Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында ҡайһы йортҡа төкәлһәң дә, Мәжитовтар ҙа Насиповтар йәшәй. Ауыл аҡһаҡалы Әхмәҙулла Насипов сығышы менән Үрге Һаҙҙан ике саҡрым тирәһе аралыҡтағы элекке Ҡолшай ауылынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисәмә быуын Насиповтарҙың йәнтөйәге булған Ҡолшай хәҙер ер йөҙөнән бөтөнләй юйылған — иң һуңғы ғаилә унан 1978 йылда күсеп киткән.
Атай нигеҙенең йылы тупрағына тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан, тәү башлап икмәк тәмен татыған ауылын һағынып иҫкә алған элекке ҡолшайҙарҙың әсенеп һөйләүенсә, унда ҡасандыр кешеләр йәшәүен дәлилләп торған бер генә нигеҙ ҙә, ҡойма ла ҡалмаған, исмаһам. Тик элекке йорттар тапҡырында өйкөм-өйкөм сирен һәм башҡа ағастар ғына вайымһыҙ бала саҡ илен, атайҙарының көслө ҡулдарының йылыһын, әсәйҙәренең мең төҫлө нурҙар бөркөп торған күҙҙәрен, иркәләү-наҙын хәтерләтә.
Сәйҙә апай әйтеүенсә, 1858 йылда әлеге Мәҡсүт ауылына нигеҙ һалған Мәҡсүт ҡарттың ике улының береһе — Ҡолшай килеп төпләнгән бында.
— Ул ошо ерҙә ғаиләһе менән яңы оя тирткән йылдарҙа Үрге Һаҙ ҡәҙимге ауыл булған, тиҙәр, бында иһә Ерекленән күсеп ултырғандар. Бөгөн районыбыҙҙың һәм республиканың төрлө төбәгендә йәшәгән Насиповтар, Иҙрисовтарҙың араһы Ҡолшайҙан сыҡҡан, — тип белгәндәре менән уртаҡлашты ханым.
— Ауылда тыуған һәр кеше кендеге менән уға бәйләнгән — быны тирә-яҡҡа һибелеп йәшәп ятҡан, әммә йәй һайын тыуған нигеҙенә ҡайтып, Күстәй йылғаһынан, Әхмәҙулла шишмәһенән һыу эсеп, усаҡ яғып, йондоҙло күктән илһам, йәшәү көсө алып китеүселәрҙең, магнит менән тартҡан кеүек, йәй һайын бала саҡ иленә тартылыуы үҙе үк раҫлай, — тип һөйләй Федоровка районынан Үрге Һаҙға килен булып төшкән һәм йәне-тәне менән йәмле башҡорт еренә ереккән татар ҡыҙы Әнисә Насипова. — Мәләүездә Шәүрә апай Үҙәнбаева йәшәй. Йыл һайын бабайын, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен Ҡолшайына алып ҡайтып, тыуған ауылы һауаһын һулатып, һыуынан тәмләтеп алып китә. Уларҙың тыуған яҡҡа сәфәре инде матур йолаға әүерелде — диңгеҙле-ҡояшлы сит илдәрең ары торһон. Шулай уҡ районыбыҙ үҙәгендә — Мораҡта — Зифа апай менән Вәли ағай Байменовтар йәшәй. «Хажға барып ҡайтыуға өлгәшһәк, тыуған ауылыбыҙҙың зыяратын кәртәләтер инек» тигән өмөт менән йәшәгән икән улар. Ысынлап та, хаж ҡылып ҡайтҡас, ошо ниәттәрен бойомға ашырҙылар: төҙөлөш материалдары һатып алып, кеше яллап, ата-бабаларының мәңгелек йортон кәртәләтеп, төҙөкләндереп ҡуйҙылар.
Ғөмүмән, Күгәрсен районы йылғаларының, шишмәләренең һыуы үҙенсәлекле. Үрге Һаҙҙың үҙендә генә лә Япар, Мулла, Мәктәп, Әүлиә, Вәли шишмәләре ауыл халҡын үҙҙәренең таҙа, саф, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыуы менән һөйөндөрә.
Ҡаҙағстан тип аталған ерҙәге шишмә һыуы ла ифрат шифалы. Ауылдағы Оло Һыу йылғаһының һыуы теште сатнатырҙай һыуыҡлығы, ә ҡышын туңмауы менән дан алған. Бынан тыш, Урыҫ Бөркөтө менән Башҡорт Бөркөтө ауылдары араһында көкөртлө-водородлы шишмә урғып ята. Яҡын-тирәләге халыҡ, уның һыуын алып ҡайтып, аяҡтарын, ауыртынған-һыҙлаған урындарын дауалай. Ә Ерекле ауылы эргәһенән аҡҡан шундай уҡ исемле йылға тоҙло, шуға ла эсәр һыуҙы урындағы халыҡ сөсө бер шишмәнән генә ала...
Һуң булһа ла уң булһын, тигән һүҙ ҡалған боронғоларҙан. Бөтөп барған Урыҫ Бөркөтө менән Башҡорт Бөркөтөнә һуңғы йылдарҙа яңы һулыш өрөүселәр — нигеҙ ҡороп, өй һалып, йәйен ҡайтып йәшәүселәр һаны — арта бара. Был тирәләге бәләкәй ауылдарға яңынан ҡот, йән инә. Эйе, тыуған тупраҡҡа ереккән тамырҙар ахырынаса өҙөлөп бөтмәгән, барыбер үҙенә тартып тора һәм йәшәү һутын, көс-ҡеүәтен өҫтәп, ҡан тамырҙарына ултырған юшҡын-татырҙы таҙартып ебәрә.
— Ауылыбыҙ, күркәм ерҙә урынлашҡан. Әммә ошо матурлыҡҡа һаман ут өҫтәп тормаһаң, һүнеп барған усаҡҡа оҡшай башлай. Тын ҡалған минуттарҙа, ауыл халҡы араһында һәр кемдең күңеленә сихәт-рәхәтлек биргән, Хоҙай рәхмәт уҡырлыҡ ниндәй ғәмәл ҡылып була һуң, тип уйлайым. Тәҙрәм ҡаршыһындағы Оло Тауға күҙ ташлайым да, шуның ауылға ҡарап торған битләүендә ағас ултыртырға кәрәк, тигән һығымтаға киләм. Йәйҙәрен, исмаһам, ул дымды ла һаҡлар, ныҡ эҫелә араһына мал инеп ятыр, ауылды йәшелләндереп торор ине.
Халыҡ менән ошо эште ойоштороп ебәргәндә, Аллаһы алдында һәммәбеҙ ҙә сауап алыр инек, сөнки һуңғы йылдарҙа кешелек тәбиғәтте һауа ла һауа, ә унан алғас, бирә лә белергә кәрәк. Беҙҙең ауылда ғына түгел (күҙәтеп йөрөйөм), күп ерҙә баҡса үҫтерергә, ағас ултыртырға тотонғандар. Тырышҡанда һәр беребеҙ һис юғында үҙебеҙҙең йәшәгән ихатабыҙҙы гөл-баҡсаға әйләндерә ала. Мин үҙем өйөм алдына урамдың саң-туҙанынан, яман күҙҙәрҙән һәм уйҙарҙан һаҡларлыҡ баландан, сағандан, ҡомалаҡтан, миләштән «тере кәртә» булдырыу, ихатамды уратып ағас ултыртыу уйы менән йәшәйем. Алла бирһә, был ниәтемде бойомға ашырасаҡмын.
Ауылдаштарым араһында ла теләктәштәрем апаруҡ. Ағастың, ғөмүмән, йәшеллектең кеше тормошонда тотҡан урыны тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡтыр. Ҡөрьәндә лә бит, ахырызаман килгәндә лә тәҙрә төбөңдә гөлөң, ағасың ултырһын, йәки ахырызаман килгән саҡта ағас ултыртып йөрөгән булһаң, шул ғәмәлеңде ташлама, сабыйҙар тыуған һайын ағас ултыртырға кәрәк, йәшәгән урының гөл-баҡса булһын, тиелгән. Әйткәндәй, Үзбәкстанда бала тыуған һайын саған ултыртыуҙары (унда башҡа ағас үҫтереүе ҡыйын) — шул тиклем күңелгә ятышлы йола. Ә беҙҙә кеше үҙе йәшәгән ерҙең ҡәҙерен, баһаһын белеп еткермәй. Ҡайҙа ҡарама, полиэтилен шешәләр туҙып ята – ул бит серемәй, өҫтәүенә, яндырыу ҙа мөмкин түгел – зарарлы. Һәр төрлө ҡап, шыптыр ҡағыҙ һәм башҡа әллә күпме ҡый-һайҙы ел әллә нисәмә саҡрымға туҙҙыра. Мәктәп барҙа яҙ һайын уҡыусылар менән уларҙы йыйырға сыға торғайныҡ та... Тағы ла хәҙер кешеләр һауыт-һаба, кер йыуа торған шыйыҡлыҡты уйламайынса ҡуллана. Химикат ҡушылған йыуынты һыуҙы алып сығарып түгәбеҙ. Ул бит ер аша һыуыбыҙға ҡайтанан эләгә һәм шуны үҙебеҙ алып эсәбеҙ. Элек бит әсәйҙәр һауыт-һабаны — эҫе һыу, тоҙ, аш содаһы менән йыуып таҙартҡан. Шулай итеп, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа күрәләтә балта сабабыҙ.
Үрге Һаҙҙан Әнисә менән Миңнулла Насиповтарҙың улы Себерҙә эшләй. Әсәһенең кедр үҫтереү теләге хыял булып ҡына ҡалмаһын типтер инде, шуның сәтләүеген алып ҡайтып биргән. Себер ағасы орлоғоноң бөтәһенең дә тулыһынса шытып сығыу ихтималлығы ҙур түгел. Ысынлап та, Әнисәнең гөл һауытына сәскән орлоҡтарының яртыһынан әҙерәге генә шытым биргән. Хоҙай ғүмер насип итеп, бер ун-егерме йылдан тырыш хужабикәнең кедрҙарының зыңын да ишетербеҙ тип ышанам. «Изгелек теләп ултыртҡан кедр өйҙө, балаларҙы һаҡлай» тигән инаныуы менән ул күптәрҙе үҙенең уй-хыялы менән арбаған, шуға ла Үрге Һаҙҙа уның теләктәштәре байтаҡ. Һәммәһе лә ихаталарын ғына түгел, тотош ауылды гөл-баҡса итеп күргеһе килә.
Иң мөһиме — күркәм уй-хыялдар ауыл кешеләренең күңелендә шытым биргән. Тимәк, ул ысынбарлыҡта ла үҙ шауҡымын табасаҡ.