Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе...
Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы тулыһынса тыйыу кәрәклеге тураһында һорауға яуап бирҙе.

«Әлегә беҙ был мәсьәлә буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы ҡабул итмәнек. Мин дөрөҫөн әйтергә тейешмен – тыйыу дәүләт йоғонтоһо сараһы булараҡ йыш ҡына файҙаһыҙ булып сыға», — тип билдәләне республика Башлығы.
Радий Хәбировтың күп йыллыҡ эш тәжрибәһе күрһәтеүенсә, күптән эшләп килгән баҙарҙар йәки йәмғиәттең ғәҙәттәре тураһында һүҙ барған саҡта бер яҡлы ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһе аҙ.
«Тыйыу – иң ябай юл, әммә ул бер ҡасан да проблеманы тулыһынса хәл итмәй. Әгәр хәҙер вейп һатыуҙы тыйһаҡ, шунда уҡ йәшерен баҙар барлыҡҡа киләсәк. «Ҡоро закон» ваҡытын иҫкә төшөрөгөҙ әле: таксистар йәшереп кенә хәмер һатты, ә уның сифаты ниндәй икәне билдәһеҙ ине», – тине ул.
Республика Башлығы электрон тәмәкеләрҙең барыһына ла, бигерәк тә үҫмерҙәргә зыянлы булыуын билдәләне.
«Мин ысын күңелдән вейптарҙы өлкәндәр өсөн дә, бигерәк тә балалар өсөн зыянлы тип иҫәпләйем. Әммә тулыһынса тыйһаҡ, контролдә тотолған баҙар урынына законһыҙ баҙар аласаҡбыҙ, унда балалар теләһә ниндәй, хатта ғүмер өсөн хәүефле әйберҙәр һатып алырға мөмкин», – тине Башҡортостан Башлығы.
Уның фекеренсә, проблеманы закон менән тыйыу ғына түгел, ә комплекслы ҡараш талап итә.
«Ни өсөн балаларҙың ошондай әйберҙәргә тартылыуын аңларға кәрәк? Ата-әсәләре ҡайҙа? Ни өсөн мәктәп быға бармаҡ аша ҡарай? Барыһын да бер юлы тыйыу урынына ата-әсәләр, мәктәптәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән эшләйек», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ул бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтергә һәм һатыусыларҙың яуаплылығын арттырырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе...
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты...
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр 11.11.2026 // Йәмғиәт
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр...
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте...
Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне 11.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы бының мөһимлеген аңлатты һәм республика халҡынан тейешенсә ҡабул итеүҙәрен ......
Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән 11.11.2026 // Йәмғиәт
Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән...
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү урындары билдәле булды 11.11.2026 // Йәмғиәт
Районда дүрт байрам майҙансығы ойошторола....
Айфондар өсөн башҡорт клавиатураһы булдырылды 11.11.2026 // Йәмғиәт
Уны төҙөүселәрҙең береһе — Өфө программисы Айгиз Ҡунафин....
Башҡортостандың «Айғыр» маршруты Рәсәй тимер юлдарында иң яҡшыһы тип танылды 11.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостандың «Айғыр» маршруты Рәсәй тимер юлдарында иң яҡшыһы тип танылды...
Радий Хәбиров МХО тураһында: «Һәр кемдең файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бар» 11.11.2026 // Йәмғиәт
Ярҙам төрлө булырға мөмкин – заманса протездар һәм коляскалар һатып алыуға тиклем, тип өҫтәне ......