Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәгән еребеҙ хәүефһеҙ булһын
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт барлыҡҡа киләсәк.

Йәй етеү менән барлыҡ ҡала халҡы ауылдарға, тәбиғәт ҡосағына ашыға. Тыуып-үҫкән ерҙә, һил урындағы ялға ни етә! Берәүҙәр ғаиләһе, дуҫтары менән урманға сыҡһа, икенселәр тауҙар, урмандар ҡыҙыра, һәм улар артынан йыш ҡына буш шешәләр, ҡағыҙ, пластик һауыттар туҙышып ҡала. Йәшәгән мөхитебеҙҙең, беҙҙе уратып алған тәбиғәттең матур, таҙа, хәүефһеҙ булыуын теләһәк тә, үкенескә ҡаршы, үҙебеҙ ошо гүзәллекте һаҡларға тырышмауыбыҙ ғәжәпләндерә.

Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары туғыҙ проценты ғына икенсе тапҡыр файҙа­ланыла. Ә туҡһан проценты тирә-яҡты ҡотһоҙлап, йәмһеҙләп ята. Йылына йәмғеһе 40 миллион тонна самаһы көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыла. Уның 1,5 – 2 миллион тоннаһы полимер һауыттар өлөшөнә тура килә. Улары иһә һаулыҡҡа ғына түгел, ғүмеребеҙгә лә хәүеф тыуҙыра. Донъя белгестәре ағыулы синтетик һауыттарҙы даими ҡулланыу халыҡтың иммунитетын төшөрөүгә һәм кешелектең дөйөм һаулығын ҡаҡшатыуға килтерҙе тип билдәләй. Тап шуға ла бөгөн ғалимдарҙың набат һуғыуы аңлашыла – был юҫыҡта бер сара ла күрмәһәк, химик ҡалдыҡтарҙың көнләп үҫеүе тәбиғәттең үтә бысраныуына һәм кешелектең даими һәләк булыуына килтереүе ихтимал. Йәнә файҙалы ҡалдыҡтар тигән төшөнсә лә йәшәй. Уларға пластик, ҡағыҙ, ҡатырға, алюмин һәм быяла һауыттар инә. Белгестәр быларҙың барыһын да эшкәртеп, ҡабаттан файҙаланырға мөмкин булыуын раҫлай.

Әйткәндәй, донъяла ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүҙең өс төрө бар – яндырыу, ергә күмеү, ҡабаттан эшкәртеү. Үртәү, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшә, сөнки үҫешкән бер илдә лә ҡалдыҡтарҙы айырмайынса яҡмайҙар. Икенсенән, көнкүреш ҡалдыҡтарының өстән ике өлөшөн бөтөнләй үртәргә ярамай. Европа тикшереүселәре билдәлә­үенсә, сүп яндырған заводтар эргәһендә йәшәгәндәрҙең үпкә рагы норманан 3,5 тапҡырға күберәк күҙәтелгән. Ғәрип тыуған балаларҙың да саманан тыш күп булыуы теркәлгән.

Тағы шуны әйтергә кәрәк – бөтә донъяла ҡалдыҡтар менән эшләү табышлы шөғөл. Мәҫәлән, һуңғы 15 йылда АҠШ-та 78 заводты япҡандар. Уларҙың урынына көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү технологиялары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, илдә ошондай ресурстарҙан милли табыштың 20 проценты самаһы йыйыла. Дөрөҫ, Совет осоронда беҙҙә лә иҫке ҡағыҙҙарҙы, быяла һауыттарҙы йыйыуға етди иғтибар бирелһә, ил тарҡалыу менән был шөғөл юҡҡа сыҡты тиерлек. Хәҙер тап ошо йүнәлештә эшләү йәһәтенән федераль закондар ҡабул ителде. Әлбиттә, тәүге һөҙөмтәләр бар. 2017 йылдан төҫлө һәм ҡара металл кеүек икенсел ресурстарҙы ергә күмеү тыйыла. Быйыл был исемлеккә йәнә ҡағыҙ, термопластика, полиэтилен өҫтәлде. Әлегә уларҙы йыйыу системаһы көйләнә. Ә 2019 йылдың 1 ғинуарынан был йәһәттән яңы ҡағиҙәләр буйынса йәшәй башлаясаҡбыҙ.

Хәҙер республикала төбәк халҡы һәм юридик шәхестәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә бурыслы. Сүп-сарҙың контейнерға тейәлеп полигонға еткәненә тиклем тап улар яуап бирәсәк. Уны хәл итеү өсөн ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, уларҙан тағы файҙалы тауарҙар етештереү бурысы ҡуйыла. Кәрәкмәгән әйберҙәрҙе йыйыу буйынса республикала туғыҙ полигон, 26 сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы, 48 сүп тейәү пункты төҙөү планлаштырыла. Әлбиттә, был юҫыҡта төрлө мәсьәләләр бар. Мәҫәлән, ауыл райондарында ҙур сүп эшкәртеү комплекстары төҙөү файҙаһыҙ, шуға ла бындай төбәктәрҙә уларҙы тейәп алып китеү үҙәктәре булдырыласаҡ. Һуңынан ҡалдыҡтар сорттарға айырыу комплекстарына оҙатыла. Ә экотехнопарктарҙа ҡағыҙ, быяла, полиэтилен кеүек ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү йәһәтенән махсус предприятиелар урынлашасаҡ. Рәсәй буйынса 70 ошондай парк төҙөү күҙ уңында тотола.

Төбәк операторҙарын Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алған. Бында, әлбиттә, уларҙың ышаныслы булыуы, ҙур тәжрибәһе, матди-техник базаһының үҫеше төп шарт һаналған.

Ҡалдыҡтарҙы йыйыу йәһәтенән республика дүрт зонаға бүленгән, ә Межгорье ҡалаһы – бишенсеһе.

Республика Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, мәҫәлән, “ЭКО-Сити” төбәк операторы һәр йәһәттән әҙерлек эштәре алып бара. Был компания майҙаны буйынса иң ҙуры һаналған 3-сө зона биләмәһен хеҙмәтләндерәсәк. Уға Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Ғафури, Күгәрсен, Ишембай, Миәкә, Мәләүез, Учалы, Хәйбулла, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Көйөргәҙе, Йылайыр, Ейәнсура райондары инә. Шуныһы ҡыуаныслы – Көньяҡ Урал райондарынан тәү тапҡыр ҡалдыҡтарҙы тулыһынса сығарыу ойоштороласаҡ. Бығаса был төбәктәрҙә сүп-сарҙы өлөшләтә, башлыса яҡын-тирәләге ҡыйлыҡтарға илткәндәр. Улары ла күптән тулған һәм таҙартыу талап итә. Мәҫәлән, Бөрйән районын алайыҡ. Бында 12 ауыл советына 34 ауыл ҡарай. Уларҙа бөтәһе 16 мең 500 кеше йәшәй. Әммә ошоғаса ҡый бары район үҙәге Иҫке Собханғолда ғына йыйылған. Башҡа барлыҡ биләмәләрҙәге ҡалдыҡтар тәбиғәтте һаҡлау закондары талаптарына тап килмәгән, махсус тәғәйенләнмәгән урындарға түгелгән. Әлбиттә, бында тәртипһеҙлек, беренсенән, тирә-йүнде ҡотһоҙлап, уның йәмен ебәрә. Икенсенән, халыҡтың һаулығына ҙур хәүеф менән янай. Бөгөн был төбәктә туризмды үҫтереү йәһәтенән эш алып барылғанда, ҡайҙа ҡарама бысраҡлыҡ хакимлыҡ иткән тәбиғәт ҡосағына сәйәхәтселәрҙең атлығып тороуы ла шик тыуҙыра.

Төбәк операторы яуап бирәсәк был урында барлығы ете лизенциялы полигон бар. Улар 3-сө зонаның үҙәк өлөшөндә урынлашҡан – Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет. Уларҙың береһе Учалы ҡалаһы­ның сигендә урынлашҡан. Алыҫтағы райондарҙан был урындарға ҡалдыҡты ташыу үтә ҡыйбатҡа төшә. Был үҙ сиратында билдәләнәсәк хаҡҡа ла кире йоғонто яһауы ихтимал. Шуға ла урындарҙағы станцияларҙа сүпте тейәү ҡорамалдары йыһазландырыу хәл ителгән.

Бөгөн “ЭКО-Сити” белгестәре хакимиәт башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Бындай станциялар өсөн 17 муниципаль берәмектә ерҙәр бүленер тип көтөлә. Был бөтә биләмәнән сүпте йыйыуҙы тиҙләтергә һәм транспорт сығымдарын кәметергә форсат бирәсәк. Тимәк, был халыҡтан ҡалдыҡты йыйыуҙы ойошторған өсөн алынасаҡ түләү ҙә арзаная тигән һүҙ. “Белорет, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы башлығы менән беҙ был мәсьәләләрҙе тикшерҙек, – ти “ЭКО-Сити” төбәк операторының генераль директоры Семен Земсков. – Берлектә яуаплы зоналарҙы билдәләнек, техник һәм технологик мөмкинлектәрҙе өйрәндек. Уңышлы эшләргә маҡсат ҡуйғанбыҙ, тимәк, һөҙөмтә лә буласаҡ”.

Әлбиттә, бер яңылыҡ та еңел генә тормошҡа ашырылмай. Халыҡ араһында быға шикләнеп ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Тап шуға ла бөгөн республикала был йәһәттән ҡыҙыу эш бара. Мәҫәлән, күптән түгел 3-сө зоналағы Ишембай ҡалаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуға күсеү буйынса күсмә кәңәшмә үтте. Унда республика Хөкүмәте вице-премьеры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты. Киңәйтел­гән кәңәшмәгә шулай уҡ федераль власть етәкселәре, барлыҡ ҡала һәм район башлыҡтары урынбаҫарҙары, шулай уҡ ошо һорау менән ҡыҙыҡһынған башҡа вәкилдәр саҡырылғайны.

Сарала һәр дүрт зонаның төбәк опера­тор­ҙары яңы системаға күсеү буйынса үҙҙәренең әҙерлек кимәле хаҡында һөйләне, борсоған проблемаларҙы асып һалды. Мәҫәлән, бөгөн төбәктәрҙә үҙ бел­дектәренә башланған сүплектәрҙе юҡ итеү иң ҙур мәсьәлә булып тора. Ҡыйҙы урын­лаштырыу майҙансыҡтары, ҙур кү­ләм­ле ҡалдыҡтарҙы йыйыу ҙа көс талап итә.

Һуңынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар компанияның ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм күмеү комплексы­ның эше менән танышты. Бында тәртип һәм таҙалыҡ һоҡланыу уятты, быяла, пластик һәм ҡағыҙ айырым йыйылған. Илшат Фәзрахманов башҡа район вәкилдәре лә өлгө алһын өсөн киләһе йыйылыш та күсмә буласағын хәбәр итте.

– Иң мөһиме яңы системаға әкренләп күсеүҙе тәьмин итергә кәрәк, – тине ул. – Бығаса эш иткән өлгөнө бөтөнләй инҡар итмәҫкә тейешбеҙ. Булған базаны һаҡлап, уны камиллаштырыу сараһын күрергә кәрәк.

Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов үткәргән кәңәшмәлә һүҙ яңы системаға әҙерлек барышы хаҡында барҙы. Уның әйтеүенсә, бөгөн ойоштороу эше тейешле кимәлдә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыу, эшкәртеү һәм утилләштереү мөһим әһәмиәткә эйә. Дөрөҫ, әлегә сүп йыйған өсөн түләү хаҡы билдәләнмәгән. Әммә шуныһы мәғлүм – төбәк операторына тапшырған күләм өсөн түләргә тейешбеҙ. Ҡалыҡтарҙы айырым-айырым йыйыу аныҡ йорттоң, аныҡ кешенең түләүен кәметергә тейеш. Күп ҡатлы йорттарҙа йәки айырым ҡасабаларҙа йәшәгәндәр коллектив яуаплылыҡ тоя – йәғни квитанцияларҙағы хеҙмәтләндереү хаҡы дөйөм ҡалдыҡ хаҡынан билдәләнә.

Әлбиттә, был юҫыҡта сит илдәрҙең тәжрибәһе өйрәнелгән. Мәҫәлән, Германияла халыҡтың сүпте айырым йыйыуҙың мөһимлеген аңлау өсөн тиҫтә йылдар үткән һәм бөгөн бындағы эш алымына һоҡланмау мөмкин түгел. Закон һәм тейешле хоҡуҡи акттарҙың ҡабул ителеүе – ҙур эштең башланғысы ғына. Был изге эшкә райондар, ҡалалар һәм барлыҡ республика халҡының әүҙем ҡушылыуы мөһим, сөнки бары бергә булғанда ғына беҙ һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Йәшәгән еребеҙҙең матурлығы, һау-сәләмәт киләсәк быуын тәрбиәләләү барыбыҙ өсөн дә мөһим бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874