Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Радий Хәбиров МХО тураһында: «Һәр кемдең файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бар»

Ярҙам төрлө булырға мөмкин – заманса протездар һәм коляскалар һатып алыуға тиклем, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров МХО ветерандарына ярҙам итергә теләүселәргә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәренә лә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йәш блогерҙар менән осрашыуында хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яугирҙәргә нисек ярҙам итергә мөмкин икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Республикала һәр кемдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бар, тип  билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙгә 4,5 меңгә яҡын ир-егет ҡайтты. Уларҙың ҡайһы берҙәре коляскала йөрөй, күптәре шәхси йорттарҙа йәшәй. Уларға иң тәүҙә уңайлы мөхит булдырыу мөһим. Беҙ тиҫтәләгән пандус ҡуйҙыҡ, әммә тағы  кәрәк», — тине республика етәксеһе.

Ярҙам төрлө булырға мөмкин – заманса протездар һәм коляскалар һатып алыуға тиклем, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров МХО ветерандарына ярҙам итергә теләүселәргә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәренә лә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. 

Осрашыуҙа шулай уҡ ғаилә институтын нығытыу, республиканың экологик именлеге, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн контентты популярлаштырыу, шулай уҡ Өфөнөң яңы биҫтәләренең социаль инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров блогер Рөстәм Нәбиевҡа «ЯҠШЫ» символик наградаһын тапшырҙы һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле аралашыу өсөн рәхмәт әйтте.

Радий Хәбиров «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе менән әңгәмәлә осрашыуға йомғаҡ яһап, инфлюенсерҙар менән аралашыуға шат булыуын белдерҙе.

«Блогерҙарҙың һәр береһенең үҙенең темаһы бар. Ҡайһы берәүҙәр төбәк туризмын үҫтерә, икенселәре экология мәсьәләләрен күтәрә. Шул уҡ ваҡытта ижади эшмәкәрлектән файҙа күрәләр. Ҡайһы бер блогерҙар өсөн был уларҙың ғаиләләренең килеме булып тора. Әммә иң мөһиме – улар барыһы ла эш менән шөғөлләнә», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбиров йәш блогерҙар менән осрашты.



Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 11.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Республикала көндәр йылыта 10.11.2026 // Йәмғиәт

Иртәгә Башҡортостанда +4 градусҡаса йылыта. Был хаҡта синоптиктар мәғлүмәтенә һылтанма менән ......

Тотош уҡырға 4

Өфө балалар филармонияһы скверын 20 метрлыҡ яңы йыл шыршыһы биҙәй

Өфө балалар филармонияһы скверын 20 метрлыҡ яңы йыл шыршыһы биҙәй 10.11.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө балалар филармонияһы алдындағы скверҙа Совет районының төп яңы йыл ҡупшыҡайын ҡуйҙылар. ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың Ситуация үҙәге БР Башлығының Тура бәйләнеш көнөндә эш графигы тураһында хәбәр итте

Башҡортостандың Ситуация үҙәге БР Башлығының Тура бәйләнеш көнөндә эш графигы тураһында хәбәр итте 10.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Ситуация үҙәге БР Башлығының Тура бәйләнеш көнөндә эш графигы тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 3

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды 09.11.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 3

10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана

10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана 09.11.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар аса. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара ......

Тотош уҡырға 3

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты 09.11.2026 // Йәмғиәт

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды...

Тотош уҡырға 2

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 7

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6