“Башкир-Агроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2005 йылда ойошторола. Предприятие Шишмә, Благовар, Бүздәк һәм Кушнаренко райондары биләмәһендә эшмәкәрлек алып бара. Компания, нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә, айырыуса шәкәр сөгөлдөрөнә өҫтөнлөк бирелә. Әлбиттә, башҡа культураларҙан да мул уңыш алыуға өлгәшәләр.— Баҫыуҙарҙы файҙалы һәм маҡсатлы ҡулланырға тырышабыҙ, буш ятҡан майҙандар бөтөнләй юҡ, сөнки ер — беҙҙең байлығыбыҙ, — ти йәмғиәттең баш агрономы Фәнил Нурғәлиев. — Заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары ярҙамында бар эште атҡарырға күнеккәнбеҙ.
Бында ерҙе рациональ файҙаланыу алымдары ҡулланыла, үҫемлекселектә һәм малсылыҡта энергияны һаҡлаусы алдынғы технологиялар ғәмәлгә индерелгән, сорттар даими яңыртыла. Һөҙөмтәлә иген культураларының, шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы арта. Предприятие ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙең интенсив технологияһы менән шөғөлләнә, эштә киң ҡоласлы яңы быуын ҡатнаш агрегаттар файҙаланыла. Улар агротехнологик ғәмәлдәрҙе башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, сығымды кәметеүгә булышлыҡ итә. Хужалыҡ заманса ауыл хужалығы техникаһы паркына, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыуға әҙерләнеү йәһәтенән технологик линияларға, тракторҙарҙы, комбайндарҙы йүнәтеү буйынса сервис хеҙмәтенә эйә.
Йәмғиәттең 90 мең гектар ере иҫәпләнә, сөгөлдөр баҫыуҙары, мәҫәлән, 65 мең гектар майҙанды биләй, ә шәкәр сөгөлдөрө иһә 13 мең гектарҙа үҫтерелә. Көҙ татлы тамырҙы Шишмә шәкәр заводына тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ аҡса күсә икән. Тағы ла соя, гәрсис, кукуруз, көнбағыш, ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары сәсәләр.
Бөгөн хужалыҡ ихатаһын сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле, заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалары тулыландыра. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән техника ла заман талаптарына яуап бирә.
Бында ит, һөт етештереү ҙә юлға һалынған. Әле малдар һөт, һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һәм заманса һыуытҡыстар менән йыһазландырылған йәйләүҙә тотола. Дүрт меңдән ашыу һыйыр малының 1600-өн һауалар. Көн дә 20 тоннанан ашыу аҡ республиканың һөт завод-комбинаттарына оҙатыла.
— Сифатлы, шифалы продукцияға ихтыяж ҙур, ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеүҙәр төҙөлгәс, түләүҙә тотҡарлыҡтар һиҙелмәй. Үҙебеҙ етештергән продукцияның сифатын һәр саҡ контролдә тотабыҙ. Бөгөн насар аҙыҡ-түлек менән баҙарға сыҡһаҡ, иртәгә ҡулланыусыларыбыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ, шуға ла һәр эшсән намыҫ менән үҙ бурысын башҡара, — ти йәмғиәттең Шишмә айырымланған бүлексәһе идарасыһы Марс Фәйзуллин.
Тотош компанияла 736 кеше эшләй. Уның менән тәжрибәле, белемле, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләгән Кирилл Ершов етәкселек итә.
Йәштәрҙең ауылды һайлауына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай. Юғары һәм махсус урта белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй, сөнки Башҡортостан дәүләт аграр университетын, башҡа ауыл хужалығы колледж-техникумдарын тамамлаған йәш белгестәр тап ошо предприятиела тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Йәмғиәт етәкселеге хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп алып, юғары эш хаҡынан тыш, премиялар түләүҙе, төрлө ял йорттарына юлламалар бүлеүҙе лә булдырған.
Шәхси ихатаһында мал, ҡош-ҡорт аҫрағандарға игене, мал аҙығы, осһоҙ хаҡҡа ите, һөт продукцияһы бирелә. Яңы хеҙмәт юлы башлағандар фатирға мохтаж булһа, йәмғиәт улар өсөн ҡуртымға йорт алып бирә. Бынан тыш бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнәләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ла һәр саҡ иғтибар бүленә. Балалар баҡсалары, мәктәптәр менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. “Киләсәк быуынды оноторға ярамай, тыныс күк йөҙө бүләк иткәндәрҙе лә иҫтән сығармайбыҙ. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам булһа ғына, эшмәкәрлегебеҙ алға барасаҡ”, — ти алға ҡарап йәшәгән һәм эшләгән етәкселәр.