Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ике йыл ошо мәсьәлә менән шөғөлләнәбеҙ”

Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров – халыҡ менән әүҙем эшләгән шәхестәрҙең береһе. Ул матбуғатта ла йыш сығыш яһай. Уның менән сираттағы осрашыуҙа республикалағы һуңғы ваҡиғалар һәм яңы закондар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Зариф Закир улы, Бай­маҡ районының Темәс ауы­лындағы хәл-ваҡиғалар буйынса, ошо округтан һайлан­ған депутат булараҡ, ниндәй саралар күрҙегеҙ?

– Темәстә таш сығарыу проб­лемаһы хаҡында тәүге тапҡыр 2016 йылдың авгусында һайлау алды кампания­һында халыҡ менән осраш­ҡанда ишеткәйнем. Халыҡ: ”Ситтән килгән кешеләр таш сығара, шул тирәлә тәрән-тәрән соҡорҙар ҡала, юлдар боҙола, ағастар ҡырҡыла, тә­биғәткә ҙур зыян килә”, – тип зар­ланды. Карьерҙарҙы барып ҡарарға теләк белдергәс, улар: “Һеҙ был машинағыҙҙа үтә алмайһығыҙ”, – тине, шуға күрә унда “Нива” автомобилендә юлландыҡ.

Ысынлап та, таш сығарыу­сылар вәхшиҙәрсә ҡыланған. Карьер яу яланын хәтерләтә, самолеттан бомба ташлаған­дармы ни! Таш сығарған урындар нисек етте шулай ҡал­ды­рылған, урманды аяуһыҙ тәләф­ләгәндәр. Соҡорҙарҙың тәрән­леге – биш-ете, киңлеге – 40 метр самаһы.
Дәүләт Думаһында эш баш­лағас, был мәсьәлә менән ныҡ­лап шөғөлләнә башланым. Республика прокуратураһы, Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология, Ауыл хужалығы министр­лыҡтары, Тәби­ғәтте күҙәтеү ида­ралығы һәм башҡа яуаплы ведомстволарға 25-кә яҡын һорау ебәрҙем. Улар бер ниндәй сара күрмәне, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, прокуратура законды боҙған кеше­ләргә штраф һалды, әммә мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәне.

Ошо проблема буйынса Республика прокуратураһы хаки­миәт башлыҡтары, прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнаш­лығында кәңәшмә үткәрҙе.

Унда мәсьәләнең етдилеген аңлатып, сара күреүҙәрен һора­ным. Ҡайһы берәүҙәр: “Тауға ҡа­салар, тотоп булмай”, – тип аҡланды. Ә унда бары бер юл, теләк булһа, уларҙы ҡулға алыр­ға мөмкин ине. Мәскәү, Санкт-Петербург, Грозный һәм башҡа ҡалаларға ташты ҙур йөк машиналарында оҙаталар. Был йүнә­лештә тәртип урын­лаш­тырырға теләктәре булма­ғандыр инде.

Темәс ауылы эргәһендә генә яҡынса 40 карьер бар. Урын­дағы иң осһоҙ хаҡтарҙы алып ҡарағанда ла, сама менән ярты йылда 1 миллиард 200 миллион һумлыҡ таш сығарыла, тип иҫәпләнем. Ә бит уны аҙаҡ биш-алты тапҡыр ҡиммәткә һаталар. Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районының Асы ауылы янында, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла райондарында ла бар. Барыһында ла шул уҡ хәл. Шул арҡала бюджетҡа һалым йыйылмай. Иҫәпләүемсә, карь­ер­ҙарҙы һөҙөмтәле фай­ҙалан­ғанда, район ҡаҙ­наһына яҡынса 30 миллион һум һалым килер ине. Шулай уҡ урындағы бюд­жетҡа биш миллион һум аҡса инһә, уға күпме юлды, балалар баҡсаһын ремонтларға булыр ине!

Әле халыҡ бындай эшмә­кәрлектән бер файҙа ла күрмәй. Карьерҙы файҙаланыу лицен­зияһының ваҡыты үткәс, ташты сығарған ойошма ер ҡатламын ҡайтанан тергеҙергә бурыслы, тик был талап та үтәлмәй.

Быйыл августа Темәстәге карьерға барғанда, чечен егет­тәренең нисек эшләгәнен күрҙем, уларҙың ҡулында бер документ та юҡ ине. Шуға ла райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, уларҙың лицензиялары бармы, законлы эшләй­ҙәрме, һалым түләйҙәрме, эш­селәре менән хеҙмәт киле­шеүҙәре төҙөлгәнме, шул хаҡта белеп, сара күреү­ҙәрен һо­раным. Әгәр ҙә беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалып, ошо эште үтәгән булһалар, Темәс фажи­ғәһе лә булмаҫ ине.
Әле Радий Хәбиров был мәсьәләгә иғтибар йүнәлтте, барып ҡараны һәм: “Бындай тәр­типһеҙлек булырға тейеш түгел”, – тип, бөтә карьерҙар­ҙағы эш­тәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға ҡушты.

– Урындарҙа кешеләр: “Бына килделәр ҙә беҙҙең ерҙе тартып алдылар...” – тип зарлана. Аҫаба халыҡ тәбиғәт байлығын файҙа­ланып, на­мыҫлы эшләп китһен өсөн ниндәй саралар күреү талап ителә?
– Эйе, халыҡ урындағы бай­лыҡтарҙың файҙаһын күрергә тейеш. Шуға ла предприятие асҡан эшҡыуарҙар ауыл кеше­ләренә эш урындары бул­ды­рырға, юл һалыу кеүек социаль проекттарҙа ла ҡатнашырға бурыслы, тип уйлайым. Таш кү­берәк табыш килтерһен өсөн, уны урында эшкәртеп һатыуҙы ойошторорға кәрәк. Мин ике йыл буйы шуның өсөн көрәштем. Хәҙер буласаҡ үҙгәрештәр ошо йүнәлештә алып барылыр, тип ышанам.

– Карьерҙарҙа тәртип бул­һын өсөн закондарға үҙгә­рештәр индереү талап ите­ләме?
– Законға үҙгәреш индерергә кәрәк, тип әйткәндәр бар. “Әйҙә индерәйек, ниндәй тәҡдимдәр бар?” – тинем уларға. Бер тәҡ­дим дә булманы. Ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә теләһәк, беҙ бит улар менән бергә әҙер­ләргә тейешбеҙ. Әйткәндәй, урман мәсьәләһе лә көнүҙәк, уға ла тотонасаҡбыҙ.

– Урманды яҡлау йәһә­тенән ниндәй саралар күре­лә?
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡуртымсы урманды күпме ҡырҡ­һа, шунса ултыртырға тейеш, тигән закон ғәмәлгә инә. Әле ағасты ҡырҡыусылар урманды тергеҙеү өҫтөндә ныҡлап эш­ләмәй. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, мәҫәлән, ҡуртымсы бер гектар майҙанда ағас ҡырҡһа, урынына шунса ултыртырға бурыслы.

Урман янғындарына ҡаршы көрәште көсәйтеүгә йүнәлтелгән закон әҙерләнә. Әле унда ут то­ҡанһа, яуаплы кеше юҡ. Яңы үҙгәрештәр индерелһә, янғын­ды ваҡытында һүндермәгән өсөн аныҡ кешеләргә штраф һалы­насаҡ.

Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде, хәҙер яңы йылдан ха­лыҡҡа ҡоро ағасты бушлай бирәсәктәр. Был иһә урман­дарҙа янғын хәүефен дә кәметә.

– Халыҡ республика етәк­се­һенә: “Урман эсендә йә­шәйбеҙ, төҙөлөшкә ағас ала алмайбыҙ?” – тип зарланды. Был йүнәлештә мәсьәлә хәл ителерме икән?
– Әле йорт төҙөр өсөн һәр кемдең ағас алыуға хоҡуғы бар. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәү­ҙәрҙең йорто бар, уға ағас кәрәк­мәй, әммә ул ағас алыу хоҡу­ғынан файҙаланып, уны ала ла һата. Был да дөрөҫ түгел, сөнки урман йорт төҙөү өсөн бүленә, ә һатыр өсөн түгел. Шуға ла ағас­ты тик мохтаждарға, йәш­тәргә бирергә кәрәк.

– Шәхси хужалыҡтарҙа тот­ҡан мал өсөн һалым индереү тураһында проект әҙерләнгән, ул әле Мәскәү, Һамар өлкәлә­рендә һынау үтә, тиҙәр...
– Был – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн патент системаһын индереүҙе тәҡдим иткән проект. Мәҫәлән, кеше сәс ҡырҡыу менән шөғөлләнә, клиенттарын өйҙәренә барып хеҙ­мәтләндерә. Улар патент алһа, йылына ун мең һум сама­һы түләргә тура киләсәк, шул уҡ ваҡытта отчет бирмә­йә­сәктәр, һалым да түләмәйә­сәктәр. Репе­титорлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн дә ошо системаны индереү тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, Мәскәүҙә ҡайһы бер репети­торҙарҙың килеме айына 200 мең һум самаһы тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта улар һалым түләмәй, был ғәҙел түгел. Тәҡдим мал тотҡан ауыл кешеһенә ҡағылмай.

– Ауылдарҙа ФАП-тарҙы һаҡлау маҡсатында ниндәй сара күрелә?
– Быйыл 9 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһында граждан­дарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙ­ҙәре тураһында” федераль за­конға үҙгәрештәр индереү ту­раһында”ғы 465-се Федераль законға ярашлы, ауылдарҙа халыҡтың ризалығынан тыш ФАП-тар ябылырға тейеш түгел. Һуңғы ваҡытта улар яңынан асыла башланы. Октябрҙә Көйөргәҙе районында яңы ФАП асыу тан­танаһында үҙем дә ҡатнаштым.
Бөрйән районының Байназар ауылында дауахананы ябырға тигән һүҙ сыҡҡас, беҙ уны һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Шуға ла ошондай мәсьәләләр килеп тыуһа, беҙгә хәбәр итһендәр.

– Рәсәйҙең Ер кодексына үҙгәрештәр әҙерләнә: фер­мерҙарға өҫтәмә ярҙам йөҙө­нән ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙә йәшәү өсөн торлаҡ төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Был закон крәҫтиәнгә ниндәй өҫтөнлөктәр бирә?
Ҡайһы бер фермерҙар ҡалала йәшәй, шуға ла улар көн дә баҫыуға эшкә йөрөргә мәжбүр. Ошондай шарттарҙа эшләргә мәжбүр булғандарҙан ауыл хужалығы тәғәйенлә­нешендәге ерҙәрҙә өй төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәндәр күп булды. Был ауыл хужалығы тәғәйенлә­нешендәге ерҙә фермерҙың үҙенә өй төҙөргә рөхсәт биреүҙе күҙ уңында тота. Законды яуыз ниәттә файҙаланмаһындар өсөн сикләүҙәр ҙә ҡарала: фермер өйҙө тик үҙе өсөн генә тө­ҙөргә һәм ул өс ҡаттан артмаҫҡа тейеш. Әле был закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарала.

– “Ауыл хужалығын үҫте­реү тураһында” федераль законға үҙгәреш индергән документ проекты ниндәй маҡ­сатты күҙ уңында тота?
– Был законды беренсе уҡыу­ҙа ҡараныҡ, ул да ауыл хужа­лығы тармағында эшләгән­дәргә ярҙам итеү күҙлегенән сығып әҙерләнде. Әле магазиндар, әгәр ауыл етештереүсе­һенән килгән тауар һатылып бөтмәһә һәм ҡулланыу ваҡыты үтһә, уны кире ҡайтара. Магазин бер ниндәй ҙә зыян күрмәй, ә ауыл хужалығы предприятиеһы табышын юғал­та. Мәҫәлән, икмәк­тең ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан икән, уны магазин етеште­реү­сегә кире ҡайтара. Күпме ризыҡ сарыф ителә. Әгәр ҙә магазин икмәккә ҡыйбат хаҡ ҡуймаһа, ул һатылып бөтөр ине. Закон проекты ошо хәлгә сик ҡуйыу маҡсатында әҙер­ләнде лә инде. Ул ауыл хужалығы тауарҙарын етеште­реүселәр өсөн отошло буласаҡ. Был осраҡта тауар үтһен өсөн магазин хужалары хаҡты ныҡ күтәрмәйәсәк.

– Мал һуйыу цехтарының эшенән халыҡ ҡәнәғәт тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта ислам динендә мал салыуҙың айырым тәртибе ҡаралған...
– Был осраҡта ауылдарҙа мал һуйыу цехы асыу отошло. Ул саҡта мосолманса шартына килтереп эшләргә лә мөмкинлек артасаҡ.

– Республиканың ҡайһы бер райондарында мал көтөү ойошторолмай. Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар юлға сыға, аварияларға сәбәпсе була. Был мәсьәләне көйләү өсөн дә сара күрергә кәрәктер?

– Эйе, хәҙер кеше малды күпләп тота. Айырыуса Урал аръяғы райондарында аттар көтөү-көтөү булып йөрөй. Хужа уларҙы ҡарауһыҙ сығара ла ебәрә. Ошоно тәртипкә һалыу, тәртипһеҙ рәүештә йөрөгән­дәрен асыҡлау маҡсатында, хәҙер малдарға чиптар, биркалар ҡу­йы­ла. Әгәр ҙә мал ҡатнаш­лығында юл-транспорт ваҡиғаһы булһа, махсус билдә аша хужаһы ла табыласаҡ. Баймаҡ районында был мәсьәлә күтәрелде. Уны яңынан өйрәнәсәкмен. Был – республика кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873