Ярҙам төрлө булырға мөмкин – заманса протездар һәм коляскалар һатып алыуға тиклем, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров МХО ветерандарына ярҙам итергә теләүселәргә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәренә лә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йәш блогерҙар менән осрашыуында хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яугирҙәргә нисек ярҙам итергә мөмкин икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Республикала һәр кемдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу мөмкинлеге бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙгә 4,5 меңгә яҡын ир-егет ҡайтты. Уларҙың ҡайһы берҙәре коляскала йөрөй, күптәре шәхси йорттарҙа йәшәй. Уларға иң тәүҙә уңайлы мөхит булдырыу мөһим. Беҙ тиҫтәләгән пандус ҡуйҙыҡ, әммә тағы кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Ярҙам төрлө булырға мөмкин – заманса протездар һәм коляскалар һатып алыуға тиклем, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Радий Хәбиров МХО ветерандарына ярҙам итергә теләүселәргә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәренә лә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ ғаилә институтын нығытыу, республиканың экологик именлеге, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн контентты популярлаштырыу, шулай уҡ Өфөнөң яңы биҫтәләренең социаль инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров блогер Рөстәм Нәбиевҡа «ЯҠШЫ» символик наградаһын тапшырҙы һәм осрашыуҙа ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле аралашыу өсөн рәхмәт әйтте.
Радий Хәбиров «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе менән әңгәмәлә осрашыуға йомғаҡ яһап, инфлюенсерҙар менән аралашыуға шат булыуын белдерҙе.
«Блогерҙарҙың һәр береһенең үҙенең темаһы бар. Ҡайһы берәүҙәр төбәк туризмын үҫтерә, икенселәре экология мәсьәләләрен күтәрә. Шул уҡ ваҡытта ижади эшмәкәрлектән файҙа күрәләр. Ҡайһы бер блогерҙар өсөн был уларҙың ғаиләләренең килеме булып тора. Әммә иң мөһиме – улар барыһы ла эш менән шөғөлләнә», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбиров йәш блогерҙар менән осрашты.