Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Заманса мәғлүмәт төплө белем талап итә
● Быйыл 1 ғинуарҙан “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен тапшырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 23-сө республика Законы ғәмәлгә инде. Ул былтыр 28 декабрҙә рәсми баҫылып сыҡҡайны.
1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закондың 23.3-сө һәм 26.11-се статьяларына ярашлы, хайуандарҙың ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау, уларҙы дауалау, халыҡты кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм сирҙәрҙән һаҡлау буйынса сараларҙы ойоштороу Рәсәй төбәктәренең вәкәләттәренә инә. Шулай уҡ был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән мөлкәт, мәҫәлән, хайуандар ерләнгән урын (биотермик соҡорҙар) ошо төбәктәр милкендә була ала. Яңы республика законына ярашлы был вәкәләттәрҙең урындағы үҙидара органдарына тапшырылыуы мөмкин.
Хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, шулай уҡ биотермик соҡорҙарҙың муниципаль берәмектәрҙә урынлашыуын, уларҙы төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу эшен Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленгән субвенцияға муниципаль берәмектәрҙең һөҙөмтәлерәк башҡарыуын иҫәпкә алып, закон сығарыусылар урындағы үҙидара органдарына ошо өлкәләге вәкәләттәрҙе йөкмәтә.

● “Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се киҫәгенә үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Законы менән республикабыҙҙа ҡала округының вәкиллекле органы аппаратындағы төп белгес вазифаһы муниципаль хеҙмәт вазифаларының өлкән төркөмөнә индерелә. Республикабыҙҙағы Муниципаль хеҙмәт вазифаларының ғәмәлдәге реестрында иһә был вазифа – кесе төркөмгә, ә урындағы ҡала округы хакимиәтенең төп белгесе өлкән төркөмгә ҡарай.
Былтыр 30 октябргә ҡарата барлыҡ ҡала округтарындағы вәкиллекле органдар аппаратында 15 муниципаль хеҙмәткәр төп белгес вазифаһын башҡарған. Әле ил һәм республика ҡануниәттәрендәге үҙгәрештәргә, урындағы үҙидара депутаттарын һайлау тәртибенең ҡатмарлашыуына, ҡала округтарының вәкиллекле органдарында фракциялар эшен тәьмин итеү зарурлығына бәйле был органдарҙың эшмәкәрлек даирәһе ярайһы уҡ киңәйҙе. Заманса мәғлүмәт технологиялары, электрон документтар әйләнеше белгестәрҙән юғары әҙерлек, төплө белем талап итә. Был вазифаны өлкән төркөмгә индереү ҡала округтары хакимиәтендәге һәм вәкиллекле органдарындағы төп белгестәрҙең хоҡуҡи хәлен тигеҙләү һәм квалификациялы белгестәр йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Закон быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә инде.

● “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Законы 2013 йылдың 3 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы 108-се республика Законын ҡулланыу практикаһын иҫәпкә алып, уның ҡайһы бер положениеларына асыҡлыҡ индереү зарурлығына бәйле ҡабул ителде.
Яңы Законға ярашлы, Палата ағзаһы вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй. Шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы органдарының структураһы рәйес урынбаҫары вазифалары менән тулыландырыла. Бынан тыш, Закондың 23-сө статьяһы палата Аппаратының ойоштороу-хоҡуҡи формаһына асыҡлыҡ индерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә