Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нәҫер яҙа, мотоциклда елдерә...
Нәҫер яҙа, мотоциклда елдерә...Башҡортостандың иң сибәр ҡыҙы хисле лә, сая ла
"Һылыуҡай-2012" гүзәллек конкурсында гран-при яулаған Ләйсән ҒАРИФЙӘНОВА, квадроциклда йөрөп, үҙе яҙған нәҫере менән күңел ҡылдарын сиртеп, тамашасыны әсир иткәйне. Былар —сибәр һәм аҡыллы ҡыҙҙың булмышының бер өлөшө генә. Тыуып үҫкән Миәкә районында шахмат буйынса чемпион булыуын, еңел атлетика менән шөғөлләнеүен, уҡыу йортоноң баскетбол буйынса йыйылма командаһында уйнауын, өс йәшендә уҡырға өйрәнеүен күптәр белмәйҙер әле. Әңгәмә ҡорғас, серле һылыуҡайҙың тағы әллә күпме һәләте барлығын асыҡланыҡ.
— Ләйсән, еңеүеңә нимә булышлыҡ итте, тип уйлайһың?
— Көйәрмәндәремә рәхмәтлемен. Конкурстың финалына Стәрлетамаҡтан бер автобус кеше ярҙам итергә килде. Унда һабаҡташтарым, ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре бар ине. Сағыу плакаттар тотоп, барыһынан да көслөрәк итеп исемемде ҡысҡырып ултырыусылар булғас, еңмәй ҡайҙа бараһың!
Жюри тапҡырлығымды, үҙенсәлекле булырға тырышыуымды ла юғары баһаланы. Мәҫәлән: "Иң матур урын ҡайҙа?" — тигән һорауға ҡыҙҙар тыуған райондарын маҡтай башланы. Мин, матурлыҡты күрә белгән кеше ҡайҙа булһа ла күркәмлекте таба, тип яуапланым. Гала-концерттан алда ойоштороусылар һәр беребеҙҙең теләген тормошҡа ашырырға ҡарар иткәс, квадроциклда йөрөргә булдым. Башҡаларҙың теләге ябайыраҡ ине.
— Һиңә ҡарайым да, бындай ҙа нескә ҡыҙҙа ҡайҙан шул тиклем батырлыҡ, тип хайран ҡалам. Парашют менән һикерергә лә ҡурҡмағанһың...
— Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫһәк тә, күберәк атайым эргәһендә уралдым. Шуға күрә машина, мотоцикл йөрөтөргә, техника менән булышырға яратам. Парашют менән һикереү күптәнге хыялым ине. Иҫтәлекле ваҡиғаны әсәйемә арнаным. Ҡыуанысҡа күрә, ул был ҡылығым тураһында күп ваҡыт үткәс кенә ишетте.
— Техника яратһаң да, күңелең ижадҡа, әҙәбиәткә нығыраҡ тартылған, күрәһең?
— Өс йәшемдә үк уҡырға өйрәнгәнмен, тиҙәр. Ысынлап та, үҙемде иҫләгәндән алып ҡулымдан китап төшмәй. Мәктәптә уҡығанда "Урал батыр" эпосын һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, әҫәрҙе башҡорт, татар, урыҫ, инглиз, төрөк телдәрендә һөйләп ишеттерҙем. Былар барыһы ла миңә тел асҡысы биргәндер, әҙәбиәткә һөйөүемде үҫтергәндер, тип уйлайым. Әле Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетын тамамларға йыйынам. Башҡорт теленең лексикологияһы буйынса диплом эше яҙҙым. Хеҙмәтемдә башҡорт һәм инглиз телдәрендәге бер нисә һүҙбәйләнеште сағыштырып, анализ яһаным. Инглиз телен тәрән өйрәнгәс, ошо теманы һайланым.
— Үҙең ижад иткән нәҫерҙе һөйләгәндә тотош зал һине тын ҡалып тыңланы...
— Уны йәшләй генә арабыҙҙан киткән, әммә күңелдәрҙә йылы усаҡ ҡабыҙырға өлгөргән дуҫыма бағышланым.
— Республика кимәлендәге саранан ниндәй тәьҫорат алдың?
— Яңы дуҫтар табыуыма шатмын. Ҡыҙҙар менән берҙәм булдыҡ, ярҙам итешеп торҙоҡ. Тағы ла фәһемле тормош дәресе үттем. "Йондоҙ сире йоҡманымы?" тип шаярта күптәр. Аллаға шөкөр, яуланған уңыш менән маҡтанып йөрөү миңә ят. Киреһенсә, яңы үрҙәргә ынтылып, бер урында тапанмаҫҡа тырышып йәшәйем.
— Оло тормошҡа аяҡ баҫа торған шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәлдәр кисергәндә ниндәй хыялдар менән янаһың?
— Ҡанатһыҙ — ҡош, хыялһыҙ ҡыҙ булмай. Иң тәүҙә һайлаған һөнәрем буйынса үҫкем килә. Ымһындырғыс тәҡдимдәр яһаһалар ҙа, модель бизнесы өлкәһендә эшләргә йыйынмайым. Кейәүгә сығырға ла ашыҡмайым.
Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә