Бөгөн "кредит" төшөнсәһе аңыбыҙға шул тиклем ныҡлап инеп ултырҙы, хатта унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Рәсәй граждандары ла үҙгәрҙе. Элегерәк ғаиләләр берәй мөлкәт алыр өсөн йылдар буйы аҡса туплаһа, бөгөн иһә кеҫә телефоны, машина, фатир, телевизорҙы кредитҡа алыу мөмкинлеге бар. Халыҡтың бер ҡатлылығынан файҙаланып, банктар ҙа ҡоторона, юғары проценттар менән бурысҡа аҡса тарата. Бәғзеләр, ваҡ хәреф менән баҫылған килешеүҙе уҡып та тормай, ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә бер нисә айҙан күҙ асыла, тик хәл юҡ — бурысты ҡапларға кәрәк.
Һуңғы ваҡытта бер-ике минут эсендә генә бирелә торған кредит карталары күбәйҙе. Уларҙы хатта почта аша ла ебәрәләр. Бер ханым бындай күктән төшкән бәхеткә кинәнеп, тәҡдим ителгән 15 мең һум аҡсаны йәһәт кенә алып, "һә" тигәнсә бөтөргән. Хәҙер терһәген тешләрҙәй була ла, һуң инде.
Ә шулай ҙа, иғтибарлыраҡ булһаң, алданмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы бер банктар халыҡты алдау өсөн еңел ысул табып алды: әҙер килешеүҙәрен почта аша ебәрә, клиентҡа ҡултамғаһын ғына ҡуйырға ҡала. Күптәр ваҡ хәреф менән яҙылған проценттарҙы күрмәй, кредит алырға ризалығын белдерә. Воронежда йәшәгән Дмитрий Агарковҡа ла ошондай хат килеп төшкәс, ул аптырап ҡалмай. Үҙенең шарттарын яҙып, килешеү төҙөй ҙә "Тинькофф кредит системалары" банкына ебәрә. Ваҡ ҡына итеп "Кредитты процентһыҙ алам. Әгәр ҙә банк килешеүҙе боҙһа, 6 миллион һум компенсация түләйәсәк", — тип өҫтәп ҡуя.
Ҡыҙыҡ, "Тинькофф" үҙе уйлап тапҡан ҡармаҡҡа үҙе эләгә, Агарковҡа процентһыҙ кредит бирергә ризалығын белдерә. Аҙаҡ, һемәйгәнен аңлап ҡалып, 2010 йылда килешеүҙе өҙә һәм Дмитрийҙы, мутлашыусы тип, судҡа бирә. Клиент иһә судта килешеүҙе күрһәтә һәм банктан уны өҙгәне өсөн 6 миллион һумды таптыра. Суд килешеүҙе законлы тип таба. Оҙаҡ ҡына барған тикшереүҙән һуң, Агарков менән банк бер-береһен ғәйепләүҙән туҡтап, эште ябыуҙы һорайҙар. Клиент менән "Тинькофф" был бәхәсте үҙ-ара ғына хәл итә. Ә килешеүҙең үҙенсәлектәре сер булып ҡала. Шулай ҙа Агарковтың банкка һабаҡ биреүе, юғалып ҡалмауы һоҡландыра.
Әйткәндәй, башҡалар ҙа килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан уны ныҡлап уҡыһын, үтескә лә аҡсаны самалап һораһын ине.