Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бурысҡа алырғамы? Уйлағыҙ!
Бурысҡа алырғамы? Уйлағыҙ!Бөгөн "кредит" төшөнсәһе аңыбыҙға шул тиклем ныҡлап инеп ултырҙы, хатта унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Рәсәй граждандары ла үҙгәрҙе. Элегерәк ғаиләләр берәй мөлкәт алыр өсөн йылдар буйы аҡса туплаһа, бөгөн иһә кеҫә телефоны, машина, фатир, телевизорҙы кредитҡа алыу мөмкинлеге бар. Халыҡтың бер ҡатлылығынан файҙаланып, банктар ҙа ҡоторона, юғары проценттар менән бурысҡа аҡса тарата. Бәғзеләр, ваҡ хәреф менән баҫылған килешеүҙе уҡып та тормай, ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә бер нисә айҙан күҙ асыла, тик хәл юҡ — бурысты ҡапларға кәрәк.

Һуңғы ваҡытта бер-ике минут эсендә генә бирелә торған кредит карталары күбәйҙе. Уларҙы хатта почта аша ла ебәрәләр. Бер ханым бындай күктән төшкән бәхеткә кинәнеп, тәҡдим ителгән 15 мең һум аҡсаны йәһәт кенә алып, "һә" тигәнсә бөтөргән. Хәҙер терһәген тешләрҙәй була ла, һуң инде.
Ә шулай ҙа, иғтибарлыраҡ булһаң, алданмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы бер банктар халыҡты алдау өсөн еңел ысул табып алды: әҙер килешеүҙәрен почта аша ебәрә, клиентҡа ҡултамғаһын ғына ҡуйырға ҡала. Күптәр ваҡ хәреф менән яҙылған проценттарҙы күрмәй, кредит алырға ризалығын белдерә. Воронежда йәшәгән Дмитрий Агарковҡа ла ошондай хат килеп төшкәс, ул аптырап ҡалмай. Үҙенең шарттарын яҙып, килешеү төҙөй ҙә "Тинькофф кредит системалары" банкына ебәрә. Ваҡ ҡына итеп "Кредитты процентһыҙ алам. Әгәр ҙә банк килешеүҙе боҙһа, 6 миллион һум компенсация түләйәсәк", — тип өҫтәп ҡуя.
Ҡыҙыҡ, "Тинькофф" үҙе уйлап тапҡан ҡармаҡҡа үҙе эләгә, Агарковҡа процентһыҙ кредит бирергә ризалығын белдерә. Аҙаҡ, һемәйгәнен аңлап ҡалып, 2010 йылда килешеүҙе өҙә һәм Дмитрийҙы, мутлашыусы тип, судҡа бирә. Клиент иһә судта килешеүҙе күрһәтә һәм банктан уны өҙгәне өсөн 6 миллион һумды таптыра. Суд килешеүҙе законлы тип таба. Оҙаҡ ҡына барған тикшереүҙән һуң, Агарков менән банк бер-береһен ғәйепләүҙән туҡтап, эште ябыуҙы һорайҙар. Клиент менән "Тинькофф" был бәхәсте үҙ-ара ғына хәл итә. Ә килешеүҙең үҙенсәлектәре сер булып ҡала. Шулай ҙа Агарковтың банкка һабаҡ биреүе, юғалып ҡалмауы һоҡландыра.
Әйткәндәй, башҡалар ҙа килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан уны ныҡлап уҡыһын, үтескә лә аҡсаны самалап һораһын ине.


Автор: Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә