Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәк йылыһы барыһына ла етә
Йөрәк йылыһы барыһына ла етәАнсар менән Вадим, әйтерһең дә, игеҙәктәр кеүек. Һәр саҡ бергә: бар эште тигеҙ башҡаралар, уҡыуҙа ла, өйҙә лә бер-береһенең янынан китмәй, дуҫ һәм туған улар. Ә бит Вадимдың был ғаиләгә килеүенә күп тә түгел, ә үҙе барыһының да яҡын кешеһенә әйләнергә өлгөргән. Малайҙарҙан айырмалы рәүештә, Наҙгөл әсәһе янында күберәк булыша. Ҡыҙ бала булараҡ, уға йорт эштәре нығыраҡ оҡшай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар барыһы ла бер класта белем ала. Ни өсөн тиһегеҙме?! Хәҙер үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ.


Муллаҡай ауылында йәшәүсе Әҙилә менән Хәсән Нурасовтар үҙҙәренең дүрт балалары янына тағы ике етемде һыйындырырға көс тапҡан. Хужабикә әйтеүенсә, Ансар улын ул бик ауыр таба, Хоҙайҙан уға сәләмәтлек һәм ғүмер һорай. “Улым имен-һау булһа, бер етемде алып үҫтерер инем”, — тип ҡат-ҡат тәүбәләр әйтә. Бер аҙҙан улы менән һауығып, дауахананан сыға. Тормош иптәшенә был хаҡта белдергәс, бала йәнле Хәсән Йыһаннур улы шатлана ғына. “Ҡыҙ булғанда, Ансар менән бергә үҫә инде” тип дәртләндерә ҡатынын.
Район үҙәгенә юл төшкәндә, Әҙилә Нурасова үҙенең теләген опека бүлегендә ултырыусы­лар­ға еткерә. Күп тә үтмәй, Сибай ҡалаһындағы балалар йортонан хәбәр ҙә килеп етә. Ире вахта ысулы менән Себерҙә эштә була, уға шыл­тыратып, хәлде аңғартҡас, ҡыҙҙы алып ҡай­тырға Сибайға юллана. Русса исемле биш йәшлек тәтелдәк, торған урынында тик ултыра алмаған, ут кеүек ҡыҙсыҡты бер айға ғаиләгә бирәләр.
Ҡайтҡас та, исемең Наҙгөл була, тип башҡортсалап матур итеп өндәшә уға әсә. Тәүҙәрәк ҡырыҫыраҡ тойолған ҡыҙ апайҙары һәм ағайҙары янында асыла төшә, уларҙың иғтибарын һәм ихтирамын тоя, иң мөһиме — бында барыһы ла уны ярата һәм улар янында шул тиклем йылы, рәхәт икәнлеген аңлай. Күп тә үтмәй, әсәй, атай тип өндәшә башлай.
Нурасовтар бер аҙҙан Наҙгөлдө үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Ансар менән Наҙгөл бергәләшеп беренсе класҡа бара. Шулай итеп, бер бала янына икенсеһе өҫтәлә.
Изге күңелле, бала йәнле Нурасовтарҙы райондың балаларҙы яҡлау һәм ҡурсалау бүлеге вәкилдәре лә, Сибай ҡалаһының балалар приюты хеҙмәткәрҙәре лә тик яҡшы яҡтан белә. Үткән йыл декабрь башында йәнә уларға ваҡытлыса, приютта ремонт эштәре тамамланғансы, тағы бер малайҙы ғаиләгә алып торорға тәҡдим итәләр. Был юлы ла Әҙилә Рәйес ҡыҙы, вахталағы ире менән кәңәшләшеп, китә малайҙы алырға. Ун ике йәшлек Вадим күптән инде хәлде үҙе аңлар йәшенә еткән, уның менән мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә тура килә. Һәм был юлы ваҡытлыса килгән Вадим нурлы, ҡотло, татыу Нурасовтар ғаиләһендә бөтөнләйгә тороп ҡала.
Шулай итеп, өс бала бер класта, алтынсыла, белем ала. Өс бала, өс холоҡ. Ауыр ҙа, еңел дә. Һәр береһенең күңеленә асҡыс табыу анһаттарҙан түгел, әммә Әҙилә Рәйес ҡыҙы үҙенең әсәлек һөйөүен һәм наҙын уларҙың барыһына тигеҙ өләшә. Бар эште бергәләшеп башҡарыуҙан тыш, улар һәр кис һайын кем көндө нисек үткәргән, ниндәй билдә алған, иртәгә нимәләр эшләргә тейешлеген барлап, теүәлләп ҡуя. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән был алым балаларҙың бер-береһенә ҡарата ышанысын һәм яуаплылығын арттыра, ти бәхетле әсә. Буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар спорт менән шөғөлләнһә, Наҙгөл сәнғәтте үҙ итә, ул йырларға ярата.
— Ауыр ҙа, күңелле лә ишле бала бағыуы. Улар менән ауыр ваҡыттар ҙа булып китә, күңелле минуттар ҙа йыш осрай. Әммә беҙ ошо балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнәбеҙ, тормоштарын бәхетле итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙҙәрен һәр саҡ көтөп алыусы йорттары һәм яҡындары барлығын улар тойоп үҫә, — ти Әҙилә Нурасова.
Үҙ балаларына килгәндә, ҙурҙарының күптән инде үҙ ғаиләһе бар. Быйылғы йыл Нурасовтар өсөн үтә лә бәхетле һәм уңышлы булған. Бер йылда килен дә алғандар, кейәүле лә булғандар. Бәхеттәрен тулыландырып уларҙың баһадирҙай өс ейәндәре үҫеп килә.

Баймаҡ районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә