Үҙгәрештәр индерелде

Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелгән, тип ишеткәйнем. Илдекенәме, республиканыҡынамы икән? Ошо хаҡта аңлатып яҙһағыҙ ине.
Айгөл УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.


Ысынлап та, 2012 йылдың 22 сентябрендә ҡабул ителгән 548-з һанлы законға ярашлы, Башҡортостандың Ғаилә кодексындағы 121-се статьяға үҙгәрештәр индерелде. Был баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыусылар исемлегенә ҡағыла. Суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ йәки сикләнгән юридик хоҡуҡлы тип танылғандар, закон нигеҙендә йөкмәтелгән яуаплылыҡҡа тейешенсә әһәмиәт бирмәгән өсөн опекунлыҡ (попечителлек) бурыстарынан ситләтелгәндәр, сәләмәтлегенә бәйле атай-әсәйлек вазифаһын үтәй алмағандар (теләүселәрҙең баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп, опекаға (попечителлеккә) йәки ғаиләгә алыуына ниндәй сирҙәр кәртә икәнлеген Рәсәй Хөкүмәте билдәләй), уллыҡҡа алынған балаға Башҡортостанда раҫланған йәшәү минимумын тәьмин итерлек килеме, даими йәшәү урыны булмағандар һәм башҡалар кескәйҙәрҙе уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп ала алмай. Кодексҡа үҙгәрештәр индерелгәндән алып үрҙә әйтелгән хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн хәҙер айырым әҙерлек тә үтергә кәрәк. Был талап ҡыҙ йәки малайҙың туғандарына, әле уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыусы бурыстарын үтәгәндәргә һәм ошо хоҡуҡтан мәхрүм ителмәгәндәргә генә ҡағылмай. Әйткәндәй, бындай әҙерлекте опека һәм попечителлек органдары ойоштора.

уртаҡ мөлкәт һанала

Ирем менән өйләнешкәндән һуң, әсәйем менән атайым фатирын хосусилаштырып һатты. Ошо аҡсаға улар минең исемгә йорт алып бирҙе. Ирем күсемһеҙ милектәге өлөшкә дәғүә итә аламы?
Мәҙинә.

Туймазы ҡалаһы.


Рәсәй Ғаилә кодексының 34-се статьяһына ярашлы, ирегеҙ фатирҙағы үҙ өлөшөнә дәғүә итергә хоҡуҡлы, сөнки законлы никахҡа инеп, бер ғаилә булып йәшәгән осорҙағы һатып алынған бөтә нәмә, шул иҫәптән фатир ҙа, уртаҡ мөлкәт тип һанала. Быға кемдеңдер исеменә күсемһеҙ милектең йәки башҡа әйберҙең һатып алыныуы ла, кемдең аҡсаһы булыуы ла йоғонто яһамай. Әгәр мөлкәтте бүлешкәндә ниндәйҙер бәхәс тыуа икән, дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә