Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ни өсөн йәштәр ауылды һайлай?
Ни өсөн йәштәр ауылды һайлай?“Башкир-Агроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2005 йылда ойошторола. Предприятие Шишмә, Благовар, Бүздәк һәм Кушнаренко райондары биләмәһендә эшмәкәрлек алып бара. Компания, нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә, айырыуса шәкәр сөгөлдөрөнә өҫтөнлөк бирелә. Әлбиттә, башҡа культураларҙан да мул уңыш алыуға өлгәшәләр.

— Баҫыуҙарҙы файҙалы һәм маҡсатлы ҡулланырға ты­рышабыҙ, буш ятҡан майҙан­дар бөтөнләй юҡ, сөнки ер — беҙҙең байлығыбыҙ, — ти йәм­ғиәттең баш агрономы Фәнил Нурғәлиев. — Заманса ауыл ху­жалығы ҡорамалдары ярҙа­мында бар эште атҡарырға күнеккәнбеҙ.
Бында ерҙе рациональ фай­ҙа­ланыу алымдары ҡулла­ны­ла, үҫемлекселектә һәм мал­сы­лыҡта энергияны һаҡлаусы алдынғы технологиялар ғәмәл­гә индерелгән, сорттар даими яңыртыла. Һөҙөмтәлә иген куль­тураларының, шәкәр сөгөл­дөрөнөң уңышы арта. Предприятие ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙең интенсив технологияһы менән шөғөлләнә, эштә киң ҡоласлы яңы быуын ҡатнаш агрегаттар файҙаланыла. Улар агротехнологик ғәмәлдәрҙе башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, сығым­ды кәметеүгә булышлыҡ итә. Хужалыҡ заманса ауыл хужа­лығы техникаһы паркына, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыуға әҙерләнеү йәһәтенән технологик линия­ларға, тракторҙарҙы, комбайн­дарҙы йүнәтеү буйынса сервис хеҙмәтенә эйә.
Йәмғиәттең 90 мең гектар ере иҫәпләнә, сөгөлдөр баҫыу­ҙары, мәҫәлән, 65 мең гектар майҙанды биләй, ә шәкәр сөгөлдөрө иһә 13 мең гектарҙа үҫтерелә. Көҙ татлы тамырҙы Шишмә шәкәр заводына тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ аҡса күсә икән. Тағы ла соя, гәрсис, кукуруз, көн­бағыш, ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары сәсәләр.
Бөгөн хужалыҡ ихатаһын сит илдә һәм Рәсәйҙә етеш­терелгән ҡеүәтле, заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалары тулыландыра. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән техника ла заман талаптарына яуап бирә.
Бында ит, һөт етештереү ҙә юлға һалынған. Әле малдар һөт, һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һәм заманса һыуытҡыстар менән йыһазландырылған йәйләүҙә тотола. Дүрт мең­дән ашыу һыйыр малының 1600-өн һауалар. Көн дә 20 тон­нанан ашыу аҡ респуб­ликаның һөт завод-комбинаттарына оҙатыла.
— Сифатлы, шифалы про­дукцияға ихтыяж ҙур, ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеүҙәр тө­ҙөлгәс, түләүҙә тотҡарлыҡ­тар һиҙелмәй. Үҙебеҙ етеш­тергән продукцияның сифатын һәр саҡ контролдә тотабыҙ. Бө­гөн насар аҙыҡ-түлек менән баҙарға сыҡһаҡ, иртәгә ҡул­ланыусы­лары­быҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ, шу­ға ла һәр эшсән намыҫ менән үҙ бурысын баш­ҡара, — ти йәмғиәттең Шишмә айырым­ланған бүлексәһе идарасыһы Марс Фәйзуллин.
Тотош компанияла 736 кеше эшләй. Уның менән тәжри­бәле, белемле, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тарма­ғында эшләгән Кирилл Ершов етәкселек итә.
Йәштәрҙең ауылды һайла­уына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай. Юғары һәм махсус урта белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй, сөнки Башҡортостан дәүләт аграр университетын, башҡа ауыл хужалығы колледж-техникумдарын тамам­лаған йәш белгестәр тап ошо предприятиела тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Йәмғиәт етәксе­леге хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп алып, юғары эш хаҡынан тыш, премиялар тү­ләү­ҙе, төрлө ял йорттарына юл­ламалар бүлеүҙе лә бул­дырған.
Шәхси ихатаһында мал, ҡош-ҡорт аҫрағандарға игене, мал аҙығы, осһоҙ хаҡҡа ите, һөт продукцияһы бирелә. Яңы хеҙмәт юлы башлағандар фа­тирға мохтаж булһа, йәм­ғиәт улар өсөн ҡуртымға йорт алып бирә. Бынан тыш бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ла һәр саҡ иғтибар бүленә. Балалар баҡсалары, мәктәптәр менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. “Киләсәк быуынды оноторға ярамай, тыныс күк йөҙө бүләк иткәндәрҙе лә иҫтән сығармайбыҙ. Хеҙмәт кеше­һенә ихтирам булһа ғына, эшмәкәрлегебеҙ алға барасаҡ”, — ти алға ҡарап йәшәгән һәм эшләгән етәкселәр.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә