Һүрелмәҫ дандары ҡалды
Хәтер тигәндәй... Хеҙмәт Геройҙары тураһында кәлимә һүҙ әйтәйем тип алдыма ҡағыҙ һалдым да ни сәбәптәндер баҙағандай булдым. Хәйер, быныһы ла тәбиғи бит инде. Һигеҙ йыл самаһы элегерәк нәшерләнгән “Герои труда” тигән китаптың сәхифәләрен аҡтарған һайын, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс мине йәшлек йылдарына ҡабат ҡайтарғандай. Һәр биттән тиерлек таныш йөҙҙәр, Мостай ағай әйткәнсә, “шат, өмөтлө, моңһоу күҙҙәр” миңә әле лә һынамсыл ҡарай. Күңелем һиҙә, улар хәбәрсегеҙҙе үҙҙәре менән икмәк тыуыр баҫыуҙарға, йәһәннәм төбөндә мөлкөлдәгән нефтте һурған ҡоролмалар эргәһенә, сырхауҙарға йән өрөргә тырышҡан табиптар, иҫкергән йорт-ерҙе бөтәйтәм тип бил яҙмаған төҙөүселәр, бөгөнгө сабый иртәгә аң-белемле кеше булып йәшәһен өсөн йән атҡан мөғәллимдәр янына алып китмәксе. Һеҙҙең араға йәнә бик әйләнеп ҡайтыр инем дә, күптәрегеҙ фани донъяны ҡалдырып киткән. Беҙгә телебеҙҙән төшмәҫ исемдәрегеҙ, һүрелмәҫ данығыҙ ҡалды. Ә инде рәхмәтле хәтеребеҙ — үҙебеҙ менән.

Закир Шакир улының артабанғы оҙайлы һәм емешле эшмәкәрлеге тураһында айырым китап яҙырлыҡ та бит... Ағайға 1928 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән Хеҙмәт Геройы исеме бирелгән. Шуныһы йәнә лә күсәгилешлек ҡанундарын раҫлаймы икән, атаһынан 63 йылға ҡала, 1981 йылда, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Закир ағайҙың улы, Миҙхәт Шакиров, лайыҡ тип табылған.
Халыҡ бар ерҙә батыр бар
Ир-аттың егетлеге яуҙа, гүзәлдәребеҙҙең хеҙмәт ҡаһарманлығы цехтарҙа йә фермаларҙа ғына күренә, тип раҫлау ысынбарлыҡҡа хилаф ҡылыу булыр ине. “Халыҡ бар ерҙә батыр бар” тип тиктомалға ғына әйтмәгәндәр. Башҡортостан да йөҙҙәрсә егәрле, намыҫсан, башҡарған һәр эшен дәүләт алдындағы яуаплылыҡ дәрәжәһенә күтәрә алған кешеләргә ҡанат биргән. Гәзит битенең сикләнгән булыуы хеҙмәт ҡаһармандарының, исмаһам, исем-шәрифтәрен һанап сығыу форсатын да бирмәй.

Баш ҡаланан Белорет яғына, йәғни, бындағылар әйтмешләй, Ҡатай иленә тип сыҡһаң, юл Архангел тирәләрендә үк тау ҡыҫаландарына инеп сума. Сума тигәс тә, был тау-таш, йылғалар, урман донъяһында уҙған быуаттың 70-се йылдарында хәрбиҙәр көсө менән һалынған тигеҙ юл берсә сираттағы артылышҡа осоп күтәрелә, йәки, тын тартып та өлгөрмәйһең, текә тау тирәһендә өйөрөлә башлай. Айҙырҙаҡ һыртын — уңда, Аҡбулаҡ арҡаһын һул ҡулда ҡалдырып, Елмәрҙәк тауына ынтылайым ғына тигәндә, оло юлдан айырылған тармағы ла, Йөйәк йылғаһы ла ҡырт ҡына Инйәргә ҡарай борола. Ошонда, ике йылға ҡауышҡан урында, боронғо ла, матур ҙа Йөйәк ауылын табырһығыҙ.

Унынсы биш йыллыҡта ҡорос арҡан үреүсе ете йыл нормаһын үтәгән, йәғни бер миллион метр урынына миллион 800 мең метр үрмес биргән. Был оҙонлоҡтағы канат үрмесен күҙ алдына килтереп тә булмай. Ә Йөйәк ҡыҙы, нормала ҡаралғанса, өс машинала түгел, 8-10 машинала эшләй торғайны. Герой булдым, шөһрәттең Елмәрҙәктән дә бейегерәгенә күтәрелдем тип, Сәғиҙә апайҙың танау буйына ҡарап йөрөгәнен, шөкөр, күрмәнем. Ул дан татыған күптәр һабаҡ алырлыҡ ябай, күңеле ололарға ла, йәштәргә лә асыҡ ине.

Батырлыҡ, алтын кеүек, баһаһын юғалтмай

Хәтер баһалап бөткөһөҙ хазина икән. Ул ҡәҙерле исемдәрҙе, ихлас яратҡан һындарҙы һис кенә лә оноттормай. Һеҙ нисектер, әммә мин Бүздәк, Туймазы яҡтарына юл төшһә, Хәтмулла ағай Солтановты күҙ алдына килтерәм. Яу юлдарында Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Дан ордендарының тулы кавалеры булған, тыныс тормошта ул Социалистик Хеҙмәт Геройы ине. Баймаҡҡа барһам, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙа Риза Хажиәхмәт улы Яхин Ырымбур яғының мәшһүр комбайнсыһы Василий Макарович Чердинцев менән кемуҙарҙан иген уралыр тип, уларҙы эҙләй башлайым.

Мостай ағай “Ҡыҙынмайыҡ батҡан ҡояшҡа беҙ,/ Мауыҡмайыҡ үткән эш менән” тип иҫкәртһә лә, батырлыҡ, алтын кеүек, баһаһын да юғалтмай, онотолмай ҙа.
Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр
Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...
Тотош уҡырға 555
Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр
Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...
Тотош уҡырға 599
Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр
1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...
Тотош уҡырға 2916
Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр
Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...
Тотош уҡырға 495
Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр
Уның исеме архив документтарында йыш осрай....
Тотош уҡырға 510
Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр
Уның исеме архив документтарында йыш осрай....
Тотош уҡырға 472
Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр
Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...
Тотош уҡырға 700
Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр
Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...
Тотош уҡырға 742