Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районында ла, Учалы төбәгендә лә бар.Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров – халыҡ менән әүҙем эшләгән шәхестәрҙең береһе. Ул матбуғатта ла йыш сығыш яһай. Уның менән сираттағы осрашыуҙа республикалағы һуңғы ваҡиғалар һәм яңы закондар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Зариф Закир улы, Баймаҡ районының Темәс ауылындағы хәл-ваҡиғалар буйынса, ошо округтан һайланған депутат булараҡ, ниндәй саралар күрҙегеҙ?
– Темәстә таш сығарыу проблемаһы хаҡында тәүге тапҡыр 2016 йылдың авгусында һайлау алды кампанияһында халыҡ менән осрашҡанда ишеткәйнем. Халыҡ: ”Ситтән килгән кешеләр таш сығара, шул тирәлә тәрән-тәрән соҡорҙар ҡала, юлдар боҙола, ағастар ҡырҡыла, тәбиғәткә ҙур зыян килә”, – тип зарланды. Карьерҙарҙы барып ҡарарға теләк белдергәс, улар: “Һеҙ был машинағыҙҙа үтә алмайһығыҙ”, – тине, шуға күрә унда “Нива” автомобилендә юлландыҡ.
Ысынлап та, таш сығарыусылар вәхшиҙәрсә ҡыланған. Карьер яу яланын хәтерләтә, самолеттан бомба ташлағандармы ни! Таш сығарған урындар нисек етте шулай ҡалдырылған, урманды аяуһыҙ тәләфләгәндәр. Соҡорҙарҙың тәрәнлеге – биш-ете, киңлеге – 40 метр самаһы.
Дәүләт Думаһында эш башлағас, был мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Республика прокуратураһы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ауыл хужалығы министрлыҡтары, Тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы һәм башҡа яуаплы ведомстволарға 25-кә яҡын һорау ебәрҙем. Улар бер ниндәй сара күрмәне, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, прокуратура законды боҙған кешеләргә штраф һалды, әммә мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәне.
Ошо проблема буйынса Республика прокуратураһы хакимиәт башлыҡтары, прокуратура, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.
Унда мәсьәләнең етдилеген аңлатып, сара күреүҙәрен һораным. Ҡайһы берәүҙәр: “Тауға ҡасалар, тотоп булмай”, – тип аҡланды. Ә унда бары бер юл, теләк булһа, уларҙы ҡулға алырға мөмкин ине. Мәскәү, Санкт-Петербург, Грозный һәм башҡа ҡалаларға ташты ҙур йөк машиналарында оҙаталар. Был йүнәлештә тәртип урынлаштырырға теләктәре булмағандыр инде.
Темәс ауылы эргәһендә генә яҡынса 40 карьер бар. Урындағы иң осһоҙ хаҡтарҙы алып ҡарағанда ла, сама менән ярты йылда 1 миллиард 200 миллион һумлыҡ таш сығарыла, тип иҫәпләнем. Ә бит уны аҙаҡ биш-алты тапҡыр ҡиммәткә һаталар. Карьерҙар бер Темәстә генә түгел, Белорет районының Асы ауылы янында, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла райондарында ла бар. Барыһында ла шул уҡ хәл. Шул арҡала бюджетҡа һалым йыйылмай. Иҫәпләүемсә, карьерҙарҙы һөҙөмтәле файҙаланғанда, район ҡаҙнаһына яҡынса 30 миллион һум һалым килер ине. Шулай уҡ урындағы бюджетҡа биш миллион һум аҡса инһә, уға күпме юлды, балалар баҡсаһын ремонтларға булыр ине!
Әле халыҡ бындай эшмәкәрлектән бер файҙа ла күрмәй. Карьерҙы файҙаланыу лицензияһының ваҡыты үткәс, ташты сығарған ойошма ер ҡатламын ҡайтанан тергеҙергә бурыслы, тик был талап та үтәлмәй.
Быйыл августа Темәстәге карьерға барғанда, чечен егеттәренең нисек эшләгәнен күрҙем, уларҙың ҡулында бер документ та юҡ ине. Шуға ла райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, уларҙың лицензиялары бармы, законлы эшләйҙәрме, һалым түләйҙәрме, эшселәре менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөлгәнме, шул хаҡта белеп, сара күреүҙәрен һораным. Әгәр ҙә беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалып, ошо эште үтәгән булһалар, Темәс фажиғәһе лә булмаҫ ине.
Әле Радий Хәбиров был мәсьәләгә иғтибар йүнәлтте, барып ҡараны һәм: “Бындай тәртипһеҙлек булырға тейеш түгел”, – тип, бөтә карьерҙарҙағы эштәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға ҡушты.
– Урындарҙа кешеләр: “Бына килделәр ҙә беҙҙең ерҙе тартып алдылар...” – тип зарлана. Аҫаба халыҡ тәбиғәт байлығын файҙаланып, намыҫлы эшләп китһен өсөн ниндәй саралар күреү талап ителә?
– Эйе, халыҡ урындағы байлыҡтарҙың файҙаһын күрергә тейеш. Шуға ла предприятие асҡан эшҡыуарҙар ауыл кешеләренә эш урындары булдырырға, юл һалыу кеүек социаль проекттарҙа ла ҡатнашырға бурыслы, тип уйлайым. Таш күберәк табыш килтерһен өсөн, уны урында эшкәртеп һатыуҙы ойошторорға кәрәк. Мин ике йыл буйы шуның өсөн көрәштем. Хәҙер буласаҡ үҙгәрештәр ошо йүнәлештә алып барылыр, тип ышанам.
– Карьерҙарҙа тәртип булһын өсөн закондарға үҙгәрештәр индереү талап ителәме?
– Законға үҙгәреш индерергә кәрәк, тип әйткәндәр бар. “Әйҙә индерәйек, ниндәй тәҡдимдәр бар?” – тинем уларға. Бер тәҡдим дә булманы. Ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә теләһәк, беҙ бит улар менән бергә әҙерләргә тейешбеҙ. Әйткәндәй, урман мәсьәләһе лә көнүҙәк, уға ла тотонасаҡбыҙ.
– Урманды яҡлау йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡуртымсы урманды күпме ҡырҡһа, шунса ултыртырға тейеш, тигән закон ғәмәлгә инә. Әле ағасты ҡырҡыусылар урманды тергеҙеү өҫтөндә ныҡлап эшләмәй. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, мәҫәлән, ҡуртымсы бер гектар майҙанда ағас ҡырҡһа, урынына шунса ултыртырға бурыслы.
Урман янғындарына ҡаршы көрәште көсәйтеүгә йүнәлтелгән закон әҙерләнә. Әле унда ут тоҡанһа, яуаплы кеше юҡ. Яңы үҙгәрештәр индерелһә, янғынды ваҡытында һүндермәгән өсөн аныҡ кешеләргә штраф һалынасаҡ.
Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде, хәҙер яңы йылдан халыҡҡа ҡоро ағасты бушлай бирәсәктәр. Был иһә урмандарҙа янғын хәүефен дә кәметә.
– Халыҡ республика етәксеһенә: “Урман эсендә йәшәйбеҙ, төҙөлөшкә ағас ала алмайбыҙ?” – тип зарланды. Был йүнәлештә мәсьәлә хәл ителерме икән?
– Әле йорт төҙөр өсөн һәр кемдең ағас алыуға хоҡуғы бар. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәрҙең йорто бар, уға ағас кәрәкмәй, әммә ул ағас алыу хоҡуғынан файҙаланып, уны ала ла һата. Был да дөрөҫ түгел, сөнки урман йорт төҙөү өсөн бүленә, ә һатыр өсөн түгел. Шуға ла ағасты тик мохтаждарға, йәштәргә бирергә кәрәк.
– Шәхси хужалыҡтарҙа тотҡан мал өсөн һалым индереү тураһында проект әҙерләнгән, ул әле Мәскәү, Һамар өлкәләрендә һынау үтә, тиҙәр...
– Был – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн патент системаһын индереүҙе тәҡдим иткән проект. Мәҫәлән, кеше сәс ҡырҡыу менән шөғөлләнә, клиенттарын өйҙәренә барып хеҙмәтләндерә. Улар патент алһа, йылына ун мең һум самаһы түләргә тура киләсәк, шул уҡ ваҡытта отчет бирмәйәсәктәр, һалым да түләмәйәсәктәр. Репетиторлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн дә ошо системаны индереү тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, Мәскәүҙә ҡайһы бер репетиторҙарҙың килеме айына 200 мең һум самаһы тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта улар һалым түләмәй, был ғәҙел түгел. Тәҡдим мал тотҡан ауыл кешеһенә ҡағылмай.
– Ауылдарҙа ФАП-тарҙы һаҡлау маҡсатында ниндәй сара күрелә?
– Быйыл 9 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 465-се Федераль законға ярашлы, ауылдарҙа халыҡтың ризалығынан тыш ФАП-тар ябылырға тейеш түгел. Һуңғы ваҡытта улар яңынан асыла башланы. Октябрҙә Көйөргәҙе районында яңы ФАП асыу тантанаһында үҙем дә ҡатнаштым.
Бөрйән районының Байназар ауылында дауахананы ябырға тигән һүҙ сыҡҡас, беҙ уны һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Шуға ла ошондай мәсьәләләр килеп тыуһа, беҙгә хәбәр итһендәр.
– Рәсәйҙең Ер кодексына үҙгәрештәр әҙерләнә: фермерҙарға өҫтәмә ярҙам йөҙөнән ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙә йәшәү өсөн торлаҡ төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Был закон крәҫтиәнгә ниндәй өҫтөнлөктәр бирә?
Ҡайһы бер фермерҙар ҡалала йәшәй, шуға ла улар көн дә баҫыуға эшкә йөрөргә мәжбүр. Ошондай шарттарҙа эшләргә мәжбүр булғандарҙан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә өй төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәндәр күп булды. Был ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙә фермерҙың үҙенә өй төҙөргә рөхсәт биреүҙе күҙ уңында тота. Законды яуыз ниәттә файҙаланмаһындар өсөн сикләүҙәр ҙә ҡарала: фермер өйҙө тик үҙе өсөн генә төҙөргә һәм ул өс ҡаттан артмаҫҡа тейеш. Әле был закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарала.
– “Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында” федераль законға үҙгәреш индергән документ проекты ниндәй маҡсатты күҙ уңында тота?
– Был законды беренсе уҡыуҙа ҡараныҡ, ул да ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәргә ярҙам итеү күҙлегенән сығып әҙерләнде. Әле магазиндар, әгәр ауыл етештереүсеһенән килгән тауар һатылып бөтмәһә һәм ҡулланыу ваҡыты үтһә, уны кире ҡайтара. Магазин бер ниндәй ҙә зыян күрмәй, ә ауыл хужалығы предприятиеһы табышын юғалта. Мәҫәлән, икмәктең ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан икән, уны магазин етештереүсегә кире ҡайтара. Күпме ризыҡ сарыф ителә. Әгәр ҙә магазин икмәккә ҡыйбат хаҡ ҡуймаһа, ул һатылып бөтөр ине. Закон проекты ошо хәлгә сик ҡуйыу маҡсатында әҙерләнде лә инде. Ул ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн отошло буласаҡ. Был осраҡта тауар үтһен өсөн магазин хужалары хаҡты ныҡ күтәрмәйәсәк.
– Мал һуйыу цехтарының эшенән халыҡ ҡәнәғәт тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта ислам динендә мал салыуҙың айырым тәртибе ҡаралған...
– Был осраҡта ауылдарҙа мал һуйыу цехы асыу отошло. Ул саҡта мосолманса шартына килтереп эшләргә лә мөмкинлек артасаҡ.
– Республиканың ҡайһы бер райондарында мал көтөү ойошторолмай. Ҡарауһыҙ йөрөгән малдар юлға сыға, аварияларға сәбәпсе була. Был мәсьәләне көйләү өсөн дә сара күрергә кәрәктер?
– Эйе, хәҙер кеше малды күпләп тота. Айырыуса Урал аръяғы райондарында аттар көтөү-көтөү булып йөрөй. Хужа уларҙы ҡарауһыҙ сығара ла ебәрә. Ошоно тәртипкә һалыу, тәртипһеҙ рәүештә йөрөгәндәрен асыҡлау маҡсатында, хәҙер малдарға чиптар, биркалар ҡуйыла. Әгәр ҙә мал ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булһа, махсус билдә аша хужаһы ла табыласаҡ. Баймаҡ районында был мәсьәлә күтәрелде. Уны яңынан өйрәнәсәкмен. Был – республика кимәлендә хәл ителә торған мәсьәлә.