Үҙгәрештәр индерелде
Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелгән, тип ишеткәйнем. Илдекенәме, республиканыҡынамы икән? Ошо хаҡта аңлатып яҙһағыҙ ине.
Айгөл УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.Ысынлап та, 2012 йылдың 22 сентябрендә ҡабул ителгән 548-з һанлы законға ярашлы, Башҡортостандың Ғаилә кодексындағы 121-се статьяға үҙгәрештәр индерелде. Был баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыусылар исемлегенә ҡағыла. Суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ йәки сикләнгән юридик хоҡуҡлы тип танылғандар, закон нигеҙендә йөкмәтелгән яуаплылыҡҡа тейешенсә әһәмиәт бирмәгән өсөн опекунлыҡ (попечителлек) бурыстарынан ситләтелгәндәр, сәләмәтлегенә бәйле атай-әсәйлек вазифаһын үтәй алмағандар (теләүселәрҙең баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп, опекаға (попечителлеккә) йәки ғаиләгә алыуына ниндәй сирҙәр кәртә икәнлеген Рәсәй Хөкүмәте билдәләй), уллыҡҡа алынған балаға Башҡортостанда раҫланған йәшәү минимумын тәьмин итерлек килеме, даими йәшәү урыны булмағандар һәм башҡалар кескәйҙәрҙе уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп ала алмай. Кодексҡа үҙгәрештәр индерелгәндән алып үрҙә әйтелгән хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн хәҙер айырым әҙерлек тә үтергә кәрәк. Был талап ҡыҙ йәки малайҙың туғандарына, әле уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыусы бурыстарын үтәгәндәргә һәм ошо хоҡуҡтан мәхрүм ителмәгәндәргә генә ҡағылмай. Әйткәндәй, бындай әҙерлекте опека һәм попечителлек органдары ойоштора.
уртаҡ мөлкәт һанала
Ирем менән өйләнешкәндән һуң, әсәйем менән атайым фатирын хосусилаштырып һатты. Ошо аҡсаға улар минең исемгә йорт алып бирҙе. Ирем күсемһеҙ милектәге өлөшкә дәғүә итә аламы?
Мәҙинә.
Туймазы ҡалаһы.Рәсәй Ғаилә кодексының 34-се статьяһына ярашлы, ирегеҙ фатирҙағы үҙ өлөшөнә дәғүә итергә хоҡуҡлы, сөнки законлы никахҡа инеп, бер ғаилә булып йәшәгән осорҙағы һатып алынған бөтә нәмә, шул иҫәптән фатир ҙа, уртаҡ мөлкәт тип һанала. Быға кемдеңдер исеменә күсемһеҙ милектең йәки башҡа әйберҙең һатып алыныуы ла, кемдең аҡсаһы булыуы ла йоғонто яһамай. Әгәр мөлкәтте бүлешкәндә ниндәйҙер бәхәс тыуа икән, дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.