Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ауылдаш ҡыҙҙар минән ҡурҡа ине"
Шулай тигән Миңлеғәле Шайморатов "Ниңә һин үҙебеҙҙең ҡыҙҙы түгел, ә ситтән мәрйә алдың" тигән һорауға яуап итеп.

Сит-ят тарафта оҙаҡ йөрөнө ул. Тыуып үҫкән Биштәкәһенә егерме йыл ҡайта алманы. Беҙ уны үтә ҡатмарлы һәм яуаплы хәрби разведчик хеҙмәтенә йәне-тәне менән бирелгән яугир итеп күҙалларға күнеккәнбеҙ. Армия сафына 1919 йылда үҙ теләге менән алынғандан һуң үҙен оҫта һыбайлы, разведчик итеп танытып өлгөрә. Блюхер армияһы сафында Колчак ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа йәрәхәтләнә. Граждандар һуғышы тамамланып та өлгөрмәй, ул уҡырға ебәрелә. Ҡазанда татар-башҡорт командирҙары мәктәбендә тырышып уҡый. Һуңынан Тамбов губернаһында Антонов бандаһын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ябай яугир түгел, ә кавалерия взводы командиры. Шул мәлдә уның алдында бер ҡыҙ пәйҙә була – әкиәттәге һымаҡ сибәр, тал сыбығылай һығылмалы, май сәскәһе һымаҡ көләс йөҙлө. Булдыҡлы, ысын егет ғашиҡ булыу бәхетен кисерә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе буласаҡ кейәүҙе хуплап ҡабул итә. Типһә, тимер өҙөрҙәй, көслө рухлы башҡорт уларҙы таң ҡалдыра.
Ғаилә ҡорола, ләкин ир кеше күп ваҡытын хәрби походтарҙа үткәрә. Командующийы Буденный булған армия сафында ла йөрөй. Әле бер урында, әле икенсеһендә һуғышырға тура килә. Уның араһында курстарҙа ла уҡый. Әммә 1929 йылдың көҙөндә йәш командир Шайморатов Фрунзе исемендәге хәрби академия ҡарамағындағы әҙерлек курсына алына. Мәскәүҙә йәшәй. Дуҫ, татыу ғаиләлә ҡыҙ бала үҫә. 1927 йылдың көҙөндә тыуғанлыҡтан, уға Октябрина исеме бирелә.
Алғараҡ китеп шуны әйтке килә: 1987 йылда мин Шайморатовтың ҡыҙы менән осраштым. Өфөләге Офицерҙар йортонда барған тантананан телевизион репортаж әҙерләргә тейеш инем. Октябрина ханым 14 йәшлек улы Сергейҙы эйәртеп вестибюлгә сыҡҡас, һоҡланыуымдан телһеҙ ҡалдым: алдымда атаһына ныҡ оҡшаған сибәр ханым тора.
Интервьюнан һуң: "Һөйләшеп ултырырға форсат табылмаҫмы икән?" — тип һораным. "Әлбиттә, — тип яуапланы алыҫтан, Рига ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, — беҙҙе бөгөн Биштәкәгә алып китәләр, шунда барһағыҙ ғына".
Октябрина ханым йомшаҡ холоҡло, баҫалҡы, аҙ һүҙле булып хәтерҙә ҡалған. Офицерға кейәүгә сыҡҡан, уныһы иртәрәк донъя ҡуйған. Һуңынан белеүемсә, Октябрина ханым Биштәкә (һуңынан Шайморатов) ауылын бик яратҡан, мәктәп уҡытыусыларының береһе Гүзәл Зөфәр ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар хат алышҡан. Хаттар мәктәп музейында һаҡлана.
Беҙҙең аралашыу ҡуян ҡойроғонан да ҡыҫҡараҡ булғандыр. Ихлас әйтеләһе һүҙҙәр әйтелмәне. Был ханымды ғорур атаһының һыҙаттарын һаҡлаған шәхес итеп күрергә, уның иҫләүе аша Шайморатовты күҙалларға ине теләгем. Ләкин шуныһын да аңлап өлгөрҙөм: Октябрина ханымда атаһы өсөн ғорурлыҡ бөтөнләй юҡ кеүек. Рәхимһеҙ тормоштан, юғалтыу-үкенестән йонсоған, балаһының етемлегенән әрнегән ябай бер ҡатын тиергә мөмкин.
Бына уның бәхетле бала саҡ хәтирәләре. Уларҙы һуңлап уҡыным.
"Барлыҡ хәтирәләр айырым күренештәр булып иҫтә ҡалған. Бына уларҙың береһе: бәләкәй генә фатирҙа (Фрунзе исемендәге академия ҡарамағындағы дөйөм ятаҡ) атайым мине фотоға төшөрә. 3-4 йәштәмен. Миңә: "Аппараттың тәҙрәһенә ҡара, хәҙер унан ҡошсоҡ осоп сығасаҡ", — тиҙәр. Икенсе күренеш: тәүлек әйләнәһенә эшләгән балалар баҡсаһы. Атай-әсәйем саф һауала йөрөтөү өсөн ял көндәрендә яныма килә. Шул фатирҙа атайым мине өҫкә сөйә һәм бәүелсәктәге кеүек ҡулында бәүелтә.
Бына миңә 7 йәш инде, өҫтәлдә фотоһүрәтем ята. Икенсе яғына ҙур хәрефтәр менән "Атайыма иҫтәлеккә" тип яҙып ҡуям. Әсәйем был фотокарточканы атайыма Ҡытайға ебәрә. Ул 1934 йылда академиянан һуң шунда эшкә китте.
Артабанғы күренеш: мин шул уҡ фатирҙа диванда ултырам, патефон көйөнә атайым менән әсәйем ул ваҡытта модала булған тангоны бейей. Быныһы инде атайымдың Ҡытайҙан ялға ҡайтҡан ваҡытында.
Бына мин мәктәп уҡыусыһы: оҙаҡламай 9 йәш тула, сентябрҙә икенсе класҡа барам. 1936 йыл. Шунан һуң көҙ бөтә ғаиләбеҙ менән Ҡытайға — Синьцзян провинцияһының Урумчи ҡалаһына — китәбеҙ.
...Синьцзянда, тауҙарға яҡынлашҡан саҡта, мине шул хайран итте: ап-асыҡ офоҡ, тигеҙ ялан, алда бер ниндәй ҙә тау күренмәй, ә юғарыла, зәңгәр күктә, ҡарлы бер нисә түбә күренеп тора. Көн бик һыуыҡ ине. Ҡалын кейенеүгә ҡарамаҫтан, бер нисек тә йылына алманым. Ә еңелсә генә кейенгән атайым мине шаяртып барҙы, бер ваҡытта ла сирләмәүе хаҡында әйтте. Ысынлап та, мин уның һыуыҡ үткәргәнен хәтерләмәйем. Физик яҡтан бик ныҡ булды. Өйөбөҙҙәге ауыр герҙе еңел генә күтәрер ине.
1936 йылдың көҙөнән алып бер йыл ғаиләбеҙ Ҡытайҙа йәшәне. Атайым һәр саҡ беҙҙең янда ине. Ул осор тормошомда бик бай тәьҫорат ҡалдырҙы. Мине тирә-яҡ мөхит шаҡ ҡатырҙы, беҙҙең илселек хеҙмәткәрҙәре йәшәгән күңелле, татыу тормош оҡшай ине. Мәктәптә лә дуҫтарым күп булды. Беҙҙең йорт илселектең (СССР-ҙың Ҡытайҙағы сауҙа вәкиллеге) ҡаршыһында урынлашҡайны. Әсәйем әйтеүенсә, атайым инструктор булып эшләй, хеҙмәте Ҡытайҙың хәрби частары менән бәйле. Ул эштән денщик оҙатыуында һыбай ҡайтып йөрөнө. Ҡытай хәрби формаһын кейҙе. Буш ваҡытында үҙебеҙсә кейенә ине. Ҡытайҙа ла, Мәскәүҙә лә.
...Илселек ҡала ситенә яҡын урынлашҡайны шикелле. Арыраҡ башҡа йорттар юҡ. Йәй эштән һуң әсәйем дә, атайым да ҡайһы ваҡыт уның биләмәһендә волейбол уйнай торғайны. Унда ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат командалары булды. Ҡыш ғаилә менән коньки шыуҙыҡ. Мәскәүҙә лә катокка йөрөнөк. Атайымдың фигуралы конькиһы бар ине.
...1937 йылдың йәйендә атайым ҡайҙалыр китте лә ике айҙан һуң, ауырып, кире ҡайтты, һәм беҙ йәнә Мәскәүгә күстек. Әсәйем, уның аяғы һыҙлай, нервыларына һыуыҡ тейгән, тине. Һуғыш башланыр алдынан ул тағы ла аҡһап госпиталдә ятты. Бик күп йылдар үткәс кенә әсәйем атайымдың аяғы яраланыуы тураһында әйтте. Уның ҡайҙа йәрәхәт алғанын әсәйемдән һорамағанға бик үкенәм. Үҙенең тәүге юғары наградаһы — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденын — 1937 йылда Ҡытайҙа эшләгәне өсөн алыуын хәтерләйем.
...Тағы ла атайымдың урындағы уйғырҙар (беҙ Урумчи ҡалаһында йәшәгәндә) менән иркен һөйләшеүен хәтерләйем. Уларҙы нисек аңлауы тураһында һораным, уйғырҙарҙың теле башҡортсаға оҡшаш, тип яуап бирҙе. Беҙгә бер ваҡыт Ҡытай генералы ҡунаҡҡа килде. Бер тапҡыр — тәржемәсе менән, икенсеһендә — тәржемәсеһеҙ. Әңгәмәнең нисек барғанын хәтерләйем. Ҡайһы ваҡыт инглиз һүҙҙәре ҡулланылды, һуңынан атайым папирос ҡабында генералға иероглифтар яҙҙы, үҙ сиратында тегеһе лә шулай эшләне. Мәскәүҙә китаптар араһында инглиз һүҙлеге бар ине, ләкин атайымдың ҡасан инглиз һәм ҡытай телдәрен өйрәнгәнен белмәйем. Атайым хеҙмәтендә ниндәй булғандыр — әйтә алмайым, әсәйем дә был турала бер нәмә лә белмәй. Ул үҙенең эше тураһында бер ваҡытта ла һөйләмәне..."
Миңлеғәле Минһаж улы ғаиләһенә тоғролоҡ һаҡлаһа ла, беренсе ҡатыны уны ҡалдырып, икенсе бер хәрби кешегә кейәүгә сыға. Ғәзиз балаһы Октябринаны ла үҙе менән ала.
1938 йылда Ҡытайҙан ҡайтҡанында Мәскәүҙәге фатиры буш, саң баҫҡан була. Өҫтәлдә — йөрәкте телгеләп алырҙай яҙыу: "Прости, если можешь". “Ни эшләргә һуң?” тигән һорау мейеһен сәнсеп-сәнсеп алғандай була, ләкин шәхси мәшәҡәттәр менән баш ватыр ваҡытмы ни! Беренсе сиратта — хеҙмәт! Командование саҡыртып ала ла капитан Шайморатовҡа майор званиеһы бирә. Икенсегә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденын һәм "РККА-ның ХХ йыллығы" миҙалын да тапшыралар.
Дөрөҫөн әйткәндә, Ҡытайҙан ҡайтҡанда Шайморатов тәрән шикләнә: ҡулға алырҙармы, әллә... Шикләнер, хәүефләнер сәбәптәр етерлек була шул. Ана, Ҡыҙыл Армия сафтарын "таҙартып" бөттөләр, шул саҡлы тырыштылар, хатта алмашҡа тәғәйенләр кеше ҡалманы. Башҡорттарҙы ла сүпләп бөттөләр, тип ишетте Шайморатов. Граждандар һуғышында ҡатнашҡандарҙың, бигерәк тә аҡтар яғында булғандарҙың, береһе лә ҡалмаған, имеш... Ә уны күтәрҙеләр.
Ғаилә хәлен нисек йүнәтергә? Хәҙер, ҡырҡҡа етеп килгәндә, ҡыҙҙар һайлап йөрөү килешерме? Хәйер, бер сәғәт буш ваҡыты ла юҡ бит.
Шул мәлдә көтмәгәндә, уйламағанда Ольга Павловна осрай. Ул — Людмила Степановнаның әхирәте, һүҙ тиҙ ялғанып китә. Икеһе лә хәрби ведомствола эшләгәнлектән осрашыуҙар ҡабатлана тора һәм ғаилә хәле бөтәйә.
Шайморатов Ҡытайға яңынан китә. Ҡайтыуына полковник званиеһы ала (әйтерһең, юғары командование был талантлы офицерҙың карьера үҫешен оҙаҡ йылдар тотҡарлап килгәне өсөн ғәфү үтенә). Хәҙер ул — СССР Оборона халыҡ комиссариатының 1-се айырым кавалерия полкы командиры. Өйҙә әллә була, әллә юҡ, тигәндәй, һәр саҡ хеҙмәт мәшәҡәттәренә сума.
Ольга Павловнаның ҡыҙы Нинаны үгәй атаһы үҙ балаһылай ярата, хәстәрлек күрә, затлы әйберҙәр алып бирә.
1941 йылдың 25 декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры вазифаһында Өфөгә ҡайтарылғас, полковник Шайморатов бер төн эсендә тыуған ауылы Биштәкәгә һәм Арыҫланға йүнәлә. Һыбайлы разведчиктар оҙатыуында килә ул. Егерме йыл ситтә йөрөү арҡаһында онотолған юлдарҙан һеңлеләре Камилә менән Ғәлимәнең балаларына мул күстәнәс алып ҡайта. Дүрт ай дауамында башҡаса күрешеү форсаты таба алмай. Тағы бер үкенес! Ленин урамындағы фатирын һеңлеләренең береһенә биреү теләге менән асҡысын бер ауылдашына ышанып ҡалдыра, ләкин тегеһе аманатты үтәмәй, ғүмеренең һуңғы мәле еткәндә генә серҙе аса...
Шайморатовтың йәшлек дуҫы Мәхмүт Хафизов — партияның Өлкә комитетында юғары вазифала, ҡатыны Хәриҙә Сәғәҙиева "Башҡортостан" гәзите редакцияһында эшләй. Һүҙ юҡ, талантлы, күренекле кешеләр.
Хафизовтар 1942 йыл алдынан Шайморатов хөрмәтенә ҡунаҡ саҡыра. Хәбәр алышып, музыка ҡоралдарында моңдар һыҙҙыртып, күңел асып ултыралар. Зыялылар табыла. Ҡунаҡтарҙы шуныһы һоҡландыра: Миңлеғәле һәр төр музыка ҡоралында оҫта уйнай. Фронт хәбәрҙәрен телгә алмай тиерлек (разведчиктың теше ныҡ). Хәриҙә ханым, батырсылыҡ ҡылып, һорай шулай ҙа:
— Әйт әле, Миңлеғәле, ниңә һин ҡатынды үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙан һайламаның, ә мәрйә алдың. Берҙе түгел, икене?
Миңлеғәле аптырап ҡалмай:
— Берҙән, шаян һәм уҫал инем. Ҡыҙҙар минән ҡаса торғайны. Унан ни, ситтә оҙаҡ йөрөлдө...
Яуап ҡыҫҡа, әммә Хәриҙә ханымдың ҡунаҡтар араһынан кемде лә булһа димләү теләге булмаған тип кем әйтер? Үкенес, бик үкенес.
1942 йылдың июль-авгусында Ольга Павловна ире янына фронтҡа килеп китә. Яуҙаштары хәтерләүенсә, был ваҡиғанан һуң Шайморатов ай-ҡояштай шат йылмайып йөрөй.
Ҡош телендәй ҡыҫҡа, ләкин тәрән йөкмәткеле хаттар яҙа. Һағыныу, һөйөү хистәре, бигүк ярылып ятмаһа ла, һиҙелеп тора. Һәр хат аҙағында "Мин һине мең тапҡыр үбәм" тип яҙылған.
Генерал Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловград өлкәһенең Штеровка ҡасабаһына яҡын ҡалҡыулыҡта дошманға ҡаршы һуғышып һәләк булғас, мәйете ҡарлы-боҙло һаҙ янында ятып ҡала. Был төбәк ул саҡ дошман ҡулында була. Немецтар халыҡты яҡын ебәрмәй. Ҡар ирей башлағас ҡына, мәйеттәрҙе ерләү рөхсәт ителә. Шайморатов тәүҙә башҡалар менән бергә снаряд соҡорона күмелә. Билдәһеҙ совет командиры сифатында, сөнки документтарын үҙе юҡ иткән, тигән фекер бар.
1948 йылдың көҙөндә Башҡортостан АССР-ының Хөкүмәт комиссияһы эксгумация акты үткәргәндә Ольга Павловна ла ҡатнаша — Мәскәүҙә йәшәгән еренән килә. Мәрхүм ирен тәнендәге йәрәхәт йөйҙәренән таный. Комиссияға, ҡәберҙән алып һалынған мәйеттең Шайморатовтыҡы икәнлеген раҫлап, төплө мәғлүмәт бирә. Үҙенең баштан уҡ иренең пенсияһына йәшәүен белдерә, ул ошо көнгәсә билдәһеҙ юғалған тип һаналһа ла.
70-се йылдарҙа Өфөлә һәм Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатов көндәре уҙғарылғанда, Ольга Павловна саҡырылған ҡунаҡ булараҡ килә. Биштәкә мәктәбендә сығыш яһай. Оҙаҡ йылдар ошо һәм Димдәге 104-се мәктәп менән хат алышып йәшәй.
Тағы бер ваҡиғаны иҫкә алғы килә. 60-сы йылдарҙа башҡорт театрҙарының береһендә Шайморатовҡа бағышланған спектакль шаулап бара (Ибраһим Абдуллиндың "Утлы өйөрмә"һе), шунда персонаждарҙың береһе әйтә: имеш, Шайморатовтың өйө, көткән ҡатыны юҡ, иҫән булһа, ҡайҙалыр ҡайтыр ине. Был хәл Ольга Павловнаға еткерелә һәм ул ҙур үпкә белдереп хат яҙа.
Өйләнеү яҙмышҡа бәйле. Ят һөйәк булһа ла, Ольга Павловна ахырынаса ире Миңлеғәлегә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Редактор
    Редактор от 15.03.2013, 10:42
    Ҙур рәхмәт статья өсөн! Минңә әлбиттә оят, әммә мин быларҙы белмәгәйнем, тәүге ишетәм. Статья шул хәтлем күңелде һыҙландырҙы.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840