Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡтырнаҡ” ярҙамға әҙер

Күреү һәләтенән яҙғандарға – өйрәтелгән эт.

Республикабыҙҙа бер йыл дауамында “Аҡтырнаҡ” тип аталған үҙенсәлекле клуб эшләп килә. Уның төп маҡсаты – күреү һәләтен юғалтҡан кешеләргә дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҡатнашлығында ярҙам итеү. Бында һуҡырҙарға консультациялар уҙғарыла, кешене йөрөтөү өсөн өйрәтелгән этте ҡайҙан, нисек алыу мөмкинлеге аңлатыла, балалар өсөн һуҡырҙарҙы оҙатып йөрөгән эттәр хаҡында асыҡ дәрестәр үткәрелә.

– Шулай ҙа төп бурысыбыҙ – күреү һәләтенән яҙған кешеләргә йәмғиәттең иғти­барын йәлеп итеү, – тип һөй­ләй клуб етәксеһе Гүзәл Хәсәнова. – Һуҡырҙар музей­ҙарға, театрҙарға, мага­зин­дарға һәм башҡа йәмәғәт урындарына махсус өйрәтел­гән эт менән йөрөү хоҡуғына эйә. Ә беҙҙә ундай урындарға эт менән килгән кешене индермәүҙәре ихтимал. Әммә “Рәсәй Федерация­һында ин­валидтарҙы социаль яҡлау тураһында” 181-се федераль законға ярашлы, күреү һәлә­тен юғалтҡан кеше эт менән социаль йүнәлештәге бөтә төр объекттарға, магазиндарға һис ҡаршылыҡһыҙ инә ала.

Эт менән транспортта йө­рөү ҙә мәшәҡәттәр тыуҙыра, ғәҙәттә, дүрт аяҡлы ярҙамсы өсөн билет һатып алыуҙы талап итәләр. Әммә был да – законға ҡаршы килгән эш. Беҙ ошо йүнәлештәге республика законын федераль кимәлдәге законға яраҡлаш­тырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттек.
Клуб өйрәтелгән эт тотҡан инвалидтарҙы берләштерә, улар республиканың төрлө төбәгендә йәшәй. Клуб ағза­лары төп эшмәкәрлегенән тыш ҡыҙыҡлы саралар – концерттар, һүрәттәр конкурсы, спорт ярыштары ойоштора.

Һуҡыр кешене оҙатып йө­рөүгә өйрәтелгән эт менән тәьмин итеү инвалидтарҙы реабилитация­лауҙың бер өлөшө һанала, һәм был эш дәүләт программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Бөгөн илебеҙҙә физик мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйен эттәрҙе өйрәтеү менән шөғөлләнгән ике үҙәк бар, икеһе лә Мәскәү янында урынлашҡан. Тәүҙә инвалидтар үҙҙәренә кәрәкле дүрт аяҡлы дуҫҡа ҡағылышлы анкета тултыра, медицина тик­шереүе үтә. Артабан уларҙы үҙәккә саҡырып, маһмай ме­нән дөрөҫ мөғәмәлә итергә өйрәтәләр. Дәүләт һуҡыр кеше­нең һәм уны оҙатып йөрөүсенең юл сығымдарын ҡаплай, артабан ай һайын эткә аҙыҡ алыу өсөн аҡсалата компенсация түләй. Уның сумма­һы ҙур түгел – айына 1900 һум. Әгәр хайуан ауырып китһә, башҡа мәшәҡәттәр тыуһа, сығым­дар эт хужаһы­ның үҙ кеҫәһенән сыға.

Эт аҫрауҙы ауыр күргән, үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштыра алмаған ос­раҡтар ҙа була, ул сағында маһмай дәү­ләткә кире тапшырыла. Әммә күптәр өсөн эт төп ярҙамсыға, тормошона мәғәнә өҫтәгән яҡын йән эйәһенә әйләнә. Мәҫәлән, Мәләүез районының Ергән ҡасаба­һында йәшәгән 81 йәшлек Василий Гавриловтың үҙ ғүме­рендә өйрәтелгән биш эте булған. Бәләбәйҙән Александр Старостин өсөнсө маһмайы менән йәшәй. Дүрт аяҡлы дуҫ­тары күрһәткән ярҙамдың баһа­лап бөткөһөҙ булыуын билдәләй улар.

Әммә беҙҙә күҙ нурынан яҙған кешеләр барыбер ҙә йәмғиәттән бер ни тиклем айырылған төркөм булып ҡала килә. Урамда эт менән йөрөгән һуҡыр кешегә лә күптәр дөрөҫ мөғәмәлә күрһәтә белмәй. Был осраҡта ҡапыл ҡысҡырырға, этте ҡурҡытырға, тәм-том би­рергә ярамай. Төрлө урын­дарға, транспортҡа ингәндә эт ярҙамында хәрәкәт иткән инвалидҡа мөмкин булғанса, мәҫәлән, ишекте асып, ярҙам күрһәтергә кәрәк. Эргәбеҙҙә генә беҙҙең кеүек үк, әммә аҙ ғына нығыраҡ иғтибарға, хәс­тәргә мохтаж кешеләр ҙә йәшәүен бер ҡасан да онот­маһаҡ ине.


Район: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә