Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҫҡарғандай булды “йыраҡ ара”
Алты саҡрым ара алыҫмы? Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит: карта буйынса ул бик аҙ, ә барыр юлға һалһаң... Уныһы ла ике төрлө булырға мөмкин. Яҡшы юлдан “һә” тигәнсе барып етәһең, насарынан иһә, кем әйтмешләй, шайтан аяғын һындырыр. Нәҡ һуңғыһы һымағыраҡ ине райондың иң алыҫта ятҡан Красноармейский ауылы менән биләмә үҙәге Первомайский ауылын тоташтырғаны. Ғөмүмән, юлдар организмдың ҡан тамырҙары шикелле бит ул — йәшәү өсөн бар шарттар ҙа шуға бәйле.

Красноармейский ауылы әллә ни ҙур түгел — 69 шәхси хужалыҡ иҫәпләнеп, 248 кеше йәшәй. Шулай булыуына ҡара­маҫтан, бында малсылыҡ фер­маһы бар, “Рощинский” совхо­зының ырҙын табағы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы эшләй. Ә бына юл яғы гелән бәкәлгә һуға килгән. Урындағы ауыл билә­мәһе депутаттары ла, район Советыныҡылар ҙа борсолоу белдереп, ошо мәсьәләне гелән күтәргән һәм ул район хаки­миәтендә “тәү сиратта” башҡа­рылырға тейешле булып иҫәпкә алынған. Шулай булмай ни, һәр көн 30 баланы Перво­майскийға уҡырға йөрөтөргә кәрәк, почта машинаһы, Стәр­летамаҡтан маршрут автобусы ла ҡыр­сынташ һалынған ерҙән ни бары метрға ғына күтәртелгән һикәл­тәле юлдан йөрөргә тейеш бит.

Ниһайәт, 2018 йылдың майында Стәрлетамаҡ район хакимиәте менән Стәрлетамаҡ юл идаралығы араһында юл төҙөү буйынса 165 миллион һумға килешеү төҙөлә. Сы­ғымдар төбәк һәм федераль бюджеттан бүленә. Юл һалыу бик әүҙем барып, барлығы 200 мең кубометр төҙөлөш материалы ташыла.

Һалыу тигәндән, әйтеүе генә анһат: юлға ете метр киңлектә заманса асфальт-бетон, ике яҡтан ситтәренә метр ярымышар ҡырсынташ түшәлә, һыу ағыу торбалары ҡуйыла, бейеклеге күтәрелә. “Был юл Перво­май­скийҙы ғына түгел, Өфө менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһын да яҡы­найтты”, — тип шат­лығын йәшермәй ауыл халҡы.

Стәрлетамаҡ район хаки­миәте башлығы Рөстәм Баһа­уетдинов әйтеүенсә, халыҡ өсөн төҙөлөш — ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыуаныс. Юл һалыуҙа республика етәкселеге, Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты, Башҡортостан юл хужалығы идаралығы ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. “Рощинский” совхозы ла буш ҡал­маған: юлсыларға йылы аш ойошторғандар, материалдар ташыу урыны бүленгән. Ҡыҫҡа­һы, элек бик оҙон булып теңкәгә тейгән юл бер нисә айҙа “ҡыҫ­ҡарҙы” ла ҡуйҙы. Бының мих­нәтен дә, рәхәтен дә юлда йөрөүселәр генә беләлер...


Автор: Т. МУСИН Район: Стәрлетамаҡ районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 5

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 7

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 9

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды
9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай

9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай 05.10.2026 // Йәмғиәт

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә ......

Тотош уҡырға 7

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы 05.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы...

Тотош уҡырға 8

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған 05.10.2026 // Йәмғиәт

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған...

Тотош уҡырға 9

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй

Башҡортостанда 700 йылға яҡын эш стажы булған уҡытыусылар династияһы йәшәй 05.10.2026 // Йәмғиәт

Был нәҫелдә уҡытыусылар 20 быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән....

Тотош уҡырға 9


Комментарий өҫтәргә