Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡлыҡ еңәсәгенә ышанды…
Диҡҡәт Бураҡаев был йылдарҙа ер аҫты һыуҙарының бысраныуы өсөн айырыуса ныҡ борсолдо, туҡтауһыҙ мәҡәләләр яҙҙы, тәнҡитләне, сығыштар яһаны. “Совет Башҡортостаны” гәзитенә килгән хаттарҙың күбеһендә тәбиғәттең юҡҡа сыға барыуы өсөн борсолоу сағыла ине. Мин уларҙың эҙенән юлға сыға, мәҡәләләр яҙа торғайным. Бер районда ауыл Советы депутаты, биология, география уҡытыусыһы картуфлығынан колорадо ҡуңыҙын йыйып алып, йылғаға түгә икән. Был хаҡта миңә уҡыусылар әйтте. Бына һиңә депутат, бына һиңә биология уҡытыусыһы! Райондарға барып, хат тураһында ауыҙ асыу менән, иң элек авторын һорашалар ҙа уның тураһында насар мәғлүмәт килтерә башлай торғайнылар. Хаттың йөкмәткеһенә иғтибар ҙа юҡ ине тиерлек. Ауыл Советтарында тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса махсус депутат тәғәйенләнә. Әммә күбеһе был йәһәттән ҡыл да ҡыбырҙатмай. Тимәк, гәзиттәрҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса әсенеп яҙылған мәҡәләләргә ҡарата ла шундай уҡ ҡараш булғандыр. Балыҡ башынан серей, ҡойроғонан башлап таҙарталар, тигәне ошолор. Диҡҡәт Бураҡаев менән профессор Билал Йосопов ер аҫты һыуҙары бысраныуының сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау юлдары тураһында күләмле мәҡәләләр яҙҙы. Иғтибар булдымы? Киреһенсә, битәрләү, теңкәгә тейеү, йыйылыштарҙа тикшереү, “аҡылға ултыртыу” өсөн һылтау эҙләп йөрөгән ғәмһеҙҙәргә “ем” генә булды.
Бер ваҡыт Диҡҡәтте КПСС Өлкә комитетының ҡушыуы буйынса СССР Фәндәр академияһының Башҡортостандағы филиалы Президиумы рәйесе Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов саҡыртып ала.
— Диҡҡәт Насретдинович, мин һеҙҙе һәләтле ғалим булараҡ бик ихтирам итәм. Күп эшләйһегеҙ, ғәмәли тәҡдимдәрегеҙ ҙә байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта, бер төркөм милләтсе егеттәр менән бергә “Башҡортостан — башҡорттар өсөн генә” тигән лозунг күтәреп сыҡҡан, тип тә әйтәләр. Булдымы бындай һүҙ?
— Булды. Тик аҙ ғына икенсерәк.
— Нисегерәк?
— "Башҡортостан — башҡа милләттәр өсөн генә түгел, башҡорттар өсөн дә" тигән лозунг.
— Кем уйлап сығарҙы уны?
— Мин.
— Ә Салауат Юлаев торған бейеклеккә кем ҡәнәғәт түгел?! Тағы ла бейегерәккә күтәрергә тиһегеҙ икән.
— Салауат Юлаев — рухи азатлыҡ байрағын тәү башлап күтәргән шәхес. Хәҙер үҙе әләм булып ҡайтты. Бындай байраҡ барлыҡ милләттәргә лә күренергә һәм хеҙмәт итергә тейеш. Азатлыҡ һәр кешегә, милләткә кәрәк.
— Диҡҡәт Насретдинович, фекерҙәрегеҙ бик ҡыҙыҡ. Берәй ваҡыт табып, һөйләшеп ултырыу насар булмаҫ ине. Иркенерәк ваҡытта саҡырырмын, — тип һәүетемсә оҙатып ҡала Президиум рәйесе. Шулай ҙа Бураҡаев Геология институты парткомы секретарының идеология буйынса ярҙамсыһы вазифаһынан бушатыла. Шулай ҡушҡандарҙыр.
Райондарҙа командировкаларға йөрөгән саҡта ерҙе файҙаланыу эшендә ебәрелгән етешһеҙлектәргә йәне әрнеп ҡайта торғайны Диҡҡәттең. Шуға “Правда” гәзитендә "район геологтары кәрәк" тип сығыш яһаны. Халыҡтан байтаҡ ҡына хуплау хаттары алды. Улар ерҙе, уның ҡара тупраҡ ҡатламын һаҡлауҙың ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында борсолоп яҙа ине. Тик Башҡортостан геологтары араһында хуплаусы булманы, хатта фекерҙәш тип йөрөгән кешеләре лә ҡаршы сыҡты.
— Тәбиғәт матурлыҡ өсөн генә түгел, ул кешегә хеҙмәт итергә тейеш, — тинеләр. Әммә Диҡҡәттең мәҡәләһендә һүҙ тәбиғәткә һоҡланып ҡына ултырыу тураһында бармай, ә уны аҡыллы файҙаланыу, хилафлыҡ килтермәү, алғанды бирә лә белеү хаҡында ине.
Диҡҡәтте “башҡорт Ломоносовы” тип йөрөтә торғайнылар. Уның студент саҡтан йыя башлаған ифрат бай картотекаһы бар ине. Рефератив журналдан ҡарап, фәндең һәр тармағы буйынса эшләгән ғалимдарға мәғлүмәт йыя барҙы. Техник фәндәр кандидаты Әҙһәм Шәрәфетдиновҡа, медицина фәндәре докторы Ибраһим Рәхмәтуллинға, ветеринария фәндәре кандидаты Ирек Вәлитовҡа, тарихсыларға һәм башҡа бик күп төрлө тармаҡта эшләүселәргә ғилми тема һайлауҙа ярҙам итте.
Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев нефтселәр тураһында яҙырға йыйынғас, уға ихлас булышты. Табип Вәрис Ғүмәров башҡорт халыҡ медицинаһы буйынса шөғөлләнә башлағас, үҙендә булған барлыҡ мәғлүмәтте тәҡдим итте. Ул саҡта аспирант, аҙаҡ философия фәндәре докторы Дамир Вәлиев менән “Урал батыр” эпосындағы фәлсәфәүи ҡараштар тураһында фекер алыша торғайнылар. Силәбе өлкәһендә урыҫ мәктәбен тамамлаған Дамир башҡорт халыҡ эпосының үҙенсәлектәре, ундағы геологик үҙгәрештәр тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе Диҡҡәттән алды. “Урал батыр” әҫәре тураһында сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырырҙар ине.
Бер табип-окулисҡа Бируниҙан тапҡан мәғлүмәттәрен биреүен (керпек ҡойолоп яфалаған сирҙе ете төрлө металдан ҡойолған эҫкәк ярҙамында дауалағандар. Уның менән бер генә керпекте йолҡоп алһаң да, артабан был ауырыу йонсотмай икән — ниндәй металдарҙан ҡойолдо икән ундай эҫкәк, тип ҡыҙыҡһына ине), боғаҡ ауырыуының сәбәбен асыҡлау өсөн Баймаҡ районында һыйырҙарҙың һөйәк кимереү фактын иҫәпкә алырға кәрәклеген әйтеүен, ошо тема буйынса эшләгән ветеринар Вәлитов менән боғаҡ ауырыуҙары буйынса белгес, хирург Рәхмәтуллинды осраштырып таныштырыуын хәтерләйем.
1969 йылда Иҫәнғолға ялға ҡайтҡанда, уҡытыусым Мәликә Ғибәҙулла ҡыҙы Йосопова икебеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Улы Ринат сығарылыш имтиханына әҙерләнә ине. Мәликә апай уның янында Диҡҡәт менән кәңәшләшә башланы. Баҡтиһәң, Ринаттың археолог булғыһы килә, тик ҡайҙа уҡырға барырға икәнлеген асыҡламаған. Мәликә апайҙың уны медицина юлынан ебәргеһе килә. Кешеләргә файҙаны медик булараҡ күберәк эшләр ине, тигән фекерҙә ул. Диҡҡәт шунда уҡ ике яҡ өсөн дә уңайлы һәм файҙалы йүнәлеш тәҡдим итте: “Ринат, әгәр медицина институтына инһәң, һине бынамын тигән шәп археолог Нияз Мәжитов менән таныштырырмын. Уның менән экспедицияларға йөрөрһөң. Шул саҡта донъяла бик һирәк, ә беҙҙең республикала бөтөнләй булмаған һөнәргә эйә буласаҡһың! Беләһеңме ниндәй? Антрополог!” Шулай итеп, Диҡҡәт аҙаҡ билдәле ғалим-антрополог булып киткән Ринат Мөхәммәт улы Йосоповҡа ғына түгел, ә Башҡортостан ғилемендә яңы тармаҡҡа йүнәлеш бирҙе.
Башҡортостанға һәм башҡорттарға ҡағылған бер генә хәбәр ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай ине. Мәскәүҙә уҡыған сағында Зәки Вәлидиҙең хеҙмәттәре менән ҡыҙыҡһынған һәм Ленин китапханаһынан байтаҡ материал тапҡан. Командировкаларға барған сағында яратҡан китапханаһына инеп, ҡыҙыҡһынған йүнәлештәре буйынса әҙәбиәт менән танышып ҡайта торғайны. "Бируниҙың медицина буйынса хеҙмәтенең фарсы телендәге төп нөсхәһен Зәки Вәлиди Туған тапҡан икән", — тип ҡыуанып ҡайтҡайны бер саҡ. Ә был ваҡытта Вәлидиҙең исемен телгә алыу тыйыла ине. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем: Зәки Вәлидиҙе генә түгел, хатта реабилитацияланған Муса Мортазинды ла оҙаҡ ваҡыт “йәшереп” тоттолар. Мин “Совет Башҡортостаны” гәзитендә тәржемәсе булып эшләгән саҡта, хәрби журналда бер төркөм командир, шул иҫәптән Муса Мортазин хаҡында ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бирелде. Шатланып, пропаганда бүлегенә индем. “Әйҙәгеҙ, Муса Мортазин хаҡында яҙайыҡ! Бына бит — исеме аҡланған!" — тим. Бер аҙҙан редакцияның партия бүлегенә саҡыртып, журналды һорап алдылар. Шунан яҡын дуҫтарса кәңәш бирҙеләр: “Балаларың ишле. Уларҙы үҙең ҡарап үҫтерергә уйлаһаң, теләһә нәмәгә ҡыҫылма”.
Бер көн яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов трилогияһының тәүге романын тикшереүҙәре, маҡтауҙары һәм нәшергә тәҡдим итеүҙәре тураһында шатлығын уртаҡлашырға килде. Диҡҡәт әҫәрҙең журналда баҫылған вариантын уҡығайны.
— Фәрит ағай, һеҙ бик шәп прозаик. Башҡорт әҙәбиәтендә һеҙҙең кеүек оҫтаның булыуы ҙур шатлыҡ, — тине ул. — Ә Зәки Вәлиди — оло шәхес. Уға ҡара яғыу дөрөҫлөк алдында хилафлыҡ булыр. Романығыҙҙың Вәлиди хаҡында насар фекер яҙылған өлөшөн алып ташлағыҙ. Уға ҡара яғыу һеҙгә бер ни ҙә өҫтәмәй бит. Вәлидиҙе аҡларҙар. Илебеҙ гел генә күләгәлә йәшәмәҫ. Ә һеҙ романдың ошо өлөшө арҡаһында ғына тейешле кимәлегеҙгә күтәрелә лә, тейешле баһағыҙҙы ала ла алмаҫһығыҙ, — тине. Әммә Иҫәнғолов үҙ фекерендә ҡалды. Роман шул көйө баҫылып сыҡты.
1970 йылды ҡаршылауға беҙҙе Тимерғазиндар — башҡорттар араһынан тәүге профессор, геология-минералогия фәндәре докторы Ҡадир Рәхим улының ғаиләһе — саҡырғайны. Ғалим менән Диҡҡәт дуҫ булған, ул үлгәндән һуң да (1913 — 1963) ҡатыны Асия апай, ҡыҙы Ая, улы Камил менән бик йылы мөнәсәбәттә инек.
Ҡунаҡтар йыйылышып, өҫтәл тирәләп ултырғас, хужалар Яңы йыл менән ҡотланы, мәжлесте асты һәм Диҡҡәткә һүҙ бирҙеләр. Ул, ҡыҫҡаса ҡотлау һүҙҙәре әйткәндән һуң, ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп:
— Һеҙҙең рөхсәтегеҙ менән, хужаларҙан рөхсәт алдым, тағы бер нәмә хаҡында әйтмәксемен. Быйыл 10 декабрҙә халҡыбыҙҙың бөйөк улы Зәки Вәлидигә 80 йәш тулыр ине. Тик ул 26 июлдә Истанбул ҡалаһында вафат булған. Әйҙәгеҙ, уның яҡты иҫтәлегенә хөрмәт менән баҫайыҡ.
Бер нисә генә кеше баҫты. Ҡалғандары ағарынды, аҫҡа ҡарап ултырҙы, әммә торманы.
Илдә үҙаллылыҡ елдәре иҫеп, зыялыларыбыҙҙың исеме халыҡҡа кире ҡайта башлағас, Зәки Вәлидиҙең 100 йыллығын билдәләү тураһындағы башланғысты “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең “Юрматы” филиалы күтәреп сыҡты. Әҙерлек эштәрен башлап ебәрҙек. Артабан был сара бик киң йәйелдерелде. Ә теге табында баҫырға ҡурҡып ултырғандарҙың ҡайһы берҙәре был тантаналарҙа президиумда ултырҙы...
Башҡорт дәүләт университетының Ҙур залында Зәки Вәлиди уҡыуҙарында Флүрә Ғәбделхәй ҡыҙы Әхмәтшина менән бергә ултырҙыҡ. Ул 1970 йылда Тимерғазиндарҙа булған ваҡиғаны былай тип иҫкә төшөрҙө:
— Атайым Зәки Вәлиди менән бер туған бит. Улар Әхмәтзәки, Ғәбделбарый, Ғәбдрәүеф, Ғәбделхәй, Сара, Зәкиә — алты бер туған булған. Беҙ атайымдан дүртәү ҡалдыҡ: Фәүзиә, Шәүкәт, Салауат, мин. 1970 йылда Тимерғазиндарҙа ҡунаҡта саҡта Диҡҡәттең телмәренән һуң ҡот осто. Булаттың (ире — М.Б.) ҡулын ҡыҫып тотҡанмын, ҡалтыранам. Бына-бына килеп инерҙәр, пистолеттарын тоҫҡап, ҡулдарҙы артҡа шаҡарып баҫтырып ҡуйырҙар ҙа мебелде ауҙара-ауҙара тентей башларҙар һымаҡ. Булат тынысландыра. Ирендәрҙе тешләгәнмен дә тик ултырам. “Ап-аҡ булдың,” — ти аҙаҡ Булат. Ул саҡта минең Зәки бабайҙың туғаны икәнлегемде белмәйҙәр ҙә ине. Фамилияларыбыҙҙы үҙгәртеп бөткәйнек бит. Диҡҡәт Зәки бабайым тураһында ҡайҙан белде икән? Кем һөйләгән уға? Тыуған йылын да, ҡасан үлгәнен дә белә ине бит. Ә мин, туғаны булһам да, уның үлеме хаҡында сала-сарпы ғына ишетеп ҡалғайным. Диҡҡәттән ентекләп һорашайым тинем дә, туған икәнлегемде белдереүҙән ҡурҡтым.
Диҡҡәт 60 — 70-се йылдарҙа, З. Вәлиди тураһында күберәк белергә теләп, уның нәҫелен юллай башланы һәм бер туған һылыуы Сараның улы, ғалим-физик Камил Вәлиевте табып алды. Белмәйем, нисек табышҡандарҙыр, әммә Камилдың кем икәнлеген миңә лә әйтмәнеләр. Ул Ғәлиә исемле бик һылыу ҡыҙға өйләнгәйне, ҡыҙҙары бар ине. Фатирҙары юҡ саҡ. Өфөгә Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына эшкә саҡырылған. Диҡҡәт уларҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтып таныштырҙы. Зәки Вәлидигә булған хөрмәтен уларға күрһәткәндер, һәр хәлдә яҡын туғаны һымаҡ күрҙе. Вәлиевтәр, үҙҙәре фатир алғанға тиклем, аҙна һайын йыуынырға, ял итергә килеп йөрөнө. Икенсе улдары Юлдаш беҙҙең улыбыҙ Илгизәр менән бер йылда тыуҙы. Уларҙы һыу индереү, тәрбиәләү беҙҙә булды. Аҙаҡ Ишембай ҡалаһында, Вәлидиҙең юбилей тантанаһында, Камил Вәлиев:
— Был көндө күрермен тип хыял да итмәй инем. Диҡҡәт кенә күрә алманы... Ә ул бит Вәлидиҙе аҡлаясаҡтарына ихлас ышана ине... — тине.
(Аҙағы. Башы 44-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872