Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

10 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районына эш сәфәре барышында «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында зубрҙарҙың вольер хужалығын ҡараны. Был Көньяҡ Уралда зубр популяцияһын тергеҙеү буйынса уникаль проект һанала.

Башҡортостан зубры популяцияһын тергеҙеү 2023 йылдың ғинуарында башланды. Белоруссияға сәфәре ваҡытында Радий Хәбиров республикаға зубрҙар алып ҡайтырға һәм популяцияны тергеҙеү эшен башларға тәҡдим итте. Минскиҙа был идея хуплау тапты.
Башҡортостанда ойошторолған эшсе төркөмгә экология министрлығы, Россельхознадзор, ветеринария, Фәндәр академияһы вәкилдәре инде. Республика ғалимдары Беловеж урманында булып ҡайтты, коллегалары менән һөйләшеүҙәр алып барҙы һәм төбәктә мал үрсетеүгә ҡаршылыҡтар юҡ тигән һығымтаға килде. 2023 йылдың февраль аҙағында Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы зубрҙарҙы алып ҡайтыуҙы хупланы. 2023 йылдың 26 майында Башҡортостанға тәүге тапҡыр туғыҙ, ә декабрҙә тағы ла шунса зубр килтерелде.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һөйләүенсә, беҙҙең климат, бай мал аҙығы базаһы һәм белгестәр хәстәрлеге һөҙөмтәһендә малдар ишәйә: яңыраҡ тағы ике быҙау тыуған. Хәҙер Рәсәйҙә берҙән-бер ирекле вольерҙа 33 зубр бар.
2027 йылда Президент тәбиғәт фонды гранты сиктәрендә Беловеж урманынан тағы ла 9 зубр сығарырға планлаштыралар, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Беҙ был проектты шикләнеп кенә башланыҡ. Уның маҡсаты – Башҡортостанда тәбиғәт шарттарында үрсегән зубрҙарҙы һәм биологик төрлөлөктө арттырыу. Ныҡлы мал аҙығы базаһы, климат шарттары, уларға һөжүм итерҙәй йыртҡыстарҙың булмауы – үрсеү өсөн иң уңайлы шарттар. Башҡортостанда ете быҙауҙың тыуыуы проекттың яҡшы башланыуын күрһәтә. Грант буйынса Белоруссиянан беловеж тоҡомло тағы туғыҙ зубр һатып алырға йыйынабыҙ.
Проект беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы. Фәнни проект туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Мин ғаиләм менән килгәйнем. Күҙәтергә уңайлы булһын өсөн вышка эшләгәндәр. Вольерҙа тотолған зубрҙар кешеләрҙән ҡурҡмай. Һәр яҡлап ҡыҙыҡлы проект», – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт
Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......
Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт
Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт
Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт
Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...
Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......
Башҡортостанға Ҡыш бабай поезы килә 27.10.2026 // Йәмғиәт
Байрамса биҙәлгән поезд республиканың ике ҡалаһында туҡтай....