Стәрлетамаҡтар тарихты туҙан ҡундырмай һаҡлай.Наталья Олеговна бөгөн беҙҙе ҡаланың тарихи урындары буйлап экскурсияла йөрөтөргә ризалашты. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының экспедициялар бүлеге мөдире вазифаһын атҡарыусының, ҡалалағы һәр иҫтәлекле таҡтаташтың, боронғо йорттарҙың һәм тыҡрыҡтарҙың яҙмышын биш бармағындай белгән гидтың белемебеҙҙе байытасағына, хис-тойғобоҙҙо яңыртасағына шикләнмәнек тә.
Урман һәм дала арауығында, үҙенсәлекле сал шихандар — боронғо Йөрәктау, Ҡуштау, Шәкетау, Торатау тауҙары ҡуйынында, Ашҡаҙар, Стәрле, Ольховка, Ағиҙел һәм Һәләүек йылғалары уратҡан биләмәлә ҡалҡып сыҡҡан ҡала ул Стәрлетамаҡ. Миллион йылдар элек бында океан шаулаған. Әммә күпме ваҡыт уҙһа ла, тарих һулышы һаман да һиҙелә, шихандар – шуға асыҡ миҫал.
Ҡала тарихы 1766 йылдан, Стәрлетамаҡ тоҙ ташыу пристане төҙөлгәндән башлана. Революция осоронда ҡала аҡ гвардеецтар һәм аҡ чехтар ҡулында бер нисә тапҡыр була һәм Ҡыҙыл Армия частары тарафынан азат ителә. 1919 йылдың 23 мартында ВЦИК декреты менән Автономиялы Башҡорт Социалистик Республикаһы иғлан ителә.
— 1919 — 1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың республиканың баш ҡалаһы статусын алыуы уның артабанғы үҫешенә, кадрҙар менән тәьмин ителешенә йоғонто яһамай ҡалмай, — ти Наталья Насирова. — Бына беҙ һеҙҙең менән күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йөрөгән урамдарҙан, ҡатмарлы дәүерҙә ил яҙмышы хәл ителгән осорҙа шау-шыулы йыйылыштар уҙған, бәхәстәр ҡыҙған тарихи йорттар эргәһендә. ХХI быуатта ла күркәмлеген юғалтмаған ошо бинала 1919 — 1920 йылдарҙа башҡорт-милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, танылған төркиәт белгесе, бөтә донъяға билдәле шәреҡ ғалимы Әхмәтзәки Вәлидов етәкселегендәге Башҡорт Хөкүмәте эшләгән. Халыҡ бөгөн Стәрлетамаҡтың был өлөшөн “иҫке ҡала” тип йөрөтөргә күнеккән. Күреп тораһығыҙ: тарих эҙҙәре һаҡланған биналар ҡәҙерләп һаҡлана, уйҙар йомғағын һүтә-һүтә, рәхәтләнеп йәйәүләп йөрөү өсөн уңайлыҡ тыуҙырылған. Яҡында ғына аллея, эскәмйәләр, ҡаланы төҙөүселәр иҫтәлегенә стела...
Заманында ҡаланың ошо өлөшөнә Советтарҙың I Бөтә башҡорт съезына вәкилдәр йыйылған, халыҡ яҙмышына ҡағылған мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән. Стәрлетамаҡтар күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың да яҡты иҫтәлеген хөрмәт менән һаҡлай. Ул эшләгән бинаға таҡтаташ ҡуйылған. Урамдарыбыҙҙың береһе билдәле шәхес Шәһит Хоҙайбирҙиндың исемен йөрөтә.
Экскурсия етәксеһе беҙҙе бынан бер быуат элек булған тарихи шанлы дәүергә алып ҡайтһа ла, ваҡиғалар, әйтерһең дә, кисә генә булып үткәндәй. Бөтә иҫтәлектәр ҙә, хәтирәләр ҙә күңелгә бик яҡын, фәһемле, ҡәҙерле.
Революция еле һөҙөмтәһендә ҡала тормошо йәнләнә: беренсе балалар баҡсаһы, беренсе башҡорт драма театры, китап нәшриәте, телефон коммутаторы, кинематограф барлыҡҡа килә, ә 1922 йылда “Ильич лампалары” стәрлетамаҡтарҙы таң ҡалдырып, ҡаланы яҡтыға күмә. Музей, башҡорт педагогия техникумы эшкә тотона, ҡала гәзите сыға башлай.
— Ҡаланың ул замандағы үҫеш юлына ошо осорҙа эшләгән шәхестәрҙең йоғонтоһо, роле ҙур булыуы бәхәсһеҙ, — ти Наталья Олеговна. — Йәш республиканың бөтә власть институттары беҙҙең ҡалаға тупланған булған бит.
Купец Баязитовтың ҡурсаҡ кеүек матур ике ҡатлы йорто, Салауат кинотеатры алдындағы ике боронғо бина ла һаҡланған, революцияға тиклем бында шау-шыулы Баҙар майҙаны гөрләгән. Ул саҡтағы бай купецтарҙың — Дьяконов һәм Усмановтарҙың — йорттары ла хәҙер архитектура ҡомартҡыларына әүерелгән. Ҡалаға килгән ҡунаҡтар һәм туристар, Наталья Олеговна әйтеүенсә, фотоаппараттар тотоп, ошо тарихи, үҙенсәлекле архитектуралы ҡомартҡылар эргәһендә оҙаҡ йөрөй, фотоға төшөрә, ҡыҙыҡһына. Боронғо биналарҙың матурлығына, оҫталар ҡулы, фантазияһы менән һалынған йорттарға һоҡланыуҙың сиге юҡ. Стәрлетамаҡтарға рәхмәт ошо тарихты беҙҙең көндәргә тиклем туҙан ҡундырмай һаҡлағандары өсөн.