Заманса мәғлүмәт төплө белем талап итә28.01.2014
● Быйыл 1 ғинуарҙан “Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен тапшырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 23-сө республика Законы ғәмәлгә инде. Ул былтыр 28 декабрҙә рәсми баҫылып сыҡҡайны.
1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закондың 23.3-сө һәм 26.11-се статьяларына ярашлы, хайуандарҙың ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау, уларҙы дауалау, халыҡты кеше һәм хайуандар өсөн дөйөм сирҙәрҙән һаҡлау буйынса сараларҙы ойоштороу Рәсәй төбәктәренең вәкәләттәренә инә. Шулай уҡ был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән мөлкәт, мәҫәлән, хайуандар ерләнгән урын (биотермик соҡорҙар) ошо төбәктәр милкендә була ала. Яңы республика законына ярашлы был вәкәләттәрҙең урындағы үҙидара органдарына тапшырылыуы мөмкин.
Хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, шулай уҡ биотермик соҡорҙарҙың муниципаль берәмектәрҙә урынлашыуын, уларҙы төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу эшен Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленгән субвенцияға муниципаль берәмектәрҙең һөҙөмтәлерәк башҡарыуын иҫәпкә алып, закон сығарыусылар урындағы үҙидара органдарына ошо өлкәләге вәкәләттәрҙе йөкмәтә.

“Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт вазифалары реестры тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се киҫәгенә үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Законы менән республикабыҙҙа ҡала округының вәкиллекле органы аппаратындағы төп белгес вазифаһы муниципаль хеҙмәт вазифаларының өлкән төркөмөнә индерелә. Республикабыҙҙағы Муниципаль хеҙмәт вазифаларының ғәмәлдәге реестрында иһә был вазифа – кесе төркөмгә, ә урындағы ҡала округы хакимиәтенең төп белгесе өлкән төркөмгә ҡарай.
Былтыр 30 октябргә ҡарата барлыҡ ҡала округтарындағы вәкиллекле органдар аппаратында 15 муниципаль хеҙмәткәр төп белгес вазифаһын башҡарған. Әле ил һәм республика ҡануниәттәрендәге үҙгәрештәргә, урындағы үҙидара депутаттарын һайлау тәртибенең ҡатмарлашыуына, ҡала округтарының вәкиллекле органдарында фракциялар эшен тәьмин итеү зарурлығына бәйле был органдарҙың эшмәкәрлек даирәһе ярайһы уҡ киңәйҙе. Заманса мәғлүмәт технологиялары, электрон документтар әйләнеше белгестәрҙән юғары әҙерлек, төплө белем талап итә. Был вазифаны өлкән төркөмгә индереү ҡала округтары хакимиәтендәге һәм вәкиллекле органдарындағы төп белгестәрҙең хоҡуҡи хәлен тигеҙләү һәм квалификациялы белгестәр йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Закон быйыл 1 ғинуарҙан көсөнә инде.

“Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Законы 2013 йылдың 3 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы 108-се республика Законын ҡулланыу практикаһын иҫәпкә алып, уның ҡайһы бер положениеларына асыҡлыҡ индереү зарурлығына бәйле ҡабул ителде.
Яңы Законға ярашлы, Палата ағзаһы вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй. Шулай уҡ Йәмәғәт палатаһы органдарының структураһы рәйес урынбаҫары вазифалары менән тулыландырыла. Бынан тыш, Закондың 23-сө статьяһы палата Аппаратының ойоштороу-хоҡуҡи формаһына асыҡлыҡ индерә.


Вернуться назад