Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы тулыһынса тыйыу кәрәклеге тураһында һорауға яуап бирҙе.

«Әлегә беҙ был мәсьәлә буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы ҡабул итмәнек. Мин дөрөҫөн әйтергә тейешмен – тыйыу дәүләт йоғонтоһо сараһы булараҡ йыш ҡына файҙаһыҙ булып сыға», — тип билдәләне республика Башлығы.
Радий Хәбировтың күп йыллыҡ эш тәжрибәһе күрһәтеүенсә, күптән эшләп килгән баҙарҙар йәки йәмғиәттең ғәҙәттәре тураһында һүҙ барған саҡта бер яҡлы ҡарарҙарҙың һөҙөмтәһе аҙ.
«Тыйыу – иң ябай юл, әммә ул бер ҡасан да проблеманы тулыһынса хәл итмәй. Әгәр хәҙер вейп һатыуҙы тыйһаҡ, шунда уҡ йәшерен баҙар барлыҡҡа киләсәк. «Ҡоро закон» ваҡытын иҫкә төшөрөгөҙ әле: таксистар йәшереп кенә хәмер һатты, ә уның сифаты ниндәй икәне билдәһеҙ ине», – тине ул.
Республика Башлығы электрон тәмәкеләрҙең барыһына ла, бигерәк тә үҫмерҙәргә зыянлы булыуын билдәләне.
«Мин ысын күңелдән вейптарҙы өлкәндәр өсөн дә, бигерәк тә балалар өсөн зыянлы тип иҫәпләйем. Әммә тулыһынса тыйһаҡ, контролдә тотолған баҙар урынына законһыҙ баҙар аласаҡбыҙ, унда балалар теләһә ниндәй, хатта ғүмер өсөн хәүефле әйберҙәр һатып алырға мөмкин», – тине Башҡортостан Башлығы.
Уның фекеренсә, проблеманы закон менән тыйыу ғына түгел, ә комплекслы ҡараш талап итә.
«Ни өсөн балаларҙың ошондай әйберҙәргә тартылыуын аңларға кәрәк? Ата-әсәләре ҡайҙа? Ни өсөн мәктәп быға бармаҡ аша ҡарай? Барыһын да бер юлы тыйыу урынына ата-әсәләр, мәктәптәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән эшләйек», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ул бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтергә һәм һатыусыларҙың яуаплылығын арттырырға тәҡдим итте.