Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙ
Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙ"Аҡсабыҙ булмағанға күрә башты эшләтергә тура килә". Марат Ишемғоловтың ҡабул итеү бүлмәһенә аяҡ баҫыу менән ирекһеҙҙән стеналағы ошо яҙыуға күҙ төшә. Етәксенең эш девизымы, әллә гел генә ярҙамға өмөт итеп, һоранырға, үтенергә ғәҙәтләнгән ҡайһы берәүҙәрҙән ҡотолоу, оялтыу әмәлеме был? Ярай, ҡарап, һынап ҡарайыҡ әле: бөгөн бит башлыҡтың халыҡты ҡабул итеү көнө, аҡыл эйәһе Резерфордтың тапҡыр һүҙҙәре мәғәнәһен, бәлки, күҙгә-күҙ осрашыуҙарҙан беҙ ҙә тулыраҡ аңларбыҙ.

Тормош тәжрибәһенә таянып...

— Халыҡ элеккесә башлыҡты күргеһе килеп, ябырылып тормай хәҙер, — тип шаярта Марат Баязит улы. — Йыл ярым элек электрон ҡабул итеү технологияһы индерелгәс, күптәр һорау-үтенестәрен хат итеп ебәрә лә сабыр ғына беҙҙән яуап көтә. 205 хаттың 197-һенә яуап ҡайтарғанбыҙ, араларында хәл итеүҙе көткәне лә бар. Өҫтәүенә район хакимиәтенең сайтын булдырып, ҙур эш башҡарҙыҡ. Ниндәй кәйеф, һулыш менән йәшәүебеҙҙе, төбәктә ниндәй әһәмиәтле саралар үтеүен көнөндә белеп, танышып була. Бына һуңғы тәүлектә 838 кеше сайтҡа ингән. Ҡайһы көндә уларҙың һаны меңдән ашып китә.
...Нужаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап килеүселәр бөгөн дә булды. Бюджет ойошмаһында эшләүсе ҡатын йорт төҙөү өсөн ер биреүҙе йәһәтләтмәксе. Бынан ун йыл элек ғаиләһе менән Үзбәкстандан күсеп ҡайтҡан икән.
Талбазы ауыл Советында был мәсьәләне яҡшы беләләр, үтенес законға ярашлы, сират буйынса хәл ителәсәк, тип аңлаттылар. Ҡабул итеүгә килгән икенсе ханым заманында Ташкент ҡалаһында йәшәп, донъялар үҙгәргәс, тыуған яғына ҡайтҡан. Улы — III группа инвалиды, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында уҡый.
— Ғаилә барыбыҙға ла таныш. Бынан өс йыл элек урамда ҡалмаһындар өсөн ятаҡтан урын бирҙек. Талбазы эргәһенән йорт төҙөү өсөн ер участкаһы ла алдылар. Ошоғаса биләмәнең ҡайҙа икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынмағандар. Төҙөп сығырға ихтыяр көстәре етерме-юҡмы икәнен әйтеүе ҡыйын, — тип көрһөндөТыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙ етәксе. — "Йәшел йылан" менән әшнәлек аҫыл затты ғына түгел, бәһлеүәндәй ир-атты ла бөгөп ҡуя шул.
Башлыҡ егеткә ике айҙан һөнәр алып сығыу менән эшкә урынлашырға, ерҙе һатып ебәрмәй, нисек тә булһа йорт төҙөп инергә кәңәш итте. Баҡһаң, 232 мең һумға ағас йорт комплектын алыу мөмкинлеге бар икән, кәрәкле документтарҙы туплап биреү генә шарт. Хөкүмәттә ҡайһылай шәп программа ҡабул иткәндәр тип, беҙ ҙә башлыҡтың ошо социаль проектҡа ҡағылышлы һәр һүҙен иғтибар менән тыңлап, хәтеребеҙгә һеңдереп барырға тырыштыҡ. 2011–2012 йылдарҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ауыл кешеләре өсөн 237 ағас йорт комплекты етештерелгән. Республиканың 243 кешеһе өсөн биш йылға 5 процентлы ставка менән 70 миллион һумдан ашыу аҡса бирелгән.
— Йорт комплекттары программаһы ауыл кешеһенә уңайлы ипотека алыу мөмкинлеге бирә. Халыҡ быны яҡшы аңланы, әле 52 кеше сиратта тора. Шуға күрә, ҡустым, йортло булғың килһә, йәһәтерәк документыңды йыйып тапшыр, әсәйең менән икегеҙ ҙә эшкә урынлашыу хәстәрен күрегеҙ, — тине Марат Баязит улы.
Сылатҡан ауылы эшҡыуары Владимир Савельевтың да — үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте. Район етәксеһе ауыл эргәһендә быуа эшләү теләге менән янып йөрөгән егеттең дәртен үҫтереп ебәрҙе, проектты ентекләп ҡарап сыҡҡас, уны арзаныраҡ хаҡҡа төҙөү мөмкинлеген дә белдереп, кәңәше менән уртаҡлашты.
Күп балалы һәм инвалид сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер биреү йылдам барһа ла, етәксе ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарҙы урап үтмәне. Ғаиләләрҙең күбеһенең фәҡәт Талбазынан ер алырға теләүе, бәләкәй ауылдарҙан район үҙәгенә күсергә тырышыусыларҙың артыуы мәсьәләне ҡырҡыулаштыра. Талбазы эргәһендәге биләмәләрҙең хаҡы ярайһы юғары булыуы ла халыҡтың теләген көсәйтә торғандыр. Әле бушлай ер алырға хоҡуҡлы 90 кешенең 46-һы мәсьәләһен хәл иткән. Быйыл ошо маҡсатҡа район хакимиәте йәнә 84 гектар ер бүлергә ниәтләй. Етәксе, тормош тәжрибәһенән сығып, ишле ғаиләләр өсөн ер урынына башҡа ҡулайлы ярҙам саралары, компенсация йәки бүтән төрлө льготалар булдырылғанда закон талаптарын үтәү күпкә еңелерәк хәл ителер ине, тип иҫәпләй.

Яңы эш стиленә кем әҙер?

Иртәнге оперативкаға ошо район яҙмышын хәл итеүсе ҡырҡҡа яҡын кеше йыйылды. Тәүге кварталға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһалғандан һуң башлыҡ төбәктә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса заманса талаптарға туҡталды.
— Яңыраҡ район башлыҡтарының кәңәшмәһендә тап ошо ойоштороу оҫталығын камиллаштырыу тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Президенты ҡуйған көнүҙәк Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙталаптарҙан артта ҡалабыҙ әле. Кәңәшмәләр һүҙ бутҡаһына әүерелмәһен, эшлекле, файҙалы үтһен өсөн дә барыбыҙҙың таһыллығы, яуаплылығы кәрәк. Ошоғаса урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен яйға һала алмайбыҙ икән, быға кем ғәйепле? Ни өсөн тәбиғәтте һаҡлауҙы үҙебеҙҙән, йорт-ҡурабыҙҙы таҙартыуҙан башламайбыҙ? Етәкселек итеү стилен камиллаштырыуҙың көн ҡаҙағында торған оло бурыс икәнен онотмайыҡ. — Марат Баязит улы иғтибарҙы өмәләр барышында төшөрөлгән видеояҙмаға йүнәлтте. Ҡайҙа ысын хужа бар, унда тәртип тә, яуаплылыҡ та көслө икәне һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Башлыҡтың етешһеҙлектәрҙе ваҡытында фаш итеүҙә, мәғлүмәт йыйыуҙа "папарацциҙарҙан өлгө алығыҙ" тигән саҡырыуы бик урынлы кеүек.
Бына-бына сәсеү башланырға тора, орлоҡ, ашлама мәсьәләләре көн үҙәгендә, яҙғы өмәләр, юлдарҙы төҙөкләндереү мәшәҡәттәре ашыҡтыра, Берҙәм дәүләт имтиханы, һабантуйҙар ҙа тау аръяғында түгел... Һәммәһен дә күҙ уңында тотоу, уңышлы атҡарыу өсөн ошо залға таң һарыһынан кәңәшкә йыйылған һәр кемдең бер төптән булып, сәғәт кеүек теүәл эшләүе мотлаҡ. Ваҡытҡа хужа булыу үҙе үк юғары оҫталыҡ билдәһе бит.
Етәкселек итеүҙәге йомшаҡлыҡтар тураһында һүҙ сыҡҡанда нимәне күҙ уңында тотто икән Марат Баязит улы? Бөтә уңыш-уңышһыҙлыҡтарҙы килограмдарҙа, Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙгектарҙарҙа, һандарҙа иҫәпләү ғәҙәткә ингән инде, ә эште "КПД"-лар (файҙалы эш коэффициенты) ярҙамында баһалауҙан фәтүә булырмы?
— Яҙҙан һуң — йәй, йәйҙән һуң көҙ килеүен һәр кем белһә лә, миҙгелгә хас эштәрҙе, мәҫәлән, йылытыу осорона әҙерлекте, алдан хәстәрләү ғәҙәткә инмәгәнен әйтеү ҙә етә. Йәмле йәй етеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас, беҙҙә йыш ҡына ниндәйҙер объектты төҙөү ихтыяжы тыуа, баҡһаң, һыу үткәреү өсөн дә бик ҡулайлы мәл еткән, имеш. Һәр ауыл Советы йыл әйләнәһенә башҡарылаһы ғәмәлдәрҙе барлап, перспективаға эшләгәндә генә һөҙөмтә хаҡында һүҙ йөрөтөү мөмкин. Көндәлек ығы-зығы, мәшәҡәттәр эсендә оло эштәр юғалып, онотолоп ҡала. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән, тигәндәй, аҙаҡ ҡабаланыу һөҙөмтәһендә эш сифатына хилафлыҡ килә, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға теләмәйенсә башҡаларға япһарырға, аҡланырға тырышабыҙ.
Төрлө диапазонлы йырсыларҙың ҙур хорҙа, дирижерҙың ым-хәрәкәтенән күҙ ҙә алмай, бер кеше булып тигеҙ йырлай алыуына һоҡланғанығыҙ барҙыр. Мин дә үҙебеҙҙе хорға баҫҡандай хис итәм, тимәк, бер үк йырҙы йырларға, уны бөтә тулылығында, матурлығында халыҡ күңеленә еткерерлек итеп башҡарырға бурыслыбыҙ. Һәләте, булдыҡлылығы етмәгәндәргә "хор"ҙа урын юҡ. "Фанер" аҫтында көй сығарырға тырышыусыларға ла ҡасандыр көн бөтәсәге шикләндермәй, — тип кинәйәләне хакимиәт башлығы.

"Осто йөрәк, осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк"


Һәр төбәктең үҙенә генә хас биҙәктәре, данға күмгән шәхестәре, хыял һәм өмөттәре була. Ябай ғына ишле ғаиләлә тыуып, шиғриәт күгендә йондоҙҙай атылған талантлы шағир Рәшит Назаровтың исемен телгә алыу менән Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы, йәмле Өршәк буйҙары күҙ алдына баҫа. Биш-алты йыллыҡ ижади ғүмерендә һоҡландырғыс шиғриәт өлгөләре ҡалдырған яҡташының 70 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршылау — район башлығының намыҫ эше.
— Ваҡыт бик аҙ ҡалып бара, әҙерлекте бөгөндән башларға кәрәк, — тине Марат Баязит улы Төрөмбәткә сәфәргә сығыр алдынан. — Әле яҡташыбыҙҙың туғандары, нәҫел-нәсәбе иҫән-һау, уны күреп-белгәндәр ҙә етерлек, шуға күрә шағирҙың йорт-музейын булдырыуҙы йәһәтләтергә ине. Мәктәп алдына бюсын ҡуйһаҡ, ауылдаштарҙы һөйөндөрөүҙән тыш, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, кешелеккә хеҙмәт итеүсе ижадты баһалауҙа етди аҙым булыр тип уйлайым. Ауылды, юлдарҙы төҙөкләндереү хаҡында ла төрөмбәттәр менән һөйләшеп кәңәшләшәһе бар...
Араларҙы яҡынайтыусы юлдар тураһында һүҙ сыҡҡас, шуныһын билдәләмәй булмай: район үҙәген бөтә ауылдар менән бына тигән юлдар тоташтыра, һис зарланаһы юҡ. "Ауыл ҡапҡаһынан ингәндә шағирҙың ниндәй шиғри юлдарын күрергә теләр инегеҙ?" — тигән һорауға Марат Баязит улы һис тә ғәжәпләнмәне.
— Һис һүҙһеҙ "Йөрәк"те!
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде.
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем,
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?..
21 йәшлек егеттең һүҙ көсөнә, фекерләү тәрәнлегенә, ижад бейеклегенә уның шиғырҙарын ҡабат-ҡабат уҡыған һайын һоҡланыуым арта ғына. Йылдың һәр көнөнә, тәбиғәттең һәр миҙгеленә, йән торошона тап килгән шәлкемдәре бар. Ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры ул, рәсми рәүештә бындай дәрәжә бирелмәһә лә, халыҡ уға күптән инде был исемде таҡҡан! — тине ул.
Физик-математик, иҡтисадсы һөнәрҙәренә эйә етәксенең әҙәбиәттән, халыҡтың рухи донъяһын байытыуҙан ситтә тормауына йәнә бер миҫал. Ватансылыҡ, мөхәббәт рухында, тәрән фәлсәфәүи ерлектә яҙылған шиғырҙары менән таң ҡалдырған йәнә бер яҡташы Ғәлинур Батталовтың ижадына ла битараф ҡалмай, уның "Тамсы йыры" тигән китабын донъяға, яҡташтары хөкөмөнә сығарыуҙа ярҙамлашҡанын яҡшы беләбеҙ.
— Төрөмбәт күңелемә бик яҡын, сөнки ошонда алты йыл дәртләнеп эшләргә тура килде. Ситкә сыҡһам, һағынып, осоп тигәндәй, ҡайтып етергә тырыштым. Улай ғынамы, физик-математиктың башында ла хистәр тулышыуҙан шиғри юлдар сыуала башлай: "Төрөмбәткә ҡайтам әле, күлдәрендә килә йөҙәһем, хистәремдең тулышҡан мәле, һағыныуҙарға нисек түҙәһе?" Был төбәктең тәбиғәте лә, һулар һауаһы ла, ғәзиз тупрағы ла үҙендә ниндәйҙер сер һаҡлай төҫлө, — ти Марат Баязит улы.
Төрөмбәт мәктәбе уҡытыусылары, ауыл хакимиәте башлығы Аманулла Мөхәмәтшин менән әңгәмәләшкәндә Назаровтар нәҫеленең ижад итеүгә әүәҫлеген белдек. Шағирҙың бер туған апаһы Нәфисәнең ҡыҙы Зифаға, мәҫәлән, һүрәт төшөрөү һәләте бирелгән, ейәнсәре Гөлназ ижад иткән Рәшит Назаровтың портреты мәктәп музейының түренә эленгән. Ә бер туған ҡустыһы Закирҙың улы Айнур әҙәбиәткә битараф түгел, шиғырҙар яҙа. "Рәмилә апайҙың һауынсы булып эшләгән ҡыҙы Роза һүрәт төшөрөргә ярата, ә Рәшиҙә апайҙың улы Марат ағас эшенә бик оҫта", — ти ауылдаштары.
Киләһе йылдың 1 ноябренә — шағирҙың 70 йыллығына — ваҡыт ярайһы уҡ күп тойолһа ла, юбилейға әҙерлек комиссияһы фекеренсә, илке-һалҡылыҡҡа урын юҡ, бөгөндән эш башлағанда ғына ниәттәрҙе бойомға ашырыу мөмкин. Экспонаттарҙы ғына түгел, хәтирәләрҙе яңыртырға, зыяратты, урамдарҙы тәртипкә килтерергә, шағир әҫәрҙәренең III томын әҙерләүҙе хәстәрләргә, халыҡ менән кәңәшләшергә, саралар планын төҙөргә... Эреле-ваҡлы мәсьәләләр менән йылдың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалыр. Шағир иҫтәлеген мәңгеләштереүҙең мөҡәддәс бурыс икәнен ауырғазылар яҡшы аңлай.
Үҙен "Тормошҡа йылы үрләтеүсе усаҡ", "Тыуыр яҙҙа сәскә атасаҡ гөлдәр менән тулы ҡосаҡ" тип ихтирам менән телгә алған шағирға, талант эйәһенә халыҡтың мөхәббәте икеләтә көс менән артасағына шик юҡ. Һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш был. Заманыбыҙ ҡатмарлыҡтары, бөтә донъя финанс көрсөгө, инфляция, глобализация, Йыһан, фән серҙәре хаҡында яҡшы хәбәрҙарбыҙ, әммә, шағир әйтмешләй, күпме генә аҡыллы булһаҡ та, "икмәкте барыбер бөтәбеҙ ҙә элеккесә итеп теләбеҙ". Тимәк, рух көсө, һүҙ ҡеүәһе һәм таланттың Ерҙә мәңгелек ҡиммәттәр рәтендә ҡаласағына ышаныс бар.

Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙБыуат төҙөлөшө — "Ҡыҙылташ"

Орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе "Наумкин" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ырҙын табағында эш гөрләй. Һатыуға һәм сәсеүгә әҙерләнгән ҡарабойҙай, арпа, борсаҡ, бойҙай өйөмдәре теҙелгән, һәр ерҙә тәртип. Эшселәр — махсус кейемдә. Хужалыҡ етәксеһе Виталий Воронин әйтеүенсә, сәсеүгә тулыһынса әҙерҙәр, техника көйләнгән. 11 миллион һумға төшкән мөһабәт "Беларусь" тракторын (сәсеү комплексы менән бергә) һатып алыу эште ныҡ еңеләйтәсәк, тип иҫәпләй ул. Яғыулыҡ-майлау материалдарына сығымды биш тапҡырға кәметеүсе, әллә күпме эште бер юлы башҡарыусы мөғжизәле техника менән ентекләп танышҡандан һуң, Марат Баязит улы эшселәрҙең етерлек булыу-булмауы, һөт етештереү барышы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Сифатлы орлоҡ әҙерләүгә йүнәлеш алған хужалыҡ малсылыҡ тармағына ла ҙур иғтибар бирә. 1200-ҙән ашыу баш малдың 700-ө — һауын һыйыры. Мәшәҡәт артып ҡына тора, быйыл сәсеү майҙандарын йәнә киңәйтмәкселәр.
— Биш йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, йәмғиәттең күп яҡлы эшен уңышлы ойошторған был булдыҡлы егеткә ышаныс ҙур, — тине Виталий Воронин тураһында район башлығы. — Кешеләрҙең хәстәре менән йәшәгән, социаль яуаплылыҡ тойған йәш етәксе. Ҡыш буйы ауыл урамдарын таҙартыуҙы үҙ өҫтөнә алды улар, ауыл Советы менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйҙәр. Ғөмүмән, ауырғазылар — бик әүҙем, теремек халыҡ, бында төрлө милләттәр аралашып, бер-береһен байытып йәшәй.
Район етәксеһенең "быуат төҙөлөшө" булып тарихта ҡаласаҡ "Ҡыҙылташ" кирбес заводына сәфәр ҡыласағын белгәс, беҙ ҙә итальяндар, төрөктәр төҙөгән ошо ҡеүәтле предприятие менән танышырға теләк белдерҙек. 1 миллиард 250 миллион һумға төшәсәк, ҡаҙан кеүек ҡайнап торған төҙөлөш майҙанын күреү бәхете көн дә тәтемәй бит. Сифатлы һәм арзан (данаһы — 6 һум 50 тин) керамик кирбес етештереү заводы эш башлау менән 300 кешегә хеҙмәт урыны булдырыласаҡ, район ҡаҙнаһына мул һалым инәсәк. Әле үк эшкә урынлашҡан ир-егеттәр бар, ҡайһы берәүҙәр технологияларҙы үҙләштереү өсөн махсус белем ала, имтихан бирә.
— Инвесторыбыҙ — техник фәндәр кандидаты Рәшит Баһауетдинов, ул ышаныслы партнер. Киләсәктә "Ауырғазы профнастилы" предприятиеһын булдырыу уйы ла бар. Бына был мөһабәт мейестәрҙе сербтар йыйҙы, ағасты ваҡлау өсөн тәғәйенләнгән бысҡы рамын төрөктәр ҡорҙо, — тип "зәңгәр экран"да ғына күрелгән ҡеүәтле ҡоролмалар менән таныштыра Марат Баязит улы. — Балсыҡ үҙебеҙҙеке. Оҙаҡламай районыбыҙҙы "кирбестең баш ҡалаһы" тип йөрөтөүҙәре лә ихтимал, сөнки Рәсәйҙә бындай ҙур заводтар Һамарҙа ла, беҙҙә генә.
Ә Талбазы кирбес заводының, испандар технологияһы буйынса эшләүсе "Ажемак" предприятиеһының уңыштары хаҡында электән танышһығыҙҙыр, тип уйлайым.

"Йәнле ауыл" ысын хужаларҙы көтә

Киске сәғәт 6-ла урындағы үҙидара көнө үтәсәген белә инек. Шуға тиклем район етәксеһе реконструкция барған һөт заводына һуғылырға ҡарар итте. Предприятие директоры Альберт Юлмөхәмәтов һөттө эшкәртеү, эремсек, һөт фасовкалау цехы менән таныштырып, оҙаҡламай сауҙа кәштәләрендә һөт аҙыҡтары төрҙәренең артасағын белдерҙе. Ҡаймаҡ, май, кефир линиялары эш башлағас та, 15-кә яҡын белгес хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк. Район башлығын продукцияның үҙҡиммәте лә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һәм кәйефе лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы.
— Ниндәй генә ҙур программалар, социаль проекттар ҡабул итмәйек, әгәр уртаһында кеше мәнфәғәте тормаһа, уларҙы үтәүҙән файҙа булмаҫ, — тип уй-фекрҙәре менән уртаҡлашыуҙы дауам итте Марат Баязит улы. — Яҡшы ҡарарҙар үтәлешенә мониторинг үткәрелмәһә, үҙебеҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙ аныҡ билдәләнмәһә, алға китешкә өмөт һүнә. Кеше бөгөн нисек йәшәй, күпме табыш ала, тормош сифаты нисек — минең өсөн ошо һорауҙарҙан да мөһимерәге юҡ. Тыуған тупраҡтың ҡөҙрәте сикһеҙЙәшермәйем, бөгөн эшкә ҙур теләк, яңы уй-ниәттәр менән барам. Халыҡты мәғлүмәт технологияларына өйрәтеү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, йәшәү кимәлен күтәреү, мәғариф мәсьәләләрен дыуамаллыҡ күрһәтмәй, дөйөм мәнфәғәттә хәл итеү — был проблемаларҙың береһе лә тыныс йәшәргә ирек бирмәй.
Һәр төбәктең имиджын, брэндын булдырыу өҫтөндә эшләүҙең модаға эйәреү түгел, ә заман талабы икәнен яҡшы аңлайым. Беҙҙең төбәкте ситтә лә белһендәр, ҡыҙыҡһынһындар өсөн, сайттан тыш, башҡа алымдарҙы ла уйлап табабыҙ. Крәҫтиәнгә үҙ продукцияһын һатырға ярҙам итеү өсөн уҡыуҙар ойошторҙоҡ, 27 кеше танытмалы булды ла инде. Ер хужаһының, етештереүҙән тыш, сауҙа нескәлектәрен белеүе — иң отошло юл. Шәхси хужалыҡтарҙың "Йәнле ауыл" берекмәһенә ышанысы ҙур, әммә крәҫтиәндәрҙең үҙҙәре араһында эште башлап йөрөүсе лидерҙарҙың үҫеп сығыуы шарт. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа ойошма ағзалары өсөн файҙалы ташламалар, ярҙам саралары тәҡдим итергә әҙер. Һәр хәлдә был бер көнлөк эш түгел — күләмле һәм оҙайлы бурыс. Әгәр бөгөн эшһөйәр ҡатлам бик йоҡа булып, ни бары 10–15 процент тәшкил итһә, уны "ҡалынайтыу" хаҡында хәҙерҙән уйлау зарур. Райондағы 12 мең шәхси хужалыҡ, булғанына өҫтәп, бер генә һыйыр аҫраһа ла, ғаиләгә ниндәй ҙур файҙа! Ә продукцияны һатыуҙа ярҙам итеү өсөн эште оло юл буйында баҙар асыуҙан башламаҡсыбыҙ. Баҙарҙың хужаһы — махсус эш кейемендәге, "Йәнле ауыл" эмблемалары менән биҙәлгән кепка һәм алъяпҡыс кейгән, значок таҡҡан крәҫтиән. Аралашсы түгел!
Ер — беҙҙең халыҡ өсөн үтә ҡиммәтле төшөнсә. Тик беҙ уны һабантуйҙан ҡайтҡанда, уңыш алғанда йәки һалым түләгәндә генә түгел, көндәлек тормошта иҫкә төшөрөргә, ҡәҙер итергә тейешбеҙ. Ҡалған осорҙа беҙҙең биләмәләр, пай ерҙәре етемлек кисерә, кеше үҙен хужа итеп тоймай. Бөгөндән шәхси хужалыҡтарға файҙаланыу өсөн икешәр гектар ер бүлеп биреп була. Көтөүлек итәһеңме, сәсәһеңме — һинең эшең, бары ер һиңә дәғүә белдермәһен. "Йәнле ауыл" социаль проектына оҙаҡ уйланыуҙарҙан һуң, икеләнеүҙәрҙе еңеп килдек тә инде. Ер крәҫтиәнде генә түгел, уның туған-тыумасаһын да туйындыра, бала-сағаһын хеҙмәткә өйрәтә, табыш бирә. Тәрбиәләп тотҡан биләмәһен туҙҙырыу кешегә йәл буласаҡ, ул милкен мотлаҡ яҡындарына ҡалдырыу хәстәрен күрәсәк. Ғаризалар килеп тора, тимәк, ер ҡәҙерен белеүселәр етерлек беҙҙә.
Ғөмүмән, районыбыҙҙа сәмле, эшсән халыҡ йәшәй. 8860 еңел машина, 153 трактор, 131 йөк машинаһы иҫәпләнә, барыһы ла ҡул көсө, тынғыһыҙ хеҙмәт менән табылған. Сәләмәтлеге булған кеше эштән ҡурҡмаҫҡа тейеш. Минең уйымса, ҡайһы бер льгота, өҫтөнлөк һәм ташламалар кешене эшләмәҫкә, меҫкенләнергә өйрәтә, ауырлыҡҡа ҡаршы тороу көсөнән мәхрүм итә. Ысынлап та, ярҙамға мохтаждарға ҡарағанда стратегик хәйерселәр күберәк. Бары өлкәндәр, инвалидтар, балалар ғына социаль ярҙамға өмөт итә ала, тип иҫәпләйем. Башты эшләтмәй, тыныс ҡына йәшәү хәҙер бер кемгә лә эләкмәйәсәк...
Бына шулай уйлай Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Марат Ишемғолов. Илле йыл эсендә ни бары дүрт етәксе алышынған район тотороҡлолоғон, быуындар күсәгилешлелеген һәм сәйәсәтен һаҡлай алыуы менән күптәргә өлгө.

Белешмә

Марат Баязит улы Ишемғолов 1948 йылда Ауырғазы районында тыуған.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 1970 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Аҙаҡ тыуған районының Төрөмбәт урта мәктәбендә кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, мәктәп директоры булып эшләй. "Өршәк" колхозының партком секретары, Салауат исемендәге колхоз рәйесе вазифаларын башҡарырға тура килә. 1984 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Министрҙар Кабинетының Эштәр идаралығында, Министрҙар Кабинеты Аппаратында бүлек мөдире булып эшләй. 2001 йылдан алып — Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872