Күреү һәләтенән яҙғандарға – өйрәтелгән эт.Республикабыҙҙа бер йыл дауамында “Аҡтырнаҡ” тип аталған үҙенсәлекле клуб эшләп килә. Уның төп маҡсаты – күреү һәләтен юғалтҡан кешеләргә дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҡатнашлығында ярҙам итеү. Бында һуҡырҙарға консультациялар уҙғарыла, кешене йөрөтөү өсөн өйрәтелгән этте ҡайҙан, нисек алыу мөмкинлеге аңлатыла, балалар өсөн һуҡырҙарҙы оҙатып йөрөгән эттәр хаҡында асыҡ дәрестәр үткәрелә.
– Шулай ҙа төп бурысыбыҙ – күреү һәләтенән яҙған кешеләргә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, – тип һөйләй клуб етәксеһе Гүзәл Хәсәнова. – Һуҡырҙар музейҙарға, театрҙарға, магазиндарға һәм башҡа йәмәғәт урындарына махсус өйрәтелгән эт менән йөрөү хоҡуғына эйә. Ә беҙҙә ундай урындарға эт менән килгән кешене индермәүҙәре ихтимал. Әммә “Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында” 181-се федераль законға ярашлы, күреү һәләтен юғалтҡан кеше эт менән социаль йүнәлештәге бөтә төр объекттарға, магазиндарға һис ҡаршылыҡһыҙ инә ала.
Эт менән транспортта йөрөү ҙә мәшәҡәттәр тыуҙыра, ғәҙәттә, дүрт аяҡлы ярҙамсы өсөн билет һатып алыуҙы талап итәләр. Әммә был да – законға ҡаршы килгән эш. Беҙ ошо йүнәлештәге республика законын федераль кимәлдәге законға яраҡлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттек.
Клуб өйрәтелгән эт тотҡан инвалидтарҙы берләштерә, улар республиканың төрлө төбәгендә йәшәй. Клуб ағзалары төп эшмәкәрлегенән тыш ҡыҙыҡлы саралар – концерттар, һүрәттәр конкурсы, спорт ярыштары ойоштора.
Һуҡыр кешене оҙатып йөрөүгә өйрәтелгән эт менән тәьмин итеү инвалидтарҙы реабилитациялауҙың бер өлөшө һанала, һәм был эш дәүләт программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Бөгөн илебеҙҙә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйен эттәрҙе өйрәтеү менән шөғөлләнгән ике үҙәк бар, икеһе лә Мәскәү янында урынлашҡан. Тәүҙә инвалидтар үҙҙәренә кәрәкле дүрт аяҡлы дуҫҡа ҡағылышлы анкета тултыра, медицина тикшереүе үтә. Артабан уларҙы үҙәккә саҡырып, маһмай менән дөрөҫ мөғәмәлә итергә өйрәтәләр. Дәүләт һуҡыр кешенең һәм уны оҙатып йөрөүсенең юл сығымдарын ҡаплай, артабан ай һайын эткә аҙыҡ алыу өсөн аҡсалата компенсация түләй. Уның суммаһы ҙур түгел – айына 1900 һум. Әгәр хайуан ауырып китһә, башҡа мәшәҡәттәр тыуһа, сығымдар эт хужаһының үҙ кеҫәһенән сыға.
Эт аҫрауҙы ауыр күргән, үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштыра алмаған осраҡтар ҙа була, ул сағында маһмай дәүләткә кире тапшырыла. Әммә күптәр өсөн эт төп ярҙамсыға, тормошона мәғәнә өҫтәгән яҡын йән эйәһенә әйләнә. Мәҫәлән, Мәләүез районының Ергән ҡасабаһында йәшәгән 81 йәшлек Василий Гавриловтың үҙ ғүмерендә өйрәтелгән биш эте булған. Бәләбәйҙән Александр Старостин өсөнсө маһмайы менән йәшәй. Дүрт аяҡлы дуҫтары күрһәткән ярҙамдың баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләй улар.
Әммә беҙҙә күҙ нурынан яҙған кешеләр барыбер ҙә йәмғиәттән бер ни тиклем айырылған төркөм булып ҡала килә. Урамда эт менән йөрөгән һуҡыр кешегә лә күптәр дөрөҫ мөғәмәлә күрһәтә белмәй. Был осраҡта ҡапыл ҡысҡырырға, этте ҡурҡытырға, тәм-том бирергә ярамай. Төрлө урындарға, транспортҡа ингәндә эт ярҙамында хәрәкәт иткән инвалидҡа мөмкин булғанса, мәҫәлән, ишекте асып, ярҙам күрһәтергә кәрәк. Эргәбеҙҙә генә беҙҙең кеүек үк, әммә аҙ ғына нығыраҡ иғтибарға, хәстәргә мохтаж кешеләр ҙә йәшәүен бер ҡасан да онотмаһаҡ ине.