Алты саҡрым ара алыҫмы? Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит: карта буйынса ул бик аҙ, ә барыр юлға һалһаң... Уныһы ла ике төрлө булырға мөмкин. Яҡшы юлдан “һә” тигәнсе барып етәһең, насарынан иһә, кем әйтмешләй, шайтан аяғын һындырыр. Нәҡ һуңғыһы һымағыраҡ ине райондың иң алыҫта ятҡан Красноармейский ауылы менән биләмә үҙәге Первомайский ауылын тоташтырғаны. Ғөмүмән, юлдар организмдың ҡан тамырҙары шикелле бит ул — йәшәү өсөн бар шарттар ҙа шуға бәйле.
Красноармейский ауылы әллә ни ҙур түгел — 69 шәхси хужалыҡ иҫәпләнеп, 248 кеше йәшәй. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бында малсылыҡ фермаһы бар, “Рощинский” совхозының ырҙын табағы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы эшләй. Ә бына юл яғы гелән бәкәлгә һуға килгән. Урындағы ауыл биләмәһе депутаттары ла, район Советыныҡылар ҙа борсолоу белдереп, ошо мәсьәләне гелән күтәргән һәм ул район хакимиәтендә “тәү сиратта” башҡарылырға тейешле булып иҫәпкә алынған. Шулай булмай ни, һәр көн 30 баланы Первомайскийға уҡырға йөрөтөргә кәрәк, почта машинаһы, Стәрлетамаҡтан маршрут автобусы ла ҡырсынташ һалынған ерҙән ни бары метрға ғына күтәртелгән һикәлтәле юлдан йөрөргә тейеш бит.
Ниһайәт, 2018 йылдың майында Стәрлетамаҡ район хакимиәте менән Стәрлетамаҡ юл идаралығы араһында юл төҙөү буйынса 165 миллион һумға килешеү төҙөлә. Сығымдар төбәк һәм федераль бюджеттан бүленә. Юл һалыу бик әүҙем барып, барлығы 200 мең кубометр төҙөлөш материалы ташыла.
Һалыу тигәндән, әйтеүе генә анһат: юлға ете метр киңлектә заманса асфальт-бетон, ике яҡтан ситтәренә метр ярымышар ҡырсынташ түшәлә, һыу ағыу торбалары ҡуйыла, бейеклеге күтәрелә. “Был юл Первомайскийҙы ғына түгел, Өфө менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһын да яҡынайтты”, — тип шатлығын йәшермәй ауыл халҡы.
Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы Рөстәм Баһауетдинов әйтеүенсә, халыҡ өсөн төҙөлөш — ысын мәғәнәһендә ҙур ҡыуаныс. Юл һалыуҙа республика етәкселеге, Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты, Башҡортостан юл хужалығы идаралығы ярҙамын да билдәләп үтергә кәрәк. “Рощинский” совхозы ла буш ҡалмаған: юлсыларға йылы аш ойошторғандар, материалдар ташыу урыны бүленгән. Ҡыҫҡаһы, элек бик оҙон булып теңкәгә тейгән юл бер нисә айҙа “ҡыҫҡарҙы” ла ҡуйҙы. Бының михнәтен дә, рәхәтен дә юлда йөрөүселәр генә беләлер...