Ансар менән Вадим, әйтерһең дә, игеҙәктәр кеүек. Һәр саҡ бергә: бар эште тигеҙ башҡаралар, уҡыуҙа ла, өйҙә лә бер-береһенең янынан китмәй, дуҫ һәм туған улар. Ә бит Вадимдың был ғаиләгә килеүенә күп тә түгел, ә үҙе барыһының да яҡын кешеһенә әйләнергә өлгөргән. Малайҙарҙан айырмалы рәүештә, Наҙгөл әсәһе янында күберәк булыша. Ҡыҙ бала булараҡ, уға йорт эштәре нығыраҡ оҡшай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар барыһы ла бер класта белем ала. Ни өсөн тиһегеҙме?! Хәҙер үҙегеҙ ҙә төшөнөрһөгөҙ.Муллаҡай ауылында йәшәүсе Әҙилә менән Хәсән Нурасовтар үҙҙәренең дүрт балалары янына тағы ике етемде һыйындырырға көс тапҡан. Хужабикә әйтеүенсә, Ансар улын ул бик ауыр таба, Хоҙайҙан уға сәләмәтлек һәм ғүмер һорай. “Улым имен-һау булһа, бер етемде алып үҫтерер инем”, — тип ҡат-ҡат тәүбәләр әйтә. Бер аҙҙан улы менән һауығып, дауахананан сыға. Тормош иптәшенә был хаҡта белдергәс, бала йәнле Хәсән Йыһаннур улы шатлана ғына. “Ҡыҙ булғанда, Ансар менән бергә үҫә инде” тип дәртләндерә ҡатынын.
Район үҙәгенә юл төшкәндә, Әҙилә Нурасова үҙенең теләген опека бүлегендә ултырыусыларға еткерә. Күп тә үтмәй, Сибай ҡалаһындағы балалар йортонан хәбәр ҙә килеп етә. Ире вахта ысулы менән Себерҙә эштә була, уға шылтыратып, хәлде аңғартҡас, ҡыҙҙы алып ҡайтырға Сибайға юллана. Русса исемле биш йәшлек тәтелдәк, торған урынында тик ултыра алмаған, ут кеүек ҡыҙсыҡты бер айға ғаиләгә бирәләр.
Ҡайтҡас та, исемең Наҙгөл була, тип башҡортсалап матур итеп өндәшә уға әсә. Тәүҙәрәк ҡырыҫыраҡ тойолған ҡыҙ апайҙары һәм ағайҙары янында асыла төшә, уларҙың иғтибарын һәм ихтирамын тоя, иң мөһиме — бында барыһы ла уны ярата һәм улар янында шул тиклем йылы, рәхәт икәнлеген аңлай. Күп тә үтмәй, әсәй, атай тип өндәшә башлай.
Нурасовтар бер аҙҙан Наҙгөлдө үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Ансар менән Наҙгөл бергәләшеп беренсе класҡа бара. Шулай итеп, бер бала янына икенсеһе өҫтәлә.
Изге күңелле, бала йәнле Нурасовтарҙы райондың балаларҙы яҡлау һәм ҡурсалау бүлеге вәкилдәре лә, Сибай ҡалаһының балалар приюты хеҙмәткәрҙәре лә тик яҡшы яҡтан белә. Үткән йыл декабрь башында йәнә уларға ваҡытлыса, приютта ремонт эштәре тамамланғансы, тағы бер малайҙы ғаиләгә алып торорға тәҡдим итәләр. Был юлы ла Әҙилә Рәйес ҡыҙы, вахталағы ире менән кәңәшләшеп, китә малайҙы алырға. Ун ике йәшлек Вадим күптән инде хәлде үҙе аңлар йәшенә еткән, уның менән мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә тура килә. Һәм был юлы ваҡытлыса килгән Вадим нурлы, ҡотло, татыу Нурасовтар ғаиләһендә бөтөнләйгә тороп ҡала.
Шулай итеп, өс бала бер класта, алтынсыла, белем ала. Өс бала, өс холоҡ. Ауыр ҙа, еңел дә. Һәр береһенең күңеленә асҡыс табыу анһаттарҙан түгел, әммә Әҙилә Рәйес ҡыҙы үҙенең әсәлек һөйөүен һәм наҙын уларҙың барыһына тигеҙ өләшә. Бар эште бергәләшеп башҡарыуҙан тыш, улар һәр кис һайын кем көндө нисек үткәргән, ниндәй билдә алған, иртәгә нимәләр эшләргә тейешлеген барлап, теүәлләп ҡуя. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән был алым балаларҙың бер-береһенә ҡарата ышанысын һәм яуаплылығын арттыра, ти бәхетле әсә. Буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар спорт менән шөғөлләнһә, Наҙгөл сәнғәтте үҙ итә, ул йырларға ярата.
— Ауыр ҙа, күңелле лә ишле бала бағыуы. Улар менән ауыр ваҡыттар ҙа булып китә, күңелле минуттар ҙа йыш осрай. Әммә беҙ ошо балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнәбеҙ, тормоштарын бәхетле итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙҙәрен һәр саҡ көтөп алыусы йорттары һәм яҡындары барлығын улар тойоп үҫә, — ти Әҙилә Нурасова.
Үҙ балаларына килгәндә, ҙурҙарының күптән инде үҙ ғаиләһе бар. Быйылғы йыл Нурасовтар өсөн үтә лә бәхетле һәм уңышлы булған. Бер йылда килен дә алғандар, кейәүле лә булғандар. Бәхеттәрен тулыландырып уларҙың баһадирҙай өс ейәндәре үҫеп килә.
Баймаҡ районы.