Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡасандыр бында океан шаулаған...

Стәрлетамаҡтар тарихты туҙан ҡундырмай һаҡлай.

Наталья Олеговна бөгөн беҙҙе ҡаланың тарихи урындары буйлап экскурсияла йөрөтөргә ризалашты. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының экспедициялар бүлеге мөдире вазифаһын атҡарыусының, ҡалалағы һәр иҫтәлекле таҡтаташтың, боронғо йорттарҙың һәм тыҡрыҡтарҙың яҙмышын биш бармағындай белгән гидтың белемебеҙҙе байытасағына, хис-тойғобоҙҙо яңыртасағына шикләнмәнек тә.

Урман һәм дала арауығында, үҙенсә­лекле сал шихандар — боронғо Йөрәк­тау, Ҡуштау, Шәке­тау, Торатау тау­ҙары ҡуйынында, Ашҡаҙар, Стәрле, Ольховка, Ағиҙел һәм Һәләүек йыл­ғалары уратҡан биләмәлә ҡалҡып сыҡҡан ҡала ул Стәрлетамаҡ. Миллион йылдар элек бында океан шау­лаған. Әммә күпме ваҡыт уҙһа ла, тарих һулышы һаман да һиҙелә, шихандар – шуға асыҡ миҫал.

Ҡала тарихы 1766 йылдан, Стәр­летамаҡ тоҙ ташыу пристане төҙөлгән­дән башлана. Революция осоронда ҡала аҡ гвардеецтар һәм аҡ чехтар ҡулында бер нисә тапҡыр була һәм Ҡыҙыл Армия частары тарафынан азат ителә. 1919 йылдың 23 мартында ВЦИК декреты менән Автономиялы Башҡорт Социалистик Республикаһы иғлан ителә.

— 1919 — 1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың республиканың баш ҡалаһы статусын алыуы уның артабанғы үҫешенә, кадрҙар менән тәьмин ителешенә йоғонто яһамай ҡалмай, — ти Наталья Насирова. — Бына беҙ һеҙҙең менән күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йөрөгән урамдарҙан, ҡатмарлы дәүерҙә ил яҙмышы хәл ителгән осорҙа шау-шыулы йыйылыштар уҙған, бәхәстәр ҡыҙған тарихи йорттар эргәһендә. ХХI быуатта ла күркәмлеген юғалтмаған ошо бинала 1919 — 1920 йылдарҙа башҡорт-милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, танылған төркиәт белгесе, бөтә донъяға билдәле шәреҡ ғалимы Әхмәтзәки Вәлидов етәкселегендәге Башҡорт Хөкүмәте эшләгән. Халыҡ бөгөн Стәрлетамаҡтың был өлөшөн “иҫке ҡала” тип йөрөтөргә күнеккән. Күреп тораһығыҙ: тарих эҙҙәре һаҡланған биналар ҡәҙерләп һаҡлана, уйҙар йомғағын һүтә-һүтә, рәхәтләнеп йәйәүләп йөрөү өсөн уңайлыҡ тыуҙырылған. Яҡында ғына аллея, эскәмйәләр, ҡаланы төҙөүселәр иҫтәлегенә стела...

Заманында ҡаланың ошо өлөшөнә Советтарҙың I Бөтә башҡорт съезына вәкилдәр йыйылған, халыҡ яҙмышына ҡағылған мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән. Стәрлетамаҡтар күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың да яҡты иҫтәлеген хөрмәт менән һаҡлай. Ул эшләгән бинаға таҡтаташ ҡуйылған. Урамдарыбыҙҙың береһе билдәле шәхес Шәһит Хоҙайбирҙиндың исемен йөрөтә.


Экскурсия етәксеһе беҙҙе бынан бер быуат элек булған тарихи шанлы дәүергә алып ҡайтһа ла, ваҡиғалар, әйтерһең дә, кисә генә булып үткәндәй. Бөтә иҫтәлектәр ҙә, хәтирәләр ҙә күңелгә бик яҡын, фәһемле, ҡәҙерле.

Революция еле һөҙөмтәһендә ҡала тормошо йәнләнә: беренсе балалар баҡсаһы, беренсе башҡорт драма театры, китап нәшриәте, телефон коммутаторы, кинематограф барлыҡҡа килә, ә 1922 йылда “Ильич лампалары” стәр­летамаҡтарҙы таң ҡалдырып, ҡаланы яҡтыға күмә. Музей, башҡорт педагогия техникумы эшкә тотона, ҡала гәзите сыға башлай.

— Ҡаланың ул замандағы үҫеш юлына ошо осорҙа эшләгән шәхестәрҙең йоғонтоһо, роле ҙур булыуы бәхәсһеҙ, — ти Наталья Олеговна. — Йәш республиканың бөтә власть институттары беҙҙең ҡалаға тупланған булған бит.

Купец Баязитовтың ҡурсаҡ кеүек матур ике ҡатлы йорто, Салауат кинотеатры алдындағы ике боронғо бина ла һаҡланған, революцияға тиклем бында шау-шыулы Баҙар майҙаны гөрләгән. Ул саҡтағы бай купецтарҙың — Дьяконов һәм Усмановтарҙың — йорттары ла хәҙер архитектура ҡомартҡыларына әүерелгән. Ҡалаға килгән ҡунаҡтар һәм туристар, Наталья Олеговна әйтеүенсә, фотоаппараттар тотоп, ошо тарихи, үҙенсәлекле архитектуралы ҡомартҡылар эргәһендә оҙаҡ йөрөй, фотоға төшөрә, ҡыҙыҡһына. Боронғо биналарҙың матурлығына, оҫталар ҡулы, фантазияһы менән һалынған йорттарға һоҡланыуҙың сиге юҡ. Стәрлетамаҡтарға рәхмәт ошо тарихты беҙҙең көндәргә тиклем туҙан ҡундырмай һаҡлағандары өсөн.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә