Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешенең ҡәҙере ғилем менән
Кешенең ҡәҙере ғилем менәнБелешмә
Айрат Рим улы Ишбирҙин – профессор, биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире, Рәсәйҙең почетлы мәғариф һәм фән хеҙмәткәре. Үҫемлектәрҙең һирәк һәм ресурс төрҙәренең популяцион биоло­гияһын өйрәнеү йүнәлеше авторҙашы, бал һәм умартасылыҡ продукттарын сенсорлы анализлау буйынса халыҡ-ара эксперт, 250-нән ашыу ғилми хеҙмәттең, шул иҫәптән һигеҙ монографияның, ун уҡыу пособиеһының, бер авторлыҡ таныҡлығының авторы һәм авторҙашы. Бер ауыл хужалығы фәндәре докторын, 11 биология фәне кандидатын әҙерләгән.
Ҡатыны – Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова, танылған ғалим, биология фәндәре докторы, профессор.










Күңелгә ятышлы һөнәрҙе ҡасан һайлайҙар? Кемдер, бер аҙ үҫеп, донъяны танып белә башлағас, тиер. Бәғзе берәйһе “булыр бала — биләүҙән” тип бәхәсләшер... Профессор, биология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире, Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф һәм фән хеҙмәткәре Айрат Рим улы Ишбирҙин тураһында иһә уның һеңлеһе, педагог Ләлә Рәхимғолова былай тип хәтерләй.

– Беҙ уҡытыусылар ғаиләһендә үҫтек. Әсәйебеҙ Маһинур Ғарифулла ҡыҙы — математика уҡытыусыһы, атайыбыҙ Рим Фәйзрахман улы тарихсы, ижади булмышлы кеше ине. Айрат ағайым бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы булды. Атайым менән икәүләп сәғәттәр буйына урман-ялан ҡыҙырыр, балыҡҡа йөрөр, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтер ине. Күрәһең, тап ошо осорҙа ағайымдың күңелендә буласаҡ һөнәренә ынтылыш барлыҡҡа килгәндер. Хәтеремдә, мәктәптә уҡыған сағында бер шулай баҡсала бөжәктең эске төҙөлөшөн тикшереп ултыра. Бер ус ҡурай еләге йыйып, эргәһенә килдем дә уға һуҙҙым. Ағайым әлеге ваҡытта эшләгән эшенән дә әһәмиәтлерәк һәм файҙалыраҡ ғәмәл юҡлығын билдәләне: ундай ваҡытта ҡурай еләге ашап ултырмайҙар, тине.
Мәктәптә ул “бишле” билдәләренә генә уҡыны. Физика, химия, математика, биология фәндәренән үткәрелгән район олимпиадаларында даими еңеү яулай торғайны. Алдынғылар иҫәбендә “Артек” лагерында ла ял итеп ҡайтты.
Мәктәптә уҡыған йылдарында мотоцикл­ға ултырып, тирә-йүндәге барлыҡ тауҙарҙы, юлдарҙы, урман-яландарҙы ҡыҙырып сыҡҡандыр, моғайын. Әле лә, ғаиләһе менән әсәй янына ҡайтһа, Ҡаматауға, Ташморон буйына, Иртөбәк ярына бала саҡ һуҡмаҡтарын барларға сығып китә, – ти Ләлә Рим ҡыҙы.
1976 йылда Айрат Ишбирҙин Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты студенты булып китә. Диплом алғас, 1981 йылда хеҙмәт юлын Күгәрсен районының Ибрай ауылында башлай. Артабан яҙмыш еле уны Учалы тарафтарына ташлай. Ҡаланың 3-сө мәктәбендә биология уҡытыусыһы, райондың йәш натуралистар станцияһында эшләгән ике йыл осорон әле лә йылылыҡ менән иҫкә ала Айрат Рим улы. Тап ошо мәлдә йәш уҡы­тыу­сының күңелен тынғыһыҙ уйҙар борсой башлай: туплаған белемен ул балаларға ғына бағышларға, әллә ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып, артабан камиллашырға тейешме?
Ошо ынтылыштарының һөҙөмтәһе булараҡ, 1984 йылда Айрат Ишбирҙин “Ботаника” йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт университетының аспиранты булып китә. Ғилми етәксеһе, билдәле фитоценолог, Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалған, танылған ғалим Борис Миркин йәш белгескә ҡанат ҡуя, фән донъяһына юл аса. Эйе, йәш кешенең маҡсаттарын, мөмкинлектәрен дөрөҫ билдәләү һәм һәләтен артабан үҫтереү өсөн эшенә мөкиббән бирелгән етәксенең ҡул аҫтында шөғөлләнеү мөһим.

Кешенең ҡәҙере ғилем менәнАйрат Рим улы кабинетта ултырып ҡына эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәй: велосипедҡа атланып, гербарий папкаһын элеп Башҡортостандың барлыҡ райондарын урап сыға, Пермь крайында, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә була. Ошо күп һанлы экспедициялар һөҙөмтәһендә ул үҫемлектәр донъяһы тураһында уникаль мәғлүмәт туплай. Артабан улар Айрат Ишбирҙиндең ғилми диссертацияһының нигеҙе булып нығына. Көньяҡ Урал үләндәрен өйрәнеп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, Айрат Ишбирҙин туған юғары уҡыу йортонда студенттарға белем бирә башлай.
Әммә тынғыһыҙ булмышлы ғалимды фәнни киңлектәр нығыраҡ әйҙәй. Геоботаника, ябай тел менән әйткәндә, Ерҙең йәшел ҡапланмаһын өйрәнеү маҡсатында Айрат Ишбирҙин Рәсәй киңлектәрен бер нисә тапҡыр иңләп сыға. 1989 – 1998 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәгендә эшләгән осорҙа ул Альп, Карпат, Кавказ тауҙа­рында, Ҡырым, Алтай, Байкал, Сахалин, Камчатка, Курил тарафтарында һәм башҡа билдәле урындарҙа булып, уларҙың үҫемлектәр донъяһын өйрәнә, Рәсәйҙә һәм сит илдә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, һөнәрҙәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша, флористика һәм геоботаника өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе тигән дан яулай. Әлбиттә, педагог эшен дә ҡалдыр­май, Айрат Рим улы аспиранттары менән тыуған яғының үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүҙе дауам итә, “Ботаника” йүнәлеше буйынса дүрт биология фәне кандидатын әҙерләй.
Айрат Ишбирҙиндең тынғыһыҙ булмышы атҡарған эштәрендә ярылып ята. Башҡорт дәүләт университетында, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә уңышлы эшләгән өмөтлө ғалимға Сибай ҡалаһында яңы асылған юғары уҡыу йортонда ботаника кафедраһын ойоштороуҙы ышанып тапшыралар. Был мәсьәләне лә уңышлы хәл итә Айрат Рим улы (1998 – 2004 йылдар тураһында һүҙ бара).
Матди ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кафедра ойоштора, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә ғалим. Урал аръяғы үҫемлектәренең һирәк һәм ресурс төрҙәренең популяцион биология­һын өйрәнеү йәһәтенән алға ҙур аҙым яһала, студенттар менән бихисап экспедициялар ойошторола, Рәсәй белгестәрен берләштергән етди ғилми конференциялар үткәрелә. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы “Рәсәйҙең популяцион тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү үҙәге” статусын ала.
Айрат Ишбирҙиндең студенттары әле лә республиканың төрлө уҡыу йорттарында уңышлы эшләй, тап ошо осорҙа уның ҡатнашлығында “Ботаника” йүнәлеше буйынса 13 кандидатлыҡ, бер докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Әйткәндәй, ғалим А. Р. Ишбирҙиндең башланғысы менән Башҡортостанда яңы фәнни йүнәлешкә – үҫемлектәрҙең һирәк һәм ресурс төрҙәренең популяцион биологияһын өйрәнеүгә нигеҙ һалына, яңы алымдары Рәсәйҙә һәм сит илдә тәбиғәтте һаҡлау практикаһында ҡулланыла. 2001 йылда Айрат Ишбирҙин докторлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай, ә 2003 йылда “профессор” дәрәжәһенә лайыҡ була. 1998 йылда асылған кафедра иһә бөгөн дә эшен дауам итә.
Ошо урында Айрат Рим улының уҡыусыларына ла һүҙ биреп үтәйек. Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының тәбиғи-математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Илгиз Һөйөндөков былай тип хәтерләй:
– Ишбирҙиндәр ғаиләһе (Айрат Рим улының ҡатыны Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова – биология фәндәре докторы, профессор — авт.) Сибайға күсеп килгәс, ботаника кафедраһында ғилми эш ифрат йәнләнде. Бында фекерҙәш, рухташ булған студенттар, маҡсатлы йәштәр тупланды. Кафедра ишеге иртәнән кискәсә ябылмай торғайны. Хатта университет һаҡсылары әүҙем “ботаник”тарҙы ҡыуып ҡайтарып ебәрә торғайны.
Кафедрала фәнни эшмәкәрлек өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылды, шәп китапхана тупланды. Төплө белемле, кешелекле, ихлас булыуҙары арҡаһында Ишбирҙиндәр үҙҙәре эргәһендә көслө, ҙур фәнни коллектив туплай алды. Айрат Рим улының һәр лекцияһы ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс була, бер тынала үтеп китә. Кафедраның традициялары ла барлыҡҡа килде: ялан миҙгелен асыу һәм ябыу, ботаникка бағышлау, диплом проекттарын үҙенсә­лекле итеп яҡлау һәм башҡалар.
Шулай ҙа иң ҡыҙығы ялан экспедициялары булғандыр. Улар шул тиклем йәнле һәм мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы итеп ойошторолдо. Студенттар Айрат Рим улы менән походҡа барыу өсөн сиратҡа яҙыла ине. Уҡытыусыбыҙ үҫемлектәр донъяһын ғына түгел, йәнлектәрҙе лә яҡшы белә, ғөмүмән, тәбиғәт менән бик татыу кеше, тирә-яҡ мөхиттең һулышын һиҙгәндәй тойола тор­ғайны. Әйткәндәй, Майя Мөнир ҡыҙы менән улар йорт үҫемлектәренең иҫ киткес кол­лекцияһын йыйғайны. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, яңы үҫенте алып ҡайтҡандарын хәтерләйем. Ошо матур ғәҙәт беҙгә лә күсте: әле Сибайҙағы юғары уҡыу йортонда студенттар һәм уҡытыусылар көсө менән уникаль үҫемлектәрҙән торған “йәшел оазис” булдырылған. Айрат Рим улы менән аралашып, кәңәшләшеп торабыҙ. Ул – беҙҙең уҡытыусы ғына түгел, ә белемлелек, ғәҙеллек, кешелеклелек эталоны.
2004 йылда Айрат Ишбирҙин тағы ла туған уҡыу йортона – Башҡорт дәүләт университетына әйләнеп ҡайта. Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән оҙаҡ йылдар ул Рәсәй ботаника йәмғиә­тенең Башҡортостан бүлексәһенә етәк­селек итә. Саҡырыуҙар буйынса Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында лекциялар менән сығыш яһай. Уның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһе ифрат киң: фитоценология, популяцион биология, биотөрлөлөктө һаҡлау, орнитология, археология, филология, умартасылыҡ продукттары һәм башҡалар. Уникаль баҫмабыҙ – “Башҡортостан энциклопедияһы”нда мөхәрририәт ағзаһы булып тора, төбәктең “Ҡыҙыл китабы” н төҙөүҙә лә ҡатнаша.
...Милләтебеҙҙең арҙаҡлы уҙаманы, фән күгендә үҙ йондоҙон балҡытҡан ғалим Айрат Ишбирҙиндең булмышын илһам­ландырған, күңелен елкендергән яҡты хыялдары атаһының көслө, әммә шундай йылы, йомшаҡ ҡулдарына бәләкәс кенә устарын һалып, йүгерә-атлай урман-яландарҙы гиҙгәндә бөрөләнгәндер, моғайын. Әйтәләр бит: ниәт иткән — мораҙына еткән. Бөгөнгө көн бейеклегенән үткәндәренә әйләнеп баға ла ҡыҙыҡлы, сағыу, уңышлы тормош юлы үткәненә, һәр яҡтан бәхетле булыуына шикләнмәй Айрат Рим улы. Күңеле теүәл, булмышы тыныс, эше ырамлы. Яратҡан һөнәр-шөғөлө, бынамын тигән ғаиләһе бар. Йәненә йыуаныс булып ҡыҙҙары-ҡошсоҡтары үҫеп килә. Тыуған яғында, атай нигеҙендә шатлыҡ-көйөнөстәрен үҙенекеләй ҡабул итеп, һағынып торған әсәһе, яҡындары көтә. Иң мөһиме — уны аңлаған, яратҡан яҡындары иҫән-һау булһын да ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән генә шатландырып торһон...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518