Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире абруйлы премияға лайыҡ булды

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»

Өфөлә журналистар — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттарын бүләкләнеләр. Тантаналы сара Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев тәбрикләне.

Искәндәр Әхмәтвәлиев үҙенең сығышында награданың мәртәбәһе хаҡында һөйләне. БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы — Тамара Шәһит ҡыҙының уҡыусыһы булыуы тураһында белдерҙе.

«Журналистика өлкәһендәге премия асылда һеҙҙең һөнәрегеҙҙең һәм өлгәшкән уңыштарығыҙҙың әһәмиәтен билдәләргә тейеш. Ул беҙҙең журналистар араһында ғына түгел - бөтә республика өсөн награда», — тип белдерҙе Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Быйыл премия лауреаттары тип «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Гүзәлиә Балтабаева, «Ҡыҙыл таң» гәзите баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов лайыҡ булды.

Руслан Шәрәфетдинов премияға БСТ телеканалындағы «Беҙҙең арала» («Между нами») тапшырыуҙары шәлкеме өсөн лайыҡ булды. Ул яуап итеп тапшырыу форматында сығыш яһаны.

«Һәр аҙна һайын «Беҙҙең арала» тапшырыуы иң мөһим темаларҙы тикшерә, үткән аҙналағы ижтимағи-сәйәси хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә йомғаҡ яһай. Мин беҙҙе уратҡан ваҡиғаларҙы үҙ фекеремдән сығып еткерергә тырышам. Тапшырыуҙа ҡәтғи һорауҙар ҡарала, әммә был иң һуңғы инстанциялағы хәҡиҡәт түгел. Ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай асыҡлайым. Баһаны тамашасы бирә. Был беҙҙең эштә иң мөһиме», — тине Руслан Шәрәфетдинов.
«Бөгөн минең хеҙмәттәштәрем мәғлүмәт фронтының алғы һыҙығында тора. Мәғлүмәт һуғышы бара — дошман аяуһыҙ һәм яуыз, ә һуғышта һәр әйтелгән һүҙ атылған пуляға тиң. Был идеялар һәм интерпретациялар һуғышы, улар барыһы ла беҙгә, беҙҙең фекеребеҙгә бәйле. Беҙҙең дәүерҙә көс түгел, ә хәҡиҡәт кемдең яғында булыуы мөһим. Ә хәҡиҡәт беҙҙең яҡта.
Ошондай мәлдәрҙә күптәргә рәхмәт әйткем килә. Теләһә ҡайһы проекттың, бигерәк тә телевизион проекттың уңышы күп кешеләрҙең хеҙмәтенә бәйле. Мөһим ижади проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән БСТ каналының командаһына рәхмәт», — тип телеканалдың ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ»дан Алик Шакиров, Азат Ғиззәтуллин, Ләйлә Аралбаева, Роман Якимчук Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты булғайны. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия  100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырылды.



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана

10 ноябрҙән Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар башлана 09.11.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Таиландҡа һәм Шри-Ланкаға тура рейстар аса. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара ......

Тотош уҡырға 2

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты 09.11.2026 // Йәмғиәт

Ҡыш бабай поезы Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Мораҡ ауылында МХО яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал асылды...

Тотош уҡырға 2

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 09.11.2026 // Йәмғиәт

Лилит, Арас һәм Фотех: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 9

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 7