Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр ерҙә лә бер үк ҡояш

Тармаҡтың үҙенә “ашығыс ярҙам” талап ителә.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡулайлаштырыу еле Әлшәй районын да урап үтмәне. Һәр ерҙәге кеүек төплө анализ яһамай, халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмай башланған эш бығаса ауыл кешеләренә хеҙмәт иткән күп башланғыстарҙы юҡҡа сығарырға өлгөрҙө. Шулай ҙа, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, бер нисә дауахананы һаҡлап ҡалдылар.

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә өҙлөкһөҙ уйланған, бәләкәй генә еңеүҙәргә лә ҡыуанып, һәр ауырлыҡты үҙ күңеле аша кисереп йәшәгән баш табиптан да хәлде яҡшы белгән кешенең булмауы билдәле инде, шуға күрә һаулыҡ һаҡлау объекттары буйлап сәфәргә сығыр алдынан Раевка үҙәк район дауаханаһы етәксеһе Наил Зыязетдиновтан ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреүен һораныҡ.

“Ҡулайлаштырыуҙы аңлай алмай йөҙәнек”

– Тармаҡ бөгөн белгестәр менән 65 процентҡа тәьмин ителгән. Төп белгестәребеҙ бар, әммә анестезиолог, реаниматолог, хирург, участка терапевтарына ҡытлыҡ кисерә­беҙ. “Ауыл табибы” программаһы буйынса ете йыл эсендә 36 табипты эшкә алып һөйөндөк, әммә билдә­ләнгән ваҡыт үтеү менән 13-ө үҙ теләге менән беҙҙән китте. “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, 2016 йылда тағы ике белгес кадрҙар рәтен тулыландырҙы.

Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа табип­тарға иғтибар артыу, эш хаҡы күтәрелеү менән генә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеп булмауын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Ташкисеү ауылында эшләйем тиһәң ФАП та, торлаҡ та, йөрөргә юлы ла бар, ә йәш белгестәр унда барырға атлығып тормай. Әле ауыл халҡын Иҙристән килеп хеҙмәтләндерәләр, – тине Наил Зыязетдинов.

Ошо уҡ хәлде Никифар ауы­лындағы врач амбулато­рияһында күҙәтеп, баш табип һүҙҙәренең хаҡлығына инанырға насип булды.
Никифар… Элекке “миллионер” хужалыҡҡа ҡараған, халҡы етеш тормошта йәшәгән, төҙөк йорттары, асфальт юлдары, ҡурсаҡтай социаль объекттары, балалар баҡса­лары, төрлө делегациялар ҡунаҡҡа килеп, өлгө алырға ғәҙәтләнгән матур саралары менән бик күптәрҙе үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарында таң ҡалдырған, күңелдә йылы хәтирәләр уятҡан оло ауыл. Ул йылдарҙа үҙ халҡын ғына түгел, күрше ауыл кешеләрен дә хеҙмәт­ләндергән, хатта үҙенсәлекле тоҙ шахтаһына башҡа райондарҙан, сит өлкәләрҙән килгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул иткән дауахана, статусын юғалтып, врач амбулаторияһы булып ҡалған.

Районда ғына түгел, бөтә республикала иң яҡшы иҫәпләнгән медицина учреждениеһын үҙгәртеп ҡороу, персоналды ҡыҫҡартыу менән никифарҙар килешә алмай, даулап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарау менәнме ни – ҡулайлаштырыу процесы халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һала буламы! Ауы­ры­ғығыҙ килмәһә, ана, 50 саҡрым­дағы үҙәк дауаханаға рәхим итегеҙ: “Һаулыҡ һаҡлау системаһын ҡулай­лаштырыу” терминын аңлай алмай йөҙәгән халыҡтың, бөгөн шуның эҙемтәләрен күреп, йәне әрней.

79 йәшкә еткәнсе эшләгән

Алдыбыҙҙа шул уҡ медицина учреждениеһы, төҙөклөгө, иркен коридорҙары, келәмдәр йәйелгән иҙәндәре, гөлдәре менән кәйефте күтәргән врач амбулаторияһы. Тик ул бөгөн бөтөнләй буш тиерлек, яҡты, йыһазландырылған палата­ларҙа тәрән тынлыҡ. Пациенттар булмағанға күрә түгел, ә табип юҡлыҡҡа медицина учреждениеһы шулай етемһерәгән. Оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәт иткән Клара Хужа ҡыҙы Ғәниева 79 йәшкә еткәнсе эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң уны аҙнаһына бер тапҡыр килеп дауалаусы табип алыштырған.

Элек 50 стационар койкаһы булған учреждениела ни бары һигеҙ көндөҙгө койка ҡалған. Шәфҡәт туташы Лена Саҙрисламова әйте­үенсә, бинаның торошо яҡшы, газ менән йылытыла, һыу үткә­релгән, канализация бар, 5-16 километрҙа ятҡан 11 ауылды хеҙмәтләндереү улар өҫтөндә.
Эш ҡатмарлы: 1700-гә яҡын ке­шенең сәләмәтлеген хәстәрләү, ауырлы ҡатындарҙы иҫәпкә алыу һәм күҙәтеү, вакцинация, “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән ауырыу­ҙарҙы үҙәк дауаханаға, ҡатын-ҡыҙҙы маммография тикшеренеүенә ил­теү… Үҙаллы йөрөй алмаған­дар­ҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн өҫтәмә рәүештә күсмә флюорография ярҙамын файҙалан­ғандар. Үлем кимәле, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, бер ни тиклем кәмеһә лә, медицина белгестә­ренең әйтеүенсә, халыҡтың тормошона кире йоғонто яһаған эшһеҙлек һәм эскелек күренештәре сәскә ата әле. Һуңғы осорҙа шәкәр сиренә дусар булғандарҙың артыуы ла хафаға һала. Ошо участкала ғына алтмыш пациент иҫәпкә ҡуйылған.

39 ФАП-тың 35-е – ҡуртымда

Балғажылағы фельдшер-акушер­лыҡ пунктына яңыраҡ ремонт яһалып, канализация, һыу үткәрел­гән. Бында ла хужа булмай сыҡты, фельдшер декрет ялына киткәс, уның эшен Никифар белгестәренә йөкмәткәндәр. Фельдшер аҙнаһына ике тапҡыр килеп, балғажыларҙы хеҙмәтләндерә. Баш табиптың әйтеүенсә, был ФАП та ҡуртымда, ауыл клубының бер өлөшөн биләй.

– Ғөмүмән, райондағы 39 медицина пунктының ни бары бише генә үҙебеҙҙеке, ҡалғаны – ҡуртымға алынған биналарҙа. Был инде өҫтә­мә сығымдар талап итә тигән һүҙ, – тине Наил Сабир улы. – Сура­ҡай­ға бөгөндән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәк, сөнки беҙ ҡуртымға алған бинаны эшҡыуарҙар күптән бушатыуҙы һорай. Ике йыл эсендә биш фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтланыҡ, тағы ла өсө­һө төҙөкләндереүгә мохтаж. Капиталь ремонт талап ителгән объект­тар ҙа бар. Башты ауырттырған та­ғы бер мәсьәлә – медицина ҡора­малдарының иҫкереүе, ә транспорт базаһының туҙыуы 80% тәшкил итә.

Минең 15 йыл баш табип булып эшләү дәүерендә бер машина ла алынманы. “Ашығыс ярҙам” да, врач амбулаториялары өсөн транспорт та бик кәрәк. Һуңғы осорҙа инсульт менән сирләгән 150-гә яҡын ауы­рыуҙы махсус ярҙам күрһәтеү өсөн Өфөләге 22-се дауаханаға илтергә тура килде. Урап ҡайтыу 400 километр тәшкил итә, өҫтәүенә техни­каның төҙөк, хәүефһеҙ булыуы шарт. Шуныһына ҡыуанам: инсульттан вафат булғандар һанын ваҡы­тында ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһендә өс тапҡырға тиерлек кәметеүгә өлгәштек.

Медицина – ҙур сығымдар талап иткән ҡатмарлы өлкә. Бер электрон һанлы ҡултамға өсөн генә лә йылына ике мең һум аҡса талап ителә, ти баш табип. Илдә яңы технологиялар, таң ҡалдырғыс дауалау алымдарына, заманса, санитария-гигиена нормаларына ярашлы биналар төҙөүгә ғәйәт ҙур күләмдә сығым бүленә. Ҡаҙна аҡсаһын ғәҙел бүлеүгә, дөрөҫ тотоноуға, тармаҡ­тың аныҡ эшләүенә өлгәшкәндә, бәлки, бөгөнгө проблемалар күпкә аҙыраҡ булыр ине.

Яңы сиселештәр кәрәк

Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, ул бөтә республика райондары өсөн хас күренеш. Ҡайҙа барһаң да, шул уҡ проблемаларға барып төртө­ләһең. Етәкселәрҙең үткән быуат­тың алтмышынсы йылдарында сараһыҙҙың көнөнән барлыҡҡа килгән маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәреп, белгестең тыуған яғына ҡайтып, ең һыҙғанып эш башлауын күҙ уңында тотҡан программа ла “иҫкерҙе” һәм үҙен аҡламай, тиеүе менән дә килешмәй булмай. “Ауыл табибы” програм­маһының бер ни тиклем мәсьәләнең ҡырҡыу­лығын кәметеүе бәхәсһеҙ, әммә урындағы етәкселәрҙең раҫлауын­са, уға ғына йөҙ тотоу дөрөҫ булмаҫ, һәм ул да үҙгәрештәргә мохтаж. Ни өсөн тигәндә, миллиондар алып, аҙаҡ оҙайлы декрет ялына киткән белгестәр, эш күрһәтергә лә өлгөр­мәй, йәнә ҡалаға юл тота, ауыл халҡы йәнә “ярыҡ ялғаш” янында ҡалырға мәжбүр.

Ғөмүмән, кадрҙар менән тәьмин итеү системаның ҡырҡыу проблемаларын сисеү менән бергә алып барылырға тейеш. Хан заманынан ҡалған иҫке техника, һыуыҡ ФАП-тар, кәйефте төшөргән насар эш шарттары бөгөн төрлө гаджеттар менән эшләп өйрәнгән заманса ҡарашлы йәштәрҙе һис ылыҡ­тырмаясаҡ. Үкенескә ҡаршы, илдә идея өсөн теләһә ниндәй ауыр тормош шарттарына күнеп, эш ҡосағына ташланған комсомолдар ваҡыты күптән үтте. Хәҙер “заман башҡа – заң башҡа”.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 829

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874