Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҫеш үҙәгендә Кеше булырға тейеш”
“Үҫеш үҙәгендә Кеше булырға тейеш”Социология фәндәре кандидаты Рим Вәлиәхмәтов – Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры, илленән ашыу ғилми эш авторы. 2004 йылда Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге булараҡ ойошторолған, 2009 йылда әлеге статусын алған ойошма 46 фән белгесен, шул иҫәптән биш фән докторын һәм 17 фән кандидатын, 10 аспирантты берләштерә. Институт белгестәре Башҡортостандағы демография проблемаһын, миграция процестарын, иҡтисади көрсөк шарттарында социаль сәйәсәттең, социаль үҫештең гендер үҙенсәлектәрен, йәмғиәттә ир-ат, ҡатын-ҡыҙ биләгән урынды, кешеләрҙең йәшәү кимәле, сифаты һәм башҡа мөһим күренештәрҙе өйрәнә. Ошо процестарҙы төплө өйрәнеү 2011 йылда институт ҡарамағында Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге ойоштороуға булышлыҡ иткән.
Ғалим менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә лә һүҙ үрҙә телгә алынған ҡиммәттәр, заман проблемалары хаҡында барҙы.

– Донъяла ла, Рәсәйҙә лә иҡтисади һәм социаль сәйәсәтте һөҙөмтәле интеграциялау буйынса төрлө тәьҫирле юлдар эҙләйҙәр…
– Ғәҙәттә, был ғәмәл кешелек ҡиммәттәренә таянып үҫешкән йәмғиәттә генә һөҙөмтәле була. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең сәйәси һәм көндәлек тормошо үҫеш стратегияһын “кеше факторын” иҫәпкә алыу өсөн генә түгел, ә кеше потенциалын үҫтереү өсөн аныҡ шарттар, мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Ғөмүмән, һәр иҡтисади һәм социаль эшмәкәрлектең маҡсаты – көнкүреш кимәлен яҡшыртыу, белем алыуҙа, уны ҡулланыуҙа мөмкинлектәрҙе киңәйтеү, һаулыҡты нығытыу һәм әүҙем һау-сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн шарттар тыуҙырып, ғүмерҙе оҙайтыу.
Һуңғы йылдарҙа иҡтисади үҫеште кеше факторынан сығып баһалауға ҙур иғтибар бирелә, килем алыуға ҡоролған прагматик маҡсаттарҙы социаль һәм кешелек ҡиммәттәре ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Ҡыҫҡаһы, кешелек потенциалын үҫтереү иҡтисади үҫеште билдәләүсе төп факторға әүерелә бара.
– “Кеше потенциалы”, “кешенең үҫеш концепцияһы принциптары” тигән төшөнсәләрҙе аныҡлап үтәйек.
– Кеше потенциалын йышыраҡ иҡтисади, хеҙмәти йәһәттән баһалайҙар. Тәүге сиратта был төшөнсә кеше әүҙемлегенең һөҙөмтәһенә тәьҫир итеүсе принципиаль сифат тигәнде аңлата. Ниндәй генә илде алһаҡ та, уның төп байлығы – кешеләр. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте ҡайһы саҡта онотоп ебәрәбеҙ. Тулайым эске продукт күләме менән билдәләнгән милли килем күтәрелеше һәм, киреһенсә, кәмеүе менән артыҡ мауығып, беҙ йышыраҡ кеше именлеге һәм матди теүәллек араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйырға тырышабыҙ. Әлбиттә, йәмғиәттә иҡтисади тотороҡлолоҡ менән тулайым эске продукттың мөһимлеген дә инҡар итеп булмай: уларҙың икеһе лә кешелек прогресының даими һәм эҙмә-эҙлекле үҫешендә хәл иткес роль уйнай. Шулай ҙа прогрестың иң ышаныслы күрһәткесе — тәүге сиратта кешеләрҙең тормош сифаты.
Кешелектең үҫеш концепцияһы принциптарына килгәндә, уның нигеҙенә дүрт үҙенсәлек һалынған: һөҙөмтәлелек, тигеҙлек, тотороҡлолоҡ һәм мөмкинлектәрҙең киңәйеүе. Кешеләрҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген киңәйтеү, килем формалаштырыу процесында ҡатнашыу һәм аҡсалата баһалама алырлыҡ мөмкинлеге булырға тейеш. Шуға ла иҡтисади үҫеш, мәшғүллек һәм эш хаҡы динамикаһы кешелек үҫеше моделенең төп күрһәткестәре булып тора. Тигеҙлеккә килгәндә, кешеләр енес, раса, класс, йәшәү урыны һәм башҡа үҙенсәлектәр буйынса айырылырға тейеш түгел: һәр кемдең мөмкинлектәре тиң булыуы фарыз. Тотороҡлолоҡ тигәндән, уның нигеҙендә – “кеше хоҡуҡтары универсализмы”: уға ярашлы, мөмкинлектәрҙең юлы бөгөнгө генә түгел, киләсәк быуындарға ла асыҡ булырға тейеш. Физик, кешелек, экологик капиталдарҙың тулылығын тәьмин итеү мөһим, юҡһа, бурыстар киләсәк быуындарға ҡаласаҡ. Мөмкинлектәрҙе киңәйтеү иһә халыҡ мәнфәғәтендә генә түгел, кешеләр тырышлығы менән дә башҡарылырға тейеш. Ошо йәһәттән социаль сәйәсәттең, йәмәғәт ойошмаларының, граждандар йәмғиәте үҫешенең әһәмиәте ифрат ҙур. Мөмкинлектәрҙе үҫтереү ғаиләң, илең, кешелек өсөн дә яуаплылыҡты арттырыу тигәнде аңлата.
– Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Кешелек потенциалын үҫтереү тураһындағы докладтары хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине. Билдәле булыуынса, тап ошо абруйлы ойошма башланғысы менән кешелекте өйрәнеүҙең яңы йүнәлеше барлыҡҡа килгән.
– Кешелек үҫешенең идея һәм маҡсаттарын өйрәнеү, уны концепцияға берләштереү йәһәтенән был халыҡ-ара ойошма бик әһәмиәтле, ҙур эш башҡарған һәм әле лә шулай. 1990 йылдан башлап, йыл һайын БМО-ла Кешелектең үҫеш потенциалы хаҡында доклад әҙерләнә. Башланғыстың авторы – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын Үҫтереү программаһында әүҙем ҡатнашыусы билдәле иҡтисадсы Махбуб-ул-Хаҡ. Ул шулай уҡ башҡа белгестәр тәҡдим иткән алым буйынса ошо йылдар эсендә донъяның 140 илендә һәм төбәгендә 600-ҙән ашыу Кешелектең үҫеш потенциалы тураһында доклад яһаған. 1995 йылдан башлап документ Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер илдәрендә әҙерләнгән.
Кешелектең үҫеш потенциалы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре, эксперттары, ғилми коллективтар, фән әһелдәре туплап анализлай. Улар халыҡ-ара конференцияларҙа, кәңәшмәләрҙә яңғырай, дәүләт идаралығында файҙаланыла. Доклад власть органдарына, мәғлүмәт саралары вәкилдәренә, граждандар йәмғиәтенең башҡа институттарына ла яҡшы таныш.
1998 йылда Амартиа Сену – кешелек потенциалының үҫеш концепцияһының төп идеологтарының һәм авторҙарының береһе – иҡтисад өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ булды. Ошо факт ҡына ла, кешелектең үҫеш идеяларының ни тиклем ылыҡтырғыс икәнлеген иҫбатлау менән бергә, эштең ғилми нигеҙен, төп принциптарын, аргументтарын таный һәм әлеге концепцияның мөһимлеген тағы берҙе билдәләй.
Кешелектең үҫеш потенциалы тураһындағы һәр доклад үҙенә бик күп мәғлүмәт туплаған. Бында теге йәки был күренештәргә төплө анализ, статистика мәғлүмәттәрен, сағыштырыуҙарҙы табырға була. Унан тыш, доклад – йәмғиәттең теге йәки был проблемаһын өйрәнеү, фекер алышыу ҙа. Һәр документ бер үк ғилми-методик, концептуаль йүнәлештән сығып эшләнә. Уларҙың бөтәһен дә тәүге ҡарамаҡҡа ябай, әммә мөһим һәм ҡеүәтле идея берләштерә: үҫеш үҙәгендә Кеше булырға тейеш.
– Ул саҡта кешелек үҫешен үлсәүҙең төп күрһәткестәрен барлап үтәйек.
– Улар өсәү: ғүмер оҙонлоғо, белем һәм йәшәү кимәле. Ошоларҙы дөйөмләштереүҙең уртаса күрһәткесе “кешелек потенциалының үҫеше индексы” тип атала. Төп өс ғәмәлдән сығып, һәр илдең ҡаҙаныштары кимәле билдәләнә. Аныҡлабыраҡ китәйек.
Кеше үҫешенең төп маҡсаттарының береһе – именлек-һаулыҡта оҙон ғүмер кисереү. Быны үҫештең төп күрһәткестәренән сығып баһалағанда, сабый тыуғанда уҡ көтөлгән уртаса ғүмер оҙонлоғо билдәләнә. Белемгә, ыңғай тәжрибәгә, оҫталыҡҡа эйә булыу юҫығынан сығып, халыҡтың грамоталылыҡ кимәле, башланғыс, урта һәм юғары белем биреүсе уҡыу йорттарына инеүселәрҙең тулайым коэффициенты асыҡлана. Кешелек үҫешенең өсөнсө төп проблемаһы – лайыҡлы тормош кимәлен тәьмин итеү ресурстарына эйә булыу. Был күрһәткес кеше башына тура килгән тулайым эске продукт буйынса баһалана. Үрҙә телгә алынған өс төшөнсәнең һөҙөмтәһе донъяның барлыҡ илдәрендә даими теркәлә бара, һәм улар нигеҙендә махсус система буйынса кешелек потенциалының үҫеш индексы иҫәпләнә.
Кешелек үҫеше, икенсе төрлө әйткәндә, һайлап алыу мөмкинлектәрен киңәйтеү процесы ул. Ғөмүмән, һайлау мөмкинлегенең сикһеҙ булыуы, ә уның үҙенсәлектәре үҙгәреп тороуы билдәле. Әммә үҫештең төрлө осоронда кеше өсөн төп өс ғәмәл, йәғни мөмкинлек мөһим тип үрҙә әйткәйнек инде. Әгәр ҙә ошо өс төшөнсәнең береһе булмай икән, тимәк, башҡа бик күп мөмкинлектәргә юл ябыла тигән һүҙ.
Кешелектең үҫеш концепцияһының ошо йүнәлешенә ярашлы, матди килемдең мөһим икәнлеге, әммә уның кеше ынтылған берҙән-бер үҙмаҡсат түгеллеге асыҡлана. Ҡыҫҡаһы, кеше ғүмере аҡсаға ғына бәйле түгел. Шуға күрә кешелектең үҫеше килем һәм муллыҡ, етеш тормош менән генә сикләнә алмай. Уның үҙәгендә Кеше тора.
– Кешелектең үҫешенә арналған докладтарҙа Рәсәй ниндәй урын биләй?
– 1990, 1991, 1992 йылдарҙағы донъяуи докладтарҙа кешелектең үҫеше потенциалы индексы дөйөм СССР күрһәткестәренән сығып баһаланған һәм илдең кешелектең үҫеш рейтингында ярайһы уҡ юғары урын биләгән. Рәсәйҙең ҡаҙаныштары тәүге тапҡыр 1993 йылда айырым билдәләнгән, кешелек үҫеше потенциалы индексы буйынса 37-се урынды биләгән. Киләһе йылдарҙың ил өсөн ниндәй ҡатмарлы булғанын беләбеҙ: 1997 йылда индекс 67-се урынға барып еткән, һәм Рәсәй кешелек потенциалы юғары кимәлдә үҫешкән илдәр исемлегенән уртасалар рәтенә күскән. Ул йылдарҙы кисергәндәр белә: тормош кимәле ҡырҡа түбәнәйҙе, кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғо ҡыҫҡарҙы, тыуым кәмене, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән өлкәләрендә илдең социаль функциялары ҡаҡшаны. Шулай итеп, илдәге иҡтисади көрсөк һәм демографик проблемалар Рәсәйҙе тиҫтәгә яҡын йыл эсендә рейтингта тағы бер нисә пунктҡа түбәнерәк төшөрҙө (әле беҙ 55-се урында). Бигерәк тә үлемдең тыуымдан күберәк булыуы XXI быуаттағы кешелек үҫешенең иң ҙур һәм етди проблемаларының береһе булып тора. 2005 йылдан илебеҙ был рейтингта ыңғай үҙгәрештәр менән билдәләнә башланы. Әммә ҡыуанырға иртә әле.
– Үрҙә телгә алынған демографик көрсөк – Рәсәйҙең төп проблемаларының береһе, тиһәк, хаталанмаҫбыҙ…
– Рәсәйҙә тыуғанда көтөлгән ғүмер оҙонлоғо иҡтисади-сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән илдәр араһында иң түбәндәрҙең береһе – 65 йәш. Көнбайыш Европала был һан 79-ға тиң. 1990 йылдарҙан башлап илебеҙҙә ир-аттың үлеме артҡандан-арта. Был, үҙ сиратында, тарихи ысынбарлыҡҡа һис тә хас түгел. Мәҫәлән, 1992 – 2001 йылдарҙа, уға тиклемге уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, үлеүселәрҙең һаны 2,5 – 3 миллионға артҡан. Һуғыш, аслыҡ, эпидемия булмаған шарттарҙа был тиклем кешене юғалтыу – ҡот осҡос күренеш, тарихта булмаған хәл.
Факттарға күҙ һалайыҡ. Йышыраҡ ир-ат баҡыйлыҡҡа күсә, бигерәк тә яңғыҙаҡтар һәм белем кимәле түбән булғандар. Рәсәйҙә ир-аттың көтөлгән уртаса ғүмер оҙонлоғо 60 йыл тирәһе булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 70-тән ашыу. Енестәр араһындағы шундай айырма ла – донъялағы иң ҙурҙарҙың береһе. Әгәр ҙә ошо күрһәткес нормаға ярашлы булһа, Рәсәйҙә 7 миллион ир-атҡа күберәк булыр ине. Ошо тигеҙһеҙлек иһә ил халҡының һанын уртаса 5 процентҡа кәметә.
Сәбәптәргә килгәндә, илебеҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан күпләп үләләр. Был иһә туҡланыуға, йәшәү рәүешенә бәйле. Унан тыш, Рәсәйҙә төрлө йоғошло сирҙәр, атап әйткәндә туберкулез, ВИЧ (СПИД) кеүек яман ауырыуҙар ҙур тиҙлектә тарала. Енәйәтсе ҡулынан һәләк булғандарҙың һәм үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙың һаны буйынса ла Рәсәй – алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ илде демографик упҡынға этәргән афәттәрҙең береһе – эскелек.
– Ошонан сығып, Рәсәй донъяла кешелектең үҫеш потенциалы рейтингында юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләгәнсе бихисап ваҡыт талап ителә, тип әйтергә мөмкин.
– Докладтағы мәғлүмәт, әлбиттә, ил етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Тулайым эске продуктты үҫтереү, өҫтөнлөклө милли проекттар, социаль программалар, иҡтисадтың институциональ үҙгәрештәренә, эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенә этәргес биреү, граждандар йәмғиәтен үҫтереү кеүек күренештәр илебеҙҙә кешелек потенциалы үҫешенә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, Рәсәйҙең 2020 йылға тиклемге оҙайлы социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһында “Кешелек потенциалын үҫтереү” тигән махсус бүлек бар. Унда кеше үҫешенең барлыҡ төп аспекттары ла индерелгән. Икенсе яҡтан, был факт кешелек потенциалы үҫеше проблемаларының ғилми-методик киңлектән стратегик дәүләт сәйәсәте кимәленә күсеүен билдәләй.
– Башҡортостан буйынса кешелек потенциалының үҫеше тураһындағы доклад Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып төҙөлгәне мәғлүм.
– Эйе, документ 2008 йылда донъя күрҙе. Эстәлегенә килгәндә, яҙмала Башҡортостан тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте табырға мөмкин. Ғөмүмән, беҙҙең төбәк ярайһы уҡ ҡеүәтле иҡтисади базаға эйә. Халыҡтың ҡатмарлы этнодемографик структураһына ҡарамаҫтан, юғары социаль тотороҡлолоҡ менән дә айырылып тора. Белгестәр Башҡортостан биләмәһендә ете социаль-иҡтисади зонаны билдәләй (үҙәк, көньяҡ, көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм Урал буйы). Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле үҫешә: социаль-иҡтисади күрһәткестәре, урбанизация кимәле, социаль-демографик процестары, этник составы ла төрлөсә. Быларҙың барыһы ла, үҙ сиратында, кеше потенциалының үҫешенә туранан-тура йоғонто яһай. Республиканы бер нисә төбәккә бүлеп, индекстың һәр күрһәткесен ентекле тикшереү иһә уларҙың аныҡ үҙенсәлегенә төшөнөргә, социаль-иҡтисади проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан кеше потенциалы үҫешенең кимәле юғары булған төбәктәр рәтенә инә, белгестәр билдәләүенсә, социаль һәм иҡтисади потенциал үҫеше лә тигеҙ, тотороҡло бара.
2003 йылға тиклем республика кеше потенциалының үҫеше буйынса Рәсәй субъекттары араһында тәүге ун төбәк араһында бара ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бер аҙ артта ҡалдыҡ: Рәсәйҙең йылдам үҫешеүсе төбәктәре уҙып китте.
Кеше потенциалының үҫеш индексы компоненттарынан күренеүенсә, халыҡтың килеме аҡрын артыуы һәм белем кимәленең түбән булыуы – төп тотҡарлыҡ. Сәбәбе ябай: йәштәрҙең күбеһе башҡа өлкәләргә, Мәскәүгә, сит илгә белем алырға юллана, уҡып бөткәс, ғәҙәттә, кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай.
Йомғаҡлап шуны әйтер инем. Кешенең үҫеш потенциалын өйрәнеү – ҡатмарлы, күп яҡлы төшөнсә, сөнки кемгәлер мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу һаулығының торошона ҡайтып ҡала, бәғзеләр иһә матди етешлекте өҫтөн ҡуя, өсөнсөләр белем алыуға баҫым яһай, дүртенселәр заман мөмкинлектәренә таяна… Ә маҡсатығыҙға өлгәшеү өсөн һеҙгә ни етмәй, тип һораһалар, кешеләр мең сәбәп табасаҡ. Килеп тыуған хәлде иҡтисадсылар, социологтар һәм башҡа белгестәр анализлап, дөрөҫ юл күрһәтһен, тип тә әйтәсәк. Был – кеше булмышының төп үҙенсәлектәренең береһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872