Тармаҡтың үҙенә “ашығыс ярҙам” талап ителә.Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡулайлаштырыу еле Әлшәй районын да урап үтмәне. Һәр ерҙәге кеүек төплө анализ яһамай, халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмай башланған эш бығаса ауыл кешеләренә хеҙмәт иткән күп башланғыстарҙы юҡҡа сығарырға өлгөрҙө. Шулай ҙа, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, бер нисә дауахананы һаҡлап ҡалдылар.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә өҙлөкһөҙ уйланған, бәләкәй генә еңеүҙәргә лә ҡыуанып, һәр ауырлыҡты үҙ күңеле аша кисереп йәшәгән баш табиптан да хәлде яҡшы белгән кешенең булмауы билдәле инде, шуға күрә һаулыҡ һаҡлау объекттары буйлап сәфәргә сығыр алдынан Раевка үҙәк район дауаханаһы етәксеһе Наил Зыязетдиновтан ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреүен һораныҡ.
“Ҡулайлаштырыуҙы аңлай алмай йөҙәнек”– Тармаҡ бөгөн белгестәр менән 65 процентҡа тәьмин ителгән. Төп белгестәребеҙ бар, әммә анестезиолог, реаниматолог, хирург, участка терапевтарына ҡытлыҡ кисерәбеҙ. “Ауыл табибы” программаһы буйынса ете йыл эсендә 36 табипты эшкә алып һөйөндөк, әммә билдәләнгән ваҡыт үтеү менән 13-ө үҙ теләге менән беҙҙән китте. “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, 2016 йылда тағы ике белгес кадрҙар рәтен тулыландырҙы.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа табиптарға иғтибар артыу, эш хаҡы күтәрелеү менән генә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеп булмауын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Ташкисеү ауылында эшләйем тиһәң ФАП та, торлаҡ та, йөрөргә юлы ла бар, ә йәш белгестәр унда барырға атлығып тормай. Әле ауыл халҡын Иҙристән килеп хеҙмәтләндерәләр, – тине Наил Зыязетдинов.
Ошо уҡ хәлде Никифар ауылындағы врач амбулаторияһында күҙәтеп, баш табип һүҙҙәренең хаҡлығына инанырға насип булды.
Никифар… Элекке “миллионер” хужалыҡҡа ҡараған, халҡы етеш тормошта йәшәгән, төҙөк йорттары, асфальт юлдары, ҡурсаҡтай социаль объекттары, балалар баҡсалары, төрлө делегациялар ҡунаҡҡа килеп, өлгө алырға ғәҙәтләнгән матур саралары менән бик күптәрҙе үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдарында таң ҡалдырған, күңелдә йылы хәтирәләр уятҡан оло ауыл. Ул йылдарҙа үҙ халҡын ғына түгел, күрше ауыл кешеләрен дә хеҙмәтләндергән, хатта үҙенсәлекле тоҙ шахтаһына башҡа райондарҙан, сит өлкәләрҙән килгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул иткән дауахана, статусын юғалтып, врач амбулаторияһы булып ҡалған.
Районда ғына түгел, бөтә республикала иң яҡшы иҫәпләнгән медицина учреждениеһын үҙгәртеп ҡороу, персоналды ҡыҫҡартыу менән никифарҙар килешә алмай, даулап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарау менәнме ни – ҡулайлаштырыу процесы халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һала буламы! Ауырығығыҙ килмәһә, ана, 50 саҡрымдағы үҙәк дауаханаға рәхим итегеҙ: “Һаулыҡ һаҡлау системаһын ҡулайлаштырыу” терминын аңлай алмай йөҙәгән халыҡтың, бөгөн шуның эҙемтәләрен күреп, йәне әрней.
79 йәшкә еткәнсе эшләгән Алдыбыҙҙа шул уҡ медицина учреждениеһы, төҙөклөгө, иркен коридорҙары, келәмдәр йәйелгән иҙәндәре, гөлдәре менән кәйефте күтәргән врач амбулаторияһы. Тик ул бөгөн бөтөнләй буш тиерлек, яҡты, йыһазландырылған палаталарҙа тәрән тынлыҡ. Пациенттар булмағанға күрә түгел, ә табип юҡлыҡҡа медицина учреждениеһы шулай етемһерәгән. Оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәт иткән Клара Хужа ҡыҙы Ғәниева 79 йәшкә еткәнсе эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң уны аҙнаһына бер тапҡыр килеп дауалаусы табип алыштырған.
Элек 50 стационар койкаһы булған учреждениела ни бары һигеҙ көндөҙгө койка ҡалған. Шәфҡәт туташы Лена Саҙрисламова әйтеүенсә, бинаның торошо яҡшы, газ менән йылытыла, һыу үткәрелгән, канализация бар, 5-16 километрҙа ятҡан 11 ауылды хеҙмәтләндереү улар өҫтөндә.
Эш ҡатмарлы: 1700-гә яҡын кешенең сәләмәтлеген хәстәрләү, ауырлы ҡатындарҙы иҫәпкә алыу һәм күҙәтеү, вакцинация, “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән ауырыуҙарҙы үҙәк дауаханаға, ҡатын-ҡыҙҙы маммография тикшеренеүенә илтеү… Үҙаллы йөрөй алмағандарҙың сәләмәтлеген тикшереү өсөн өҫтәмә рәүештә күсмә флюорография ярҙамын файҙаланғандар. Үлем кимәле, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, бер ни тиклем кәмеһә лә, медицина белгестәренең әйтеүенсә, халыҡтың тормошона кире йоғонто яһаған эшһеҙлек һәм эскелек күренештәре сәскә ата әле. Һуңғы осорҙа шәкәр сиренә дусар булғандарҙың артыуы ла хафаға һала. Ошо участкала ғына алтмыш пациент иҫәпкә ҡуйылған.
39 ФАП-тың 35-е – ҡуртымдаБалғажылағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына яңыраҡ ремонт яһалып, канализация, һыу үткәрелгән. Бында ла хужа булмай сыҡты, фельдшер декрет ялына киткәс, уның эшен Никифар белгестәренә йөкмәткәндәр. Фельдшер аҙнаһына ике тапҡыр килеп, балғажыларҙы хеҙмәтләндерә. Баш табиптың әйтеүенсә, был ФАП та ҡуртымда, ауыл клубының бер өлөшөн биләй.
– Ғөмүмән, райондағы 39 медицина пунктының ни бары бише генә үҙебеҙҙеке, ҡалғаны – ҡуртымға алынған биналарҙа. Был инде өҫтәмә сығымдар талап итә тигән һүҙ, – тине Наил Сабир улы. – Сураҡайға бөгөндән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәк, сөнки беҙ ҡуртымға алған бинаны эшҡыуарҙар күптән бушатыуҙы һорай. Ике йыл эсендә биш фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтланыҡ, тағы ла өсөһө төҙөкләндереүгә мохтаж. Капиталь ремонт талап ителгән объекттар ҙа бар. Башты ауырттырған тағы бер мәсьәлә – медицина ҡорамалдарының иҫкереүе, ә транспорт базаһының туҙыуы 80% тәшкил итә.
Минең 15 йыл баш табип булып эшләү дәүерендә бер машина ла алынманы. “Ашығыс ярҙам” да, врач амбулаториялары өсөн транспорт та бик кәрәк. Һуңғы осорҙа инсульт менән сирләгән 150-гә яҡын ауырыуҙы махсус ярҙам күрһәтеү өсөн Өфөләге 22-се дауаханаға илтергә тура килде. Урап ҡайтыу 400 километр тәшкил итә, өҫтәүенә техниканың төҙөк, хәүефһеҙ булыуы шарт. Шуныһына ҡыуанам: инсульттан вафат булғандар һанын ваҡытында ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһендә өс тапҡырға тиерлек кәметеүгә өлгәштек.
Медицина – ҙур сығымдар талап иткән ҡатмарлы өлкә. Бер электрон һанлы ҡултамға өсөн генә лә йылына ике мең һум аҡса талап ителә, ти баш табип. Илдә яңы технологиялар, таң ҡалдырғыс дауалау алымдарына, заманса, санитария-гигиена нормаларына ярашлы биналар төҙөүгә ғәйәт ҙур күләмдә сығым бүленә. Ҡаҙна аҡсаһын ғәҙел бүлеүгә, дөрөҫ тотоноуға, тармаҡтың аныҡ эшләүенә өлгәшкәндә, бәлки, бөгөнгө проблемалар күпкә аҙыраҡ булыр ине.
Яңы сиселештәр кәрәкКадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, ул бөтә республика райондары өсөн хас күренеш. Ҡайҙа барһаң да, шул уҡ проблемаларға барып төртөләһең. Етәкселәрҙең үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында сараһыҙҙың көнөнән барлыҡҡа килгән маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәреп, белгестең тыуған яғына ҡайтып, ең һыҙғанып эш башлауын күҙ уңында тотҡан программа ла “иҫкерҙе” һәм үҙен аҡламай, тиеүе менән дә килешмәй булмай. “Ауыл табибы” программаһының бер ни тиклем мәсьәләнең ҡырҡыулығын кәметеүе бәхәсһеҙ, әммә урындағы етәкселәрҙең раҫлауынса, уға ғына йөҙ тотоу дөрөҫ булмаҫ, һәм ул да үҙгәрештәргә мохтаж. Ни өсөн тигәндә, миллиондар алып, аҙаҡ оҙайлы декрет ялына киткән белгестәр, эш күрһәтергә лә өлгөрмәй, йәнә ҡалаға юл тота, ауыл халҡы йәнә “ярыҡ ялғаш” янында ҡалырға мәжбүр.
Ғөмүмән, кадрҙар менән тәьмин итеү системаның ҡырҡыу проблемаларын сисеү менән бергә алып барылырға тейеш. Хан заманынан ҡалған иҫке техника, һыуыҡ ФАП-тар, кәйефте төшөргән насар эш шарттары бөгөн төрлө гаджеттар менән эшләп өйрәнгән заманса ҡарашлы йәштәрҙе һис ылыҡтырмаясаҡ. Үкенескә ҡаршы, илдә идея өсөн теләһә ниндәй ауыр тормош шарттарына күнеп, эш ҡосағына ташланған комсомолдар ваҡыты күптән үтте. Хәҙер “заман башҡа – заң башҡа”.